+30 °С
Облачно

Ғафури ерендә “Матбуғат байрамы” гөрләне

22 октябрь бер төркөм журналистар һәм республика баҫмаларының баш редакторҙары Ғафури районында “Матбуғат байрамы”нда булдылар. Сараның маҡсаты – район халҡы менән осращыу, баҫмаларға яҙҙырыу. Ғафури районы республика гәзит-журналдарын иң күп алдырған райондар рәтендә тора. Бының өсөн иң тәүҙә рәхмәт һүҙен район башлығы Венер Фәнир улы Вәхитовҡа, уның урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтоваға еткерәбеҙ.

Ғафури ерендә “Матбуғат байрамы” гөрләнеҒафури ерендә “Матбуғат байрамы” гөрләне
Ғафури ерендә “Матбуғат байрамы” гөрләне

Гүзәл Зөфәр ҡыҙы әйтеүенсә, ғафуриҙар һәр ваҡыт дәррәү яҙыла. “Матбуғат байрамы”на ла халыҡ зал тултырып килгәйне. Ә инде “Самауырлы ритайым” йөрәктәргә дәрт өҫтәһә, ағинәйҙәрҙең хуш еҫле сәйҙәре, тәмле буҙалары, милли ризыҡтары, һалҡындан килеп инеүселәрҙе йылытты.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллина матбуғат өлкәһендәге бөтә яҡшы башланғыстар ғафуриҙарҙан юл алыуы хаҡында билдәләне.Артабан “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәре, “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар” журналдарының баш мөхәррирҙәре, билдәле журналистар үҙҙәренең баҫмаһын презентацияланы, борсоған мәсьәләләр хаҡында һөйләне.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәрҙәре журналдың тарихы, редакторҙары, эстәлеге хаҡында һөйләгәндән һуң, ғафуриҙарҙы ижади күстәнәс – йыр менән сәләмләп, алҡыштарға күмелде.

Шулай уҡ район гәзиттәре “Табын” һәм “Звезда” яҙылыусыларына теләктәрен еткерҙе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Заһир Иҫәнсурин, Фәрүәз Урманшин һәм урындағы мәҙәниәт йорто йырсыларының сығыштары кисәгә йәм өҫтәне.  

Сара, һәр ваҡыттағыса, ҡиммәтле бүләктәр оттороу менән тамамланды. Приз алыусылар араһында икәүһе “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылған, улдары әлеге ваҡытта МХО-ла булған яугирҙарҙың әсәләре булып сыҡты.

Саранан һәр кем күңеле булып, кәйефтәре күтәрелеп сыҡты.

Регина Камалова фотолары.

Фотоһүрәттәрҙә:

Красноусол үҙәк дауаханаһының баш табибы Рәхимйән Сәфәрғолов, МХО яугирҙарының әсәләре, хаҡлы ялдағы ватандаштарыбыҙ  “Башҡортостан ҡыҙы”на яҙыла.

Ғафури ерендә “Матбуғат байрамы” гөрләне
Ғафури ерендә “Матбуғат байрамы” гөрләне
Ғафури ерендә “Матбуғат байрамы” гөрләне
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас