

- Беҙ беренсе йыл ғына әүҙем хеҙмәттәшлек итмәйбеҙ. Үзбәкстан менән эш системалы нигеҙҙә төҙөлә. Бөгөн мөһим осрашыуҙар, шул иҫәптән вице-премьер Жамшид Абдухакимович Ходжаев һәм бер нисә өлкә хокимдары менән үткәрелде. Алдан килешелгән бөтә нәмәне тикшерҙек, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Дөйөм алғанда, Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлектең юл картаһында 90-дан ашыу пункт бар. Улар иҡтисадҡа һәм инвестицияларға, мәҙәни һәм гуманитар алмашыуға ҡағыла. Атап әйткәндә, Ташкент өлкәһендә берлектәге индустриаль парк булдырыу пландары ҡаралды. Мин вице-премьерҙан был эште әүҙемләштереүен һораным, сөнки беҙҙең яҡтан потенциаль резиденттар бар. Үзбәк инвесторҙары үҙ сиратында Башҡортостан биләмәһендә бер нисә ауыл хужалығы проектын тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһына. Шуға бәйле делегациялар менән алмашырға ниәтләйбеҙ. Йәғни хәрәкәт бара, уҙған йыл менән сағыштырғанда, тауар әйләнеше 17 процентҡа артҡан
Фото: Башинформ.