

Башҡортостандың мәғариф министры яҡынлашып килгән көҙгө мәктәп каникулдарын иҫкә төшөрҙө.
"Уҡыу календарына ярашлы, 1-11-се класс уҡыусылары өсөн көҙгө каникул 2025 йылдың 25 октябренән 2 ноябренә тиклем буласаҡ. Быйылғы йылдың үҙенсәлеге шунда: каникулдан һуң беҙҙе дәүләт байрамы — Халыҡтар берҙәмлеге көнө, 4 ноябрь, ял көнө көтә. Шулай итеп, уҡыусылар 25 октябрҙән 4 ноябргә тиклем туғыҙ көн рәттән ял итә аласаҡ. Шаршамбы, 5 ноябрҙә, балалар ял итеп, уҡыуын дауам итәсәк», — тип яҙҙы Илдар Мәүлетбирҙин үҙенең социаль селтәрендә.
Министр шулай уҡ ата-әсәләргә каникул осоронда балаларҙың именлеге хаҡында хәстәрлек күреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ә уҡыусыларға был көндәрҙе файҙалы үткәрергә теләне: саф һауала күберәк йөрөргә, ҡыҙыҡлы китаптар уҡырға, ғаиләһе менән ваҡыт үткәрергә һәм мәҙәни сараларға йөрөргә.
Мәғлүмәт, фото: Башинформ