Ата-бабаларҙан ҡалған йола
Бергәләп ғаилә ҡороу,
Ғаилә ҡороп тигеҙ, тыныс
Матур тормошта тороу.
***
Бер-берегеҙҙе табып ҡауышҡанһығыҙ,
Икегеҙҙә ниндәй һөйкөмлө!
Күҙгә-күҙ ҡарашып йылмаяһығыҙ,
Бер гөл сәскәләре шикелле!
Бер-берегеҙгә ныҡлы терәк,
Иптәш, серҙәш булығыҙ,
Дауыл-ямғырға бирешмәй
Гел йәнәшә тороғоҙ!
Ҡотло булһын туйығыҙ!
***
Бөгөн һеҙҙең яҙылышҡан,
Никахлашҡан көнөгөҙ,
Тантаналы был миҙгелдең
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ!
Бөгөн донъя ғәжәп нурлы,
Йылмайығыҙ, көлөгөҙ!
Бөтөн донъя байрам итә,
Һеҙҙе ҡотлай – күрегеҙ!
Бөгөн һөйөү диңгеҙендә
Рәхәтләнеп йөҙөгөҙ,
Мәрхәмәтле, бәрәкәтле,
Бөгөнгөләй мөхәббәтле
Булһын һәр-бер көнөгөҙ!
Фото Гөләндәм Уракова
*****
Ғаилә өсөн яуаплылыҡ
Икегеҙгә лә төшә
Ныҡ һаҡлағыҙ мөхәббәтте
Эш шунда ғына бешә.
Һеҙҙе ихлас тәбрикләйем
Бәхетле тормош теләйем
Ололарға ихтирамлы
Балаларға иғтибарлы булығыҙ
Ныҡлы ғаилә ҡороғоҙ,
Тигеҙ-татыу тороғоҙ,
Үҫтерегеҙ батыр улдар,
Уңған һәм матур ҡыҙҙар.
Бына ошо инде дуҫтар,
Әйтәһе теләгән һүҙҙәр.
****
Зарығып көткән туй көнөгөҙ килде,
Бар донъяны гөлгә, нурға кумде.
Пар балдаҡтар балҡый бәхет юрап,
Барыбыҙ ҙа һоҡланабыҙ һеҙгә ҡарап!
***
Егет һәм дә ҡыҙ инегеҙ,
Ир ҙә ҡатын булдығыҙ.
Инде хәҙер ошо хәлдә
Йөҙгә ҡәҙәр тороғоҙ.
Үҙегеҙ күп ул-ҡыҙҙарға
Атай-әсәй булығыҙ.
***
Ҡотло булһын йәшлек тантанаһы,
Татлы булһын һөйөү хистәре.
Ҙур уңыштар менән алға илтһен
Һеҙ барасаҡ ғүмер юлдары.
Тулып торһон бәхет шишмәһе,
Ташып торһон бәхет силәге.
Оҙон ғүмер, саф мөхәббәт –
Барыбыҙҙың һеҙгә теләге.
***
Оло юлға сығаһығыҙ бөгөн,
Бергә ҡушып ике йөрәкте.
Юл алдынан беҙ әйтәбеҙ һеҙгә
Ысын күңелдән изге теләкте.
Беҙ теләйбеҙ ысын күңелдән һеҙгә
Айырылмаһын тормош юлығыҙ.
Ғүмер һуҡмаҡтарын уҙған саҡта
Аҙашмағыҙ, зирәк булығыҙ.
****
Осраштырған һеҙҙе яҙмыш,
Ғашиҡ парҙар булғанһығыҙ.
Сәсте сәскә бәйләшергә
Вәғәҙәләр ҡорғанһығыҙ.
Тормошҡа аяҡ баҫаһығыҙ,
Пар килгәнһегеҙ икегеҙ.
Һөйөшеп кенә йәшәгеҙ,
Тигеҙ ғүмер итегеҙ!
Беҙҙән һеҙгә изге теләк:
Бергә типһен һеҙҙең йөрәк.
Түрә булһын түрегеҙҙә —
Мөхәббәт бер-берегеҙгә.
****
Пар килгәнһегеҙ, һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ,
Һәммәбеҙ ҙә һеҙҙең өсөн шатланабыҙ.
Йәшәгеҙ һеҙ бер-берегеҙҙе яратып,
Бар йыһанға һөйөү нуры таратып!
****
Йәш парҙарға бәхет яуһын,
Тигеҙ ғүмер итһендәр.
Сөкөрҙәшеп йәшәй-йәшәй,
Алтын туйға етһендәр.
Ғүмер буйы икеһе бер
Һуҡмаҡтан атлаһындар.
Бер-береһенә мөхәббәтте
Үлгәнсе һаҡлаһындар.
***
Йәшәгеҙ матур пар булып,
Икегеҙ бер йән булып,
Күршеләргә үрнәк ғаилә,
Дуҫтар өсөн дан булып,
Изге мөхәббәт хистәрен
Ваҡламайса һаҡлағыҙ.
Тормош тигән оло юлдан
Гел йәнәшә атлағыҙ.
***
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә hеҙгә бүләк итәhе,
Донъялағы иң матур hүҙҙәрҙең
Иң йылыhын hеҙгә әйтәhе.
Наҙлар өсөн hеҙҙе елдәр иҫә,
Күрер өсөн hеҙҙе, таң ата.
Атлағыҙ hеҙ һаман икәү бергә,
Бергә булығыҙ, иҫән сағында.
***
Бер-берегеҙҙе табып ҡауышҡанһығыҙ,
Икегеҙҙә ниндәй һөйкөмлө!
Күҙгә-күҙ ҡарашып йылмаяһығыҙ,
Бер гөл сәскәләре шикелле!
Бер-берегеҙгә ныҡлы терәк,
Иптәш, серҙәш булығыҙ,
Дауыл-ямғырға бирешмәй
Гел йәнәшә тороғоҙ!
Ҡотло булһын туйығыҙ!