

🇹🇯 «Башҡортостан менән Тажикстан араһындағы мөнәсәбәттәрҙең яңы бите» — Дүшәнбе ҡалаһына эш сәфәрен Радий Хәбиров шулай баһаланы. Башҡортостан хөкүмәте Тажикстанда сәнәғәт паркы төҙөү тураһында килешеү төҙөнө. Республика сит ил менән сауҙа, мәҙәни, гуманитар һәм туристик бәйләнеште нығыта.
🚛 Республика хөкүмәте юлдарҙы саманан тыш ауыр транспорттан һаҡлау стратегияһын әҙерләй. Ул 10 йылға иҫәпләнгән. Үтә ауыр йөк машиналары юл ҡатламын боҙа, төп маҡсат — был процесты туҡтатыу. Бының өсөн яңы үлсәү контроле пункттары асасаҡтар, ә ауырлыҡ регламентын үтәмәүселәр өсөн штрафтар арттырыла.
🧊 Рулдә йөрөүселәр өсөн ҡышҡы миҙгел башланды. Шулай итеп, уҙған аҙнала «112» системаһы Өфө-Инйәр-Белорет трассаһынан 34 мөрәжәғәт ҡабул иткән. Ҡотҡарыу хеҙмәте, трассаның хәлен даими күҙәтеү ойоштороп, водителдәргә ярҙам күрһәткән.
🛣️ Башҡортостан аша үткән федераль трассаларҙа 4 күпер төҙөкләндерелгән: Өршәк (Өфө районы, Р-240), Ҡармасан, Һарыш, Кеүәш йылғалары аша (Кушнаренко, Дүртөйлө райондары, М-7). Йәнә 7 күперҙә төҙөлөш эштәре дауам итә.
🤼♂️ Башҡортостан — спорт буйынса алдынғы төбәк. Өфөнөң Көрәш һарайында Спорт буйынса совет ултырышы үтте. Башҡортостан — Волга буйы федераль округында спорт объекттары һаны буйынса өсөнсө урында. Һуңғы 5 йылда беҙҙә 1400 яңы спорт майҙансығы төҙөлгән.
🌾 Быйыл 3,8 млн тонна иген урылған. Был күрһәткес быйылғы ураҡ миҙгеле буйынса дөйөм һандарға яҡынлаша, иген культуралары баҫыуҙарының 98 проценты урып-һуғылған.
🐽 Башҡортостанда сусҡа фермаларының 40 проценты һанлаштырылған. Дәүләт ярҙамы менән улар «Свинофон» күҙәтеү һәм мониторинг системаһына тоташҡан. Уңайлы технология ярҙамында онлайн рәүештә бухгалтерия эшен алып барырға, сауҙа менән идара итергә, тыуымды күҙәтергә була.
🧭 Йыл башынан Башҡортостанда миллион ярым турист булған. Туристар ағымы йыл аҙағына тиклем былтырғы күрһәткескә етер һәм уны 200 мең кешегә уҙып китер, тип фаразлай туризм министрлығы белгестәре. Республика ҡунаҡтарҙың күпселеге күрше төбәктәрҙән — Силбенән, Татарстандан, Ырымбурҙан — килә.
🛏️ Туристарҙы ҡабул иткән объекттарҙың 95 проценты дәүләт аккредитацияһын үткән. 1 сентябрҙән тейешле талаптарға яуап бирмәгән ҡунаҡханалар, ял базалары, глэмпингтар ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү хоҡуғын юғалта.
🏘️ Дүртөйлө, Октябрьский ҡалалары, Кушнаренко, Шишмә һәм Үрге Йәркәй ауылдары дәүләт бюджетынан 436 миллион һум алыуға иреште. Был сумма ваҡ ҡалалар һәм тарихи ҡасабалар араһындағы Бөтә Рәсәй конкурс сиктәрендә тапшырылды. Бюджет ярҙамы менән ҡала-ауылдарҙа йәмәғәт объекттары — парктар, скверҙар, архитектура ҡомартҡылары, тәбиғи биләмәләр — төҙөкләндерелә.
Фото А. Абдрафиков