+30 °С
Облачно

80 йылға еткән һөйөү көсө

80 йәшен билдәләүенә ҡарамаҫтан, Зәйтүнә Йыһанур ҡыҙы әле лә балаларса ихлас, теремек. Быға уның  балалар баҡсаһында тәрбиәсенән мөдиргәсә юл үтеүе лә сәбәпсе булғандыр. Ә, бәлки, тәбиғи асылылыр был. Берәүгә лә мәшәҡәт һалмай,  яңғыҙы донъя көтә. Ҡартлығы ла инәйгә матур килгән: кеткелдәп көлөп тә, йырлап та ебәрә, зиһене асыҡ, фекере яҡты.  – Зәйтүнә инәй, һеҙ Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған йылдарҙа тыуғанһығыҙ. Ул ваҡыттағы ауыл ниндәй булып хәтерегеҙҙә ҡалған? Шул дәүер һеҙҙе нимәгә өйрәтте?

80 йылға еткән һөйөү көсө80 йылға еткән һөйөү көсө
80 йылға еткән һөйөү көсө

80 йәшен билдәләүенә ҡарамаҫтан, Зәйтүнә Йыһанур ҡыҙы әле лә балаларса ихлас, теремек. Быға уның  балалар баҡсаһында тәрбиәсенән мөдиргәсә юл үтеүе лә сәбәпсе булғандыр. Ә, бәлки, тәбиғи асылылыр был. Берәүгә лә мәшәҡәт һалмай,  яңғыҙы донъя көтә. Ҡартлығы ла инәйгә матур килгән: кеткелдәп көлөп тә, йырлап та ебәрә, зиһене асыҡ, фекере яҡты. 

– Зәйтүнә инәй, һеҙ Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған йылдарҙа тыуғанһығыҙ. Ул ваҡыттағы ауыл ниндәй булып хәтерегеҙҙә ҡалған? Шул дәүер һеҙҙе нимәгә өйрәтте?

– Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында тыуып буй еткерҙем. Өс йәшемдән барыһын асыҡ хәтерләйем: әле Еңеүҙән һуң да халыҡ ауыр йәшәне. Шулай ҙа ышаныс көслө ине, матур ине ауылыбыҙ, күршеләребеҙ ғәләмәт яҡшы булды. Баштарына сәскәле яулыҡ сөйөп, күлдәктәре еләҫ елгә елферләп урам буйлап атлаған һөйкөмлө ауыл апайҙарының яғымлы ҡарашы әле булһа күҙ алдымда. Һүнмәҫ дәрт, изгелек һирпелә ине уларҙан. Ул дәүер мине ихласлыҡҡа, берҙәм хеҙмәткә, ныҡлыҡҡа өйрәтте. Үҙем бер ваҡытта ла ял итмәнем, үҫмер йәштән бесән саптым, күбә ҡойоштом, колхоз эшенә егелдем. Бала сағымдан шуны аңланым: «Кеше күңеле әллә ниндәй ауырлыҡтарҙы ла еңерҙәй көскә эйә икән».

 

– Ғүмерегеҙҙе балалар тәрбиәләүгә бағышлағанһығыҙ. Быға кем йәки ниндәй ваҡиға йоғонто яһаны?

– Атайыбыҙ уҡытыусы булғас, уның аҡ күлдәктә йөрөгәнен, дәфтәр тикшергәнен күҙәтеп, һоҡланып ултыра торғайным. Йөҙө бер мәл балҡып китә йә ҡапыл уйсанлана. Аталары һуғышта ҡалған балаларға айырым иғтибар бүлергә тырышты, беҙҙе лә фиҙаҡәрлеккә өйрәтте. Атайымды, ғөмүмән, уҡытыусыларҙы Аллаһтай күргәнгә, күңелемдә «педагог булам» тигән көслө теләк ҡабынды. Бала-сағаға төрлө уйын ойошторам, йәйҙәрен үлән өҫтөнә балаҫ йәйеп, тәмле сәй табыны ҡорам, күрше-тирәләге бәләкәстәрҙең   шатлыҡлы йылмайыуын күреүҙән үҙем дә ҡанатлана инем. 

Етенсе кластан һуң бәхет йылмайҙы бит – ун айлыҡ уҡытыусылар курсына уҡырға ебәрҙеләр. Баймаҡ районы Ишей мәктәбенә эшкә ҡайттым. Шунда кейәүгә сыҡтым, төпләндем. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, егерме йылдан ашыу тәрбиәсе, унан балалар баҡса-һы мөдире булдым. Ул ваҡытта туған телебеҙ ауыр заманалар кисерҙе – ситләтеү тойола ине. Мин балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙе тәүмаҡсат итеп ҡуйҙым. Татыу коллективым менән төрлө йолаларҙы тергеҙеү буйынса ла байтаҡ эш башҡарҙыҡ. Бөтә милләт балалары ла тупһанан инеү менән башҡортса иҫәнләшә торғайны. 

 

– Бәләкәстәр менән эшләүҙә һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе, иң ҡиммәтлеһе нимә булды? Методикаларҙа түгел, ә ҡәҙимге эш барышында үҙегеҙ өсөн нимәләр астығыҙ?

– Әле ниндәй генә психологтар юҡ һәм ниндәй генә хәйләгә өйрәтмәй улар. Ҡырҡ йыллыҡ педагог-тәрбиәсе тәжрибәһе булған кеше хоҡуғынан әйтәм, бәхет сере ябай ғына: ысынбарлыҡҡа таяныу, тәртип, хеҙмәт һөйөү. Бәләкәстәрҙең фантазияһы ҙур – арттырып та һөйләп ташлайҙар. Күҙҙәренә тура ҡарап, алдауҙың, кеше әйберенә тейеүҙең ҙур гонаһ икәнен миҫалдар, әкиәттәр аша ипләп кенә аңлата инем. Әйберҙәрен ҡайҙан алалар, шунда алып барып һалырҙар ине гел. Ҡайһы берҙә бала нәҫелендәге кешеләрҙең исемен бутай, кемдең кем икәнен белмәй. Һәр балаға үҙ исем-фамилияһын, йәшәгән еренең атамаһын дөрөҫ итеп ҡабатлата инем – был баланы нығыта, үҙ урынын һәм асылын билдәләргә ярҙам итә. Йыш тәбиғәткә лә алып сыҡтым. Һаҡмар буйына төшөп китәбеҙ, йәтеш кенә баҫма һалып бирҙеләр. Шул баҫма буйында теҙелешеп ултырып, балалар, аяҡтарын һыуҙа сылата-сылата, минең риүәйәттәрҙе тыңлай. Әкиәт, мөғжизәнең йоғонтоһо ҙур бала саҡта. Тирә-яҡҡа иғтибарҙарын йүнәлтәм, һорау бирәм. Һәр нәмә тере кеүек улар өсөн. Ағастар, балыҡтар менән һөйләшәбеҙ. Баланы тыңлай, ишетә белеү ҙә мөһим. Методикаларға таянған хәлдә лә, һәр кеменең үҙенсәлеген тойоп эш иттем.

 

– Балалар учреждениеһы етәксеһе ниндәй булырға тейеш? Хәҙерге балаларға, йәш ата-әсәләргә ҡарап, нимә әйтер инегеҙ?

– Балалар баҡсаһын етәкләгән кеше бәләкәстәрҙе яратһын һәм үҙе өлгө була алһын. Ышаныслы, хәстәрлекле, киң күңелле. Иң ҡиммәтлеһе – сабыйҙың нескә күңеленә юл табыу, уның йөрәгенә ижад ҡомары һалыу, үҙ-үҙенә  ышанысты үҫтереү. Шунан коллективта татыулыҡ булыуы шарт. Үҙ эшенең оҫтаһы булған, белемле кешеләрҙе эшкә алдым. Мөхит, тәрбиәселәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте бәләкәстәргә лә йоғонто яһай. Бөгөнгө балалар күп белә, киң фекерле, маҡсатлы. Ата-әсәләргә кәңәшем шул: башҡалар һәм үҙегеҙ менән сағыштырып, сабый күңелен ҡыймағыҙ, тормош нисек кенә ҡатмарлы булһа ла, бәләкәскә асыу төшөрмәгеҙ, күберәк иғтибар бүлегеҙ, йылылыҡ бирегеҙ, аңларға тырышығыҙ. Һәр замандың – үҙ кешеһе. Сабыйығыҙҙың күңелен, әле ҡарында ғына сағынан башлап, матур хис-тойғолар менән байытырға тырышығыҙ. Аҙаҡ һуң булыуы бар.

 

–  Бөгөн телде һаҡлауҙың, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләүҙең ниндәй юлдары бар?

– Тел – рух сығанағы. Атай-әсәйҙең бала менән башҡортса һөйләшеүе – иң көслө тәрбиә сараһы ул, туған телмәр генә төпкө аңға үтә ала. Телгә, әҙәбиәткә һөйөүҙе Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Гөлфиә Юнысова кеүек әҙиптәрҙең әҫәрҙәре, халыҡ йырҙары, әкиәттәре аша тәрбиәләргә тырыштым. Уларҙа намыҫ бар, патриотлыҡ тойғоһо көслө. Йәш яҙыусыларҙың ҡыйыу хикәйә-романдары ла күңелемә яҡын. Китап яратам, бөтә гәзит-журналдарға яҙылам.

 

– Яңы тәрбиә алымдарына, әлеге БДИ форматындағы имтихандарға ҡарашығыҙ нисек?

– Һәр өлкәлә лә яңылыҡтарһыҙ мөмкин түгел, бына мин үҙем дә тәрбиәлә гел яңы алымдарҙы ҡулланып ҡарай инем. Хатта ауыл буйлап йөрөгәндә лә төрлө юлдарҙы һайлап атларға тырыша торғайным. Был кешенең мейеһен эшләтә, сыныҡтыра. Һуңғы йылдарҙа ғына аяҡтарым ауыртҡас, әллә ни хәрәкәт итә алмайым.

Мәктәпте тамамларға йыйынған үҫмерҙең ынтылышы, белеме бар икән, уға бер нәмә лә кәртә була алмай. Атай-әсәй, үҙҙәре ныҡлы булып, бәләкәскә хис-тойғолар менән идара итергә өйрәтһә инде. Ҡулымдан килә, булдырам, тип уйларға, үҙеңә ышанырға ғына кәрәк һәм һеҙ инде маҡсатҡа ярты юлда, тигән бит бер аҡыл эйәһе. Белем мөһим, әлбиттә, әммә кескәй йәндә тәү нәүбәттә кешелек сифаттарын тәрбиәләү, көслө һыҙаттарҙы үҫтереү зарур. Үҙ балаларыбыҙға ла ошо йәшәү маһирлығын һалдыҡ. Шөкөр, һәр береһе үҙ юлын тапты, атай-әсәй булып, етәксе вазифаларына ла өлгәшеп, матур итеп донъя көтәләр. Ҡайһы бер өлкәндәр ныҡ тынысһыҙ, бындай кәйеф балаға ла күсә. Ғаиләлә бәхетле булам, балалар тыңлаһын тиһәгеҙ, атайҙың – атай, ә әсәйҙең әсәй ролендә булыуы шарт.

 

– МХО хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Киләсәккә хат яҙырға ҡушһалар, унда ниндәй уй-фекер урын алыр ине?

 

Альбина Ғөбәйҙуллина һөйләште.

Дмитрий Фадеев фотоһы.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас