+30 °С
Облачно

Башҡортостанда 19 меңдән ашыу льготалы кеше бушлай "Һөт кухняһы" продукцияһы ала

2025 йыл башынан Башҡортостанда 19 меңдән ашыу льготалы категория халҡы «Һөт кухняһы» продукцияһы менән бушлай тәьмин ителгән. Улар иҫәбендә - йөклө ҡатындар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән өс йәшкә тиклемге балалар һәм әсәләр, шулай уҡ опекаға алынғандар. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Азат Асҡаров хәбәр итте.

Башҡортостанда 19 меңдән ашыу льготалы кеше бушлай "Һөт кухняһы" продукцияһы алаБашҡортостанда 19 меңдән ашыу льготалы кеше бушлай "Һөт кухняһы" продукцияһы ала
Башҡортостанда 19 меңдән ашыу льготалы кеше бушлай "Һөт кухняһы" продукцияһы ала

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Һөт кухняһы” төбәк етәксеһе башланғысы менән 2019 йылда булдырылды. Был ваҡыт эсендә сығарылған ассортимент ике тапҡырға, ә эшкәртелгән сеймал күләме 2,7 тапҡырға арттырылған. 2025 йылдың туғыҙ айында цехтарҙа 1 015 тонна һөт эшкәртелгән, 646 тонна әҙер продукция сығарылған. Республикала ете етештереү майҙансығы эшләй – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Белоретта һәм Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында.

Муниципалитеттар территорияһында бөтәһе 135 биреү пункт эшләй, шул иҫәптән 63 фирма, 7 дарыухана базаһында. Балалар аҙыҡ-түлеге менән бушлай тәьмин итеүгә ғаризаны

Башҡортостандың күп фуециялы үҙәктәрҙең бөтә офистарында һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» (“Госуслуги”) порталы аша электрон төрҙә бирергә мөмкин.

Башҡортостан башлығы «Һөт кухняһы» етештереүҙе артабан киңәйтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды:

- Был ҙур предприятие, уны үҫтереүгә бюджет средстволарын һалдыҡ. Беҙ уны асҡанда, буласаҡ әсәйҙәр, балалар бушлай сифатлы продукция алһын тигән идея бар ине. Һәм беҙ уны тормошҡа ашырҙыҡ, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Һеҙҙән артабанғы стратегия, шул иҫәптән бюджеттан тыш эшмәкәрлек буйынса тәҡдимдәр көтәм.

Автор:
Читайте нас