

Балам оҙон сәсле тыуған,
Ғүмере оҙоң булһын.
Бөҙрә генә сәсле тыуҙы,
Әсәһе өҙөлөп торһон .
Балам бик тыпырсына,
Балыҡтай йөҙөр әле.
Бейеүсе булыр әле,
Дандары сығыр әле.
Боҫло ашты бора баҫма,
Юлың булыр асыҡ таҫма,
Ҡурҡмайынса алға атла,
Аш менән атҡанға
Таш менән атма,
Яуызлыҡҡа-яманға батма,
Дан өсөн дуҫтарыңды һатма,
Һынауҙар килһә, һынатма.
Кеше артты донъяла, ризығың менән, төклө аяғың менән. Бәхетле,
сәләмәт бул, тәүфиғең, аҡылың үҙеңдә булһын, әсәйеңә ярҙамсы,
атайыңа иш бул, уҡып ҙур кеше бул, кешеләргә изгелекле,
игелекле бул.
Ырыҫ-бәхетең, төклө аяғың менән, сабыйым, ата-әсәле бул, үҙ
бәхетең менән үҫ, бал-май эсендә йөҙөп йәшә, тырыш бул, сапсан
бул, эш тигәндә ал бирмә.
Миһырбанлы, аҡыллы, изгелекле бул, әсәйең менән атайыңа
терәк бул, ярҙамсыл, игелекле бул.
Иҫән-һау йөрө, бәлә-ҡазанан һаҡ бул, дошмандарға бирешмә,
юҡҡа-барға ирешмә, бәхетле бул, эштәреңдә тәхетле бул, яҡшыға
ла - яҡшы, шаҡшыға ла яҡшы бул.
Дүрт күҙ араһында үҫергә яҙһын балаларға.