

Улар Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡығанда таныша. Студент саҡта ғаилә ҡороп, бөгөнгө көндә өс балаға ата-әсә булғандар. Ғаилә бизнесын күберәк РәлифНәсибулла улы алып бара.Айгөл Фәрит ҡыҙы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортонда хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Ғаиләһен ҡарап, бөтәһе лә йоҡоға талғас, үҙенең яратҡан шөғөлөнә тотона ҡатын. Милли күлдәктәр, сергеташ тегә, баш кейемдәре, биҙәүестәр эшләй.Ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныу уға әсәһе Миңлегөл Әүхәҙи ҡыҙынан бирелгән. “Ғаиләлә өс бала үҫтек, әсәйем һәр беребеҙгә ойоҡ, бейәләйбәйләп кейҙерә ине. Хаҡлы ялға сыҡҡас, сәйләндән картиналар яһай башланы, шунан инде милли биҙәүестәр эшләүгә күсте. Селтәр, ҡашмау, таҡыя, түбәтәй, камзул, билбау кеүек ҡул эштәре беҙҙең тирмәлә һатыуға ҡуйылған. Ә тормош иптәшемә күндән әйберҙәр эшләргә бәләкәй сағында уҡ ҡартатаһы Ҡазыхан өйрәткән булған. Улар күпләп йылҡы аҫыраған, бәләкәйҙән сыбыртҡы эшләп өйрәнгән. Әлеге ваҡытта ул күндән эшләгәнҡамсы, сыбыртҡы тотҡаларын “Урал батыр” эпосындағы Аҡбуҙат, Бүре, Йылан, Айыу, Аждаһа, Арыҫлан кеүек йәнлектәр һүрәте менән биҙәй. 2017 йылда икәүләп милли кейемдәр биҙәүестәр эшенә тотоноп киттек”, - ти оҫтабикә.
Бер ваҡыт ҙур ғына сарала күргәҙмә – һатыу ваҡытында бер ир килеп, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн милли әйберҙәр күп, ә бына ирҙәр өсөн табып булмай, тип әйтеп китә. Айгөл уйлана башлай. Ниндәй кейем тегеп ҡарарға икән, тип баш вата һәм баш кейемдәре тегә башлай. Шулай итеп беренсе ҡаракүл “шаймураткалар” барлыҡҡа килә. Уның бүрек, ҡолаҡсындарында теләп алалар. Тәүҙә бүректәрҙе төлкө тиреһенән тегә, ләкин һатып алыусылар өсөн улай ҡиммәткә төшә. Беҙгә бит сифатлы ла, арзан да, матур ҙа булһын. Шуға ла яһалма тиренән тегелгән баш кейемдәрен дә һатыуға сығара башлаған. Милли кейемдәрҙе тегеүгә Ситдиҡовтар бик ентекле ҡарай, тарихи яҡтан өйрәнеп, бөтә күңелдәрен һалып башҡаралар эштәрен. “Беҙҙең әйберҙәрҙе сит илдәрҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ бүләккә, йәки кейеп йөрөр өсөн һатып ала. Бер спортсы рингта түбәтәй кейһәм, татар тиҙәр, ҡолаҡсын кейһәм, ҡаҙаҡ тиҙәр, төлкө бүрек кейһәм, моғайын, башҡорт икәнемде танырҙар тип беҙҙең төлкө бүректе алып китте һәм рингтарға беҙҙең бүректә сығып, еңеү яуланы. Бейеүсе егет Ҡыҙыл майҙанда бейейем, тип төлкө бүрек алғайны. Мәскәүҙә Башҡортостаныбыҙҙы данлап, бейеп, беҙгә видео төшөрөп һалды. Беҙҙең өсөн был бик ҙур ҡыуаныс. Сәнғәт кешеләре үҙенсәлекле, башҡаларҙыҡына оҡшамаған әйбер кейергә ярата. Шуға күрә ҡайһы сәхнә йондоҙонда ниндәй ҡул эшебеҙ икәнен бер ҡасан да әйтмәйбеҙ, фоторәсемдәрен социаль селтәрҙәрҙә ҡуймайбыҙ”, - ти Ситдиҡовтар.
Улдары, Өфө фән һәм технологиялар университеты студеты Арыҫлан да атаһынан өйрәнеп тире кәсебе оҫтаһы булып киткән. Төрлө бәйгеләрҙә призлы урындар яулай. Ирҙәр өсөн асҡыс һауыттары, паспорт тышлыҡтары, ҡайыш, ҡамсы кеүек күндән эшләгән әйберҙәре ғаиләгә килем килтерә, тирмәлә һатыуға ҡуйылған. Ҡыҙҙары Русалина менән Аделина ла өләсәләре алып биргән станокта сәйләндән биҙәүестәр яһарға өйрәнә, алҡалар эшләп, һатыуға ҡуя.
“Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән” ти халҡыбыҙ. Ситдиҡовтарҙың ғаиләһенә тап килеп тора был мәҡәл. Ысынлап та, ата-әсәһенән, ғаиләһенән алған тәрбиә ҙур йоғонто яһай кеше тормошона, хатта киләсәктә бөтөнләй икенсе һөнәр үҙләштереүенә лә булышлыҡ итә ала икән.
Әйткәндәй, “Башҡортостан ҡыҙы” журналына бер йылға яҙылыусы уҡыусыбыҙға Айгөл Ситдиҡованан шәп бүләк – үҙ ҡулдары менән эшләгән һаҡал буласаҡ! Баҫмабыҙға яҙылығыҙ! Бүләктәр отоғоҙ!