

11 октябрь - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө! Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра.
"Иле ныҡтың ғына биле ныҡ", - ти халҡыбыҙ. Халҡыбыҙ, ниндәй генә ауыр һынауҙар булмаһын, һәр ваҡыт бәләкәй Ватанының ғына түгел, ә тотош иленең яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәгән. Бөгөн дә ир-уҙамандарыбыҙ Ватаныбыҙға тоғролоҡ күрһәтеп ил һағына баҫһа, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ - милләт әсәләре уларға терәк булыу өсөн бергә берләште. Илебеҙҙең ныҡлыҡ нигеҙҙәре беҙҙең бөтәбеҙҙең дә тырышлығына һәм берҙәмлегенә таяна.
Киләсәктә лә изге ниәттәребеҙ тормошҡа ашһын, Ватан һаҡсылары имен-аман еңеү менән ҡайтһын, илебеҙ тыныс, ғаиләләр ишле, эштәр бәрәкәтле һәм уңышлы булһын!
Фото: Р. Хисаева