

Майҙаны 2 мең квадрат метрлыҡ яңы объектты Рима Баталова исемендәге республика спорт әҙерлеге үҙәге эргәһендәге Затон биҫтәһендә төҙөйҙәр. Бинала 150 тамашасыға иҫәпләнгән спорт залы, кейенергә бүлмәләр, тренажер һәм күнекмә залдары, шулай уҡ административ һәм ярҙамсы биналар урынлашасаҡ.
Тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Радий Хәбиров, республикала спортты үҫтереүгә һәм уға йәштәрҙе йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бүленә, тип билдәләне.
- Тиҙҙән Өфөлә яңы спорт объекты барлыҡҡа киләсәк. Өҫтәл теннисы бик динамик һәм матур спорт төрө. Александр Михайлович Бабаковҡа республикабыҙҙа өҫтәл теннисы үҙәген төҙөүгә ярҙам итеү тураһында ҡарар өсөн айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем. Һеҙгә халыҡ ҙур рәхмәт әйтә, - тине төбәк етәксеһе. - Спорт менән шөғөлләнергә теләгән балаларҙы күргәс, күңелем шатлана. Һәм беҙ уларға бындай мөмкинлек бирергә тырышасаҡбыҙ. Беҙ ҙур ябыҡ еңел атлетика манежын проектланыҡ, унда 30-ға яҡын спорт төрө үҫешәсәк. Шулай уҡ бокс прогрессы Үҙәген һәм Теннис Академияһын төҙөү планлаштырыла. Иң мөһиме, халыҡ спорт залдарына, көрәш келәмдәренә, футбол майҙансыҡтарына, теннис стадиондарына килә һәм спорт менән шөғөлләнә.
Мәғлүмәт, фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-dal-start-stroitelstvu-centra-nastolnogo-tennisa-v-ufe-82992/