

Сибай институты директоры Хәмитов Илдар Сәлихйән улы менән эшлекле һөйләшеүҙән һуң, юғары уҡыу йорто баҫмаға бер йылға ун подписка эшләне. Институттың пресса хеҙмәте етәксеһе Рауилә Сәфәрғәли ҡыҙы педагогика факультеты студенттары менән йәнле осрашыу ойошторҙо. Студенттар ысын яҙыусы, журналистарҙы күреп, әңгәмәләшеп, уларҙың һөйләгәндәрен тыңлап, рухи байлыҡ эстәп ултырҙы. Миләүшә Ҡаһарманова үҙе МХО биләмәһендә булып, ундағы атмосфераны үҙ күҙҙәре менән күргәс, һөйләү МХО менән бәйле күргәҙмә материалдары менән дә байытылғас, студенттарға тәрән тәьҫир итте. Артабан студенттар үҙ таланттарын да күрһәтте, илһамланып шиғыр һөйләне, дәртләнеп йырланы.
Хужалар ҡунаҡтарға институтта ойошторолған МХО музейын һәм технология факультетының ҡул эштәре музейын күрһәтте. Икеһендә лә экспонаттар күп. Йәштәрҙең оҫталығы, фантазияға бай булыуҙары һоҡландырҙы.
Шулай уҡ Сибай ҡалаһы хакимиәт башлығы урынбаҫары Килдебаев Нур Рәшит улы һәм Баймаҡ ҡалаһы башлығы Ирек Сәғит улы Хисмәтуллин менән эшлекле һөйләшеүҙәр үтте. Ике етәксе лә баҫмабыҙға яҙылды һәм алдағы йылға подписка ойоштороуҙа ярҙам күрһәтәсәктәре хаҡында белдерҙе.