+30 °С
Болотло

Радий Хәбиров Тажикстандың мәҙәни объекттарында булды

8 октябрь Душанбе ҡалаһында Башҡортостан Башлығы  Радий Хәбиров  «Кохи Навруз» һарайында һәм Тажикстандың Милли музейында булды.. 

Радий Хәбиров Тажикстандың мәҙәни объекттарында булдыРадий Хәбиров Тажикстандың мәҙәни объекттарында булды
Радий Хәбиров Тажикстандың мәҙәни объекттарында булды

Был һарай 2014 йылда асылған. Уның майҙаны 40  мең кв. м. Бындай һарай донъяла берәү генә. донъяла юҡ.. Унда ун ике зал, һәр залы тажик халҡының милли изделиелары менән биҙәлгән. Әйтәйек, төҫлө быяла, мозаика, ағас, таш һырлап биҙәү. 2019 йылда Душанбела был һарай Шанхай хеҙмәттәшлек ойомаһының  һигеҙенсе мөҡжизәһе булып танылған.

 

Музей үҙенең эшмәкәрлеген 1934 йылда 530 экспонаттан торған ҙур булмаған коллекциянан башлай. 2011 йылда учреждение Милли музей статусын ала. 2013 йылдың мартынан ул 15 мең квадрат метр майҙанлы яңы бинала урынлаша.Эске биналар 22 күргәҙмә залын, экспонаттарҙы реставрациялау һәм консервациялау өсөн лабораторияны, фонд һаҡлағыстарын үҙ эсенә ала. Даими экспозициялар Тажикстандың тәбиғәт төрлөлөгөн, боронғонан хәҙерге заманға тиклемге тарихи осорҙарҙы, шулай уҡ ҡулланма һәм һынлы сәнғәтте күрһәтә.

 

-Республикабыҙ халҡы өсөн ниндәй ҙә булһа илде асҡанда, уның мәҙәниәте, тарихы һәм фәне менән таныштырыу  күҙ уңында тотола. Шуға күрә, әлбиттә, Милли музейҙы ҡарарға теләнек, – тип һөйләне Радий Хәбиров. – Бөгөнгө Тажикстан-матур архитектуралы тыныс һәм тотороҡло төбәк. Ил Бик бай тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа эйә, ул  ил Бөйөк Саманидтар цивилизацияһы вариҫтары менән ғорурлана. Бында этник, медицина, тау, экология һәм гастрономия туризмы яҡшы үҫешкән. Яҡын арала Тажикстанға туристарыбыҙҙың килеүе өсөн уңайлы шарттар булдырырбыҙ, тип ышанам.

Радий Хәбиров Тажикстандың мәҙәни объекттарында булды
Радий Хәбиров Тажикстандың мәҙәни объекттарында булды
Автор:
Читайте нас