+30 °С
Болотло

Радий Хәбиров Тажикстан Республикаһына Башҡортостан делегацияһын етәкләне

7 октябрҙә Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Тажикстан республикаһына килде. Эшлекле программа сиктәрендә бер нисә эш осрашыуы, шулай уҡ сәнәғәт һәм социаль объекттарға барыу планлаштырылған.

Радий Хәбиров Тажикстан Республикаһына Башҡортостан делегацияһын етәкләнеРадий Хәбиров Тажикстан Республикаһына Башҡортостан делегацияһын етәкләне
Радий Хәбиров Тажикстан Республикаһына Башҡортостан делегацияһын етәкләне

- Беҙ Башҡортостандың сит ил партнерҙары даирәһен планлы рәүештә киңәйтәбеҙ. Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был осраҡта тажик яғының әүҙем позицияһын күрәбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров, сәфәрҙең маҡсаттары хаҡында һөйләгәндә. - Иртәгә һәм иртәнән һуң Владимир Владимирович Путин етәкселегендә Рәсәйҙең Тажикстанға рәсми делегацияһы составында эшләйем. Көн тәртибендәге сараларҙың береһе – Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу буйынса инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйыу. Дөйөм алғанда, республикабыҙ өсөн тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлешендә яңы ишектәр аса башлайбыҙ.

Материал, фото: https://glavarb.ru/ru/

Автор:
Читайте нас