+30 °С
Болотло

“Башҡортостан ҡыҙы” – Сибайҙа.

Бөгөн “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова һәм баш мөхәррир урынбаҫары Регина Камалова Сибай ҡалаһында эш сәфәрендә. Сәфәрҙең маҡсаты - Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы менән баҫмаға яҙылыу хаҡында эшлекле һөйләшеү, Сибай институты студенттары менән осрашыу.

“Башҡортостан ҡыҙы” – Сибайҙа.“Башҡортостан ҡыҙы” – Сибайҙа.
“Башҡортостан ҡыҙы” – Сибайҙа.

Әлеге мәлдә журналистар студенттар менән осрашыуҙа булды.

Миләүшә Ҡаһарманова махсус хәрби операцияға барған саҡтағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты, күргәҙмәләге экспонаттар менән таныштырҙы, уларға бәйле ваҡиғаларҙы мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

Студенттар яҙыусыға уның ижады буйынса һорауҙарын бирҙе, үҙҙәре лә шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе, “Башҡортостан ҡыҙы” журналистары баҫмаға яҙылыу ҙа ойошторҙо.

Сәфәр дауам итә.

Фото: Р. Камалова.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас