

Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәленә сәскәләр һалыу һәм журналистарыбыҙға танытмалар тапшрыу менән башланып киткән байрам, баҫмаларыбыҙға яҙылыу менән дауам итте.
Журналыбыҙға яҙылыу өсөн хатта сират теҙелеп китте. Улар араһында «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, “Юлдаш” радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева-Йәғәфәрова, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупова һәм башҡа күренекле шәхестәребеҙҙең булыуы тағы ла ҡыуандырҙы. Килгән ҡунаҡтар өсөн уңған ҡыҙҙарыбыҙ ҡуҙ самауырынан сәй яһап, милли ризыҡтарыбыҙҙан ауыҙ иттерҙе. Отошто көтөп, өшөп киткән уҡыусыларҙың сәйҙән үҙҙәре йылынһа, ҡыҙҙарҙың һүҙҙәренән, нурлы йөҙҙәренән йөрәктәренә йылы инде.
Билдәле артистарыбыҙҙың матур, дәртле йырҙарын тыңлап та кинәнде яҙылыусылар. Халҡыбыҙҙың яратҡан йырсылары “Ант” төркөмө, Гөлсөм Бикбулатова, Ринат Рамазанов, Илнур Лоҡманов, Нәркәс Сиражетдинова, Рәил Өмөтбаевтарҙың һәм башҡа профессиональ артистарыбыҙҙың йырҙарын кинәнеп тыңланы, Хәлит Фәтиховтың гармун моңдарын һоҡланып тыңланы, Рәсүл Сәғитовтың гармунына ҡушылып йырланы, Роза Хөснуллинаның йырына дәртләнеп бейене, халҡыбыҙҙың яратҡан юмор оҫтаһы Вәлит Илембәтовтың сығышы күңелдәренә хуш килде.
Тарихһыҙ киләсәк юҡ, тигән фекерҙе күҙ уңында тотоп, Ә. Вәлиди исемендәге милли китапхана тарафынан милли матбуғатыбыҙ тарихынан күргәҙмә әҙерләнгәйне. Килгән ҡунаҡтар элек сыҡҡан гәзит-журналдарҙы уҡыны.
Байрам сиктәрендә «Изге подписка» акцияһы үтте. Халыҡ һәм ойошмалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға һәм уҡырға яратҡан кешеләргә бүләк итеп республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылды.
Бынан тыш маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ класы ла ойошторолдо.
Иң ҡыҙығы, әлбиттә, отош ине. Беҙҙең журналға яҙылыусыларҙың береһенә лә бүләк сыҡты. Ә быйылғы төп приз “Өмөт” гәзитенә яҙылыусыға эләкте.
Шулай итеп, “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө” үтеп тә китте, күңелдәрҙә матур тойғолар тороп ҡалды. Алдағы йылға һеҙ ҙә яҙылығыҙ. Журналыбыҙға яҙылыусыларҙы тағы ла приздар көтә әле.