

Иртәгә, 7 октябрь, Матбуғат Йорто алдындағымайҙансыҡта “Яҙылыусы көнө " үткәреләсәк.Ҡунаҡтар һәм баш ҡала халҡы өсөн «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто күренекле журналистар һәм яҙыусылар ҡатнашлығында бай программа, китаптар йәрминкәһе һәм башҡалар әҙерләй.
Шулай уҡ тамашасылар өсөн билдәле артистар һәм эстрада башҡарыусылары сығыш яһаясаҡ. Улар араһында – Гөлсөм Бикбулатова, Радик Динәхмәтов, Дамира Сәйетова, Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар, «Ант» төркөмө, Рәил Өмөтбаев. Махсус ҡунаҡ – Ринат Рамазанов.
Сара Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһынан башлана.
Концерт барышында республика, район һәм ҡала баҫмаларына яҙылыу ойошторола. Сара ҡунаҡтары 2026 йылдың 1-се ярты йыллығына льготалы яҙылыу декадаһы сиктәрендә яҙылыуға ташламалар менән файҙалана ала. Байрамда ошо көндә яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.
Бынан тыш, теләгән һәр кем «Изге яҙылыу» акцияһында ҡатнаша ала, туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙға, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә журналыбыҙҙы яҙҙырырға була.
Шулай уҡ майҙансыҡта маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтәсәк.