+30 °С
Болотло

"Башҡортостан ҡыҙы" - Мәләүездә

Әлеге ваҡытта “Башҡортостан ҡыҙы” хеҙмәткәрҙәре Мәләүез ҡалаһында эш сәфәрендә.

"Башҡортостан ҡыҙы" - Мәләүездә"Башҡортостан ҡыҙы" - Мәләүездә
"Башҡортостан ҡыҙы" - Мәләүездә

М. Буранғолов исемендәге 1-се һанлы ҡала китапханаһында күренекле яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың ижадына арналған кисә бара. Яҙыусының ижады мәләүездәрҙе бик ҡыҙыҡһындырҙы, улар хикәйәләрҙең яҙылыу тарихы, образдары, проблемалары хаҡында күп һорауҙар бирҙе.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналына алдағы йылға яҙылыу ойошторолдо, ҡала һәм район халҡы баҫмаға теләп яҙыла. 

"Башҡортостан ҡыҙы" - Мәләүездә
"Башҡортостан ҡыҙы" - Мәләүездә
"Башҡортостан ҡыҙы" - Мәләүездә
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас