+30 °С
Болотло

Һөйөнсө!

Яратҡан артисыбыҙ Харис Шәриповтың тәүге китабының исем туйы  буласаҡ.  “Башҡортостан ҡыҙы” журналында уның юмористик әҫәрҙәре даими баҫыла килде, ә хәҙер инде уның бөтә әҫәрҙәре бер китапҡа йыйылған. Был бик шатландыра.  Һәләтле ватандашыбыҙ кисә генә Мәскәүҙән ҡайтып төштө, Әйткәндәй, баш ҡаланан ҡайтып килгән юлда йырсы һәм яҙыусы беҙҙең “Башҡортостан ҡыҙы” журналына алдағы йылға яҙылып та ҡуйҙы. Өлгөр кеше һәр ерҙә өлгөр инде. Афарин! Ә бөгөн беҙ Харис ағайға  бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Һөйөнсө!Һөйөнсө!
Һөйөнсө!

-          Харис ағай, һеҙҙе китабығыҙ сығыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!

-          Рәхмәт!

-          Был һеҙҙең беренсе китабығыҙ, шулаймы? Нисә йыл яҙҙығыҙ уны? Нимә илһамландырҙы китап сығарырға?

-          Эйе, был минең беренсе китабым. Уны мин һуңғы йылдарҙа яҙҙым. Ҡыҙыҡ өсөн яҙа башлағайным, халыҡҡа оҡшай. Күңел килгәндә яҙам инде. Айгиз Баймөхәмәтов китап сығарырға тәҡдим иткәс, йыйынтыҡ итеп йыйҙым. Тағы ла был китап минең юбилейым айҡанлы сығарылды.

-          Ни өсөн тап юмор жанры? Детектив түгел, мәҫәлән.

Юмор – минең яратҡан жанрым. Филармонияла эшләгән саҡта алып барыусы ла булдым. Сәхнәнән сатирик монологтар һөйләй торғайным. Бик күп яҙыусы-сатириктарҙы уҡыным. Электән гәзит-журнал килһә, иң беренсе сатира-юмор рубрикаһынан уҡый башлай инем.

  • Китаптың исем туйы ниндәй формала үтә? Ҡайҙа буласаҡ? Билеттарҙы ҡайҙан алырға була?
  • Ул концерт формаһында үтәсәк. 25 октябрь - Мәләүездә, 1 декабрь -Өфөлә. Билеттар КАССИР. Ру сайтында һатыла.
  • Һеҙҙең геройҙарығыҙ кем, ниндәй проблемаларҙы күтәрәһегеҙ?
  • Геройҙарым – беҙҙең тормошта көн һайын осраған төрлө кешеләр. Беҙҙең тормоштағы ғәйәт ҙур проблемалар күтәргәнемде уҡыусылар әйтеп бара.
  • Ә китапты ҡайҙан алырға була?
  • Китабымды алырға теләүселәр шәхсән үҙемә мөрәжәғәт итә ала. “Бәйләнештә” сайтындағы шәхси сәхифәмә хәбәр итеп яҙһындар.
  • Ҙур рәхмәт. Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!Ә республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы беҙ 25 октябрҙә Мәләүездә һәм 1 декабрь Өфөлә Харис Шәриповтың “Әйт, тиһәгеҙ әйтәйем” тип аталған тәүге китабының исем туйы-концертында көтөп ҡалабыҙ, рәхим итегеҙ!
  • Рәхмәт!

 

Һөйөнсө!
Һөйөнсө!
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас