

Маһинур әбейҙең өс улы бар. Өсөһөнөң дә тормошо һәүетемсә генә барған ерҙән ҡапыл кире яҡҡа үҙгәрҙе. Өлкәненә ҡатыны хыянат итте, был хәлде күтәрә алмай, ул ғаиләһен ҡалдырып, ситкә сығып китте. Икенсе улы эскегә һалышты, ғаиләһе тарҡалыу сигенә етте. Иң кесеһе эшенән ҡыҫҡартылыуға эләгеп, бер ҡайҙа ла эшләмәй, аҙып-туҙып йөрөй башланы.
Бер көндө уларға күрше ауылдан күптән дин тотҡан кейәүҙәре килде. Йорт тирәһен ҡараштырып йөрөгәндә, ул аласыҡ эргәһендә туҡтап ҡалды. “Ошо тирәлә теге донъяға портал күрәм”, - тине ул. “Кемдер һеҙҙең үлемегеҙҙе теләй. Ул нәмә зыярат менән бәйле, тимер. Тағы ла бер көҙгө күрәм,ул теге донъяға үткәрмә кеүек. Шул әйберҙәрҙән һеҙгә арынырға кәрәк”, - тине.
Маһинур әбей аласыҡта боронғо көҙгө бар икәнлеген иҫенә төшөрҙө. Ул көҙгөнө улдары менән табып алып сүплеккә ташланылар. Аласыҡтың ер иҙәне аҫтынан соҡоп ҡәбер өҫтөнә ҡуя торған тимерҙе килтереп сығаралар. Уны зыяратҡа алып барып урынына ҡуялар.
Был хәлдәрҙен һуң Маһинур әбейҙең ғаиләһенә бәхет ҡошо ҡунды, уландарының тормоштары яйға һалына башланы.
Сәлимә.
Фото: А. Данилов.