+30 °С
Болотло
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
29 Сентябрь 2025, 05:58

Илһөйәрлек

Илһөйәрлек темаһы – ниндәй заманда ла, ниндәй илдә лә актуаль мәсьәләләрҙең береһе ул. Рәсәйҙә иһә был төшөнсә айырыуса хисле һәм уның мәғәнәһе лә йылдан-йыл киңәйә бара. Ҡайһылар «бөгөн илһөйәрлектең баһаһы юғалды» ла тиер, бәлки, ундай фекерҙәргә урын да барҙыр, әммә ил һәм халыҡтың киҫкен ваҡиғалар кисергән осоронда, ғәҙәттә, әлеге тема ҡалҡып сығыусан. Һәм был бушҡа ғына ла түгел, уның сәбәптәре күп.

ИлһөйәрлекИлһөйәрлек
Илһөйәрлек

Заманыбыҙ сәйәси, социаль һәм иҡтисади яҡтан ҙур үҙгәрештәрҙең шаһиты булды. Шул үҙгәрештәр беҙҙең аңдағы ватансылыҡты ҡабул итеү һәм аңлауға ла йоғонто яһаны. Бөгөн илһөйәрлек – ул тыуған илгә һөйөү, дәүләт байрамдарын билдәләү генә түгел, ә уның тормошонда әүҙем ҡатнашыу, халыҡ-ара майҙанда илдең мәнфәғәттәрен яҡлау, ватандаштарың менән бер идеялы, бер ниәтле була белеү.

Бик боронғо дәүерҙәрҙә илһөйәрлек һәр кешенең гражданлыҡ бурысы булып һаналған. Йәшәгән ерен һәм биләмәһен яҡлау, дошмандарға ҡаршы тороу, шунда төпләнгән халыҡ менән берлектә ҡәбилә өсөн хеҙмәт итеү, йәмғиәт ҡанундарын тотоу, уларға буйһоноу – кешеләрҙең патриотлыҡ күрһәткестәре ул. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәмғиәт һәм дәүләт алдындағы яуаплылыҡ. Әгәр һин был талаптарға яуап бирмәйһең икән, тимәк, йәмғиәт һинән баш тартырға мөмкин. Тимәк, һин дәүләттең яҡлауына, һаҡлауына, ашатыуына өмөт итә алмайһың.

Урта быуаттарҙа илһөйәрлек яңы төҫ ала. Был ваҡытта инде үҙәк ролде батшалар, монархтар, хандар һәм дини институттар биләй. Ошоға ярашлы ватансылыҡ та урындағы батшаларға, хандарға, дингә хеҙмәт итеүгә һәм теге йәки был монархтың хакимлыҡ иткән ерҙәрен ҡурсалауға, уға тоғролоҡ һаҡлауға бағышлана. Милләт һәм тыуған ил төшөнсәләре ул заманда һуңғараҡ биләйәсәк мәғәнә кимәлен алмаған була әле. Шулай итеп, урта быуаттар патриотлығы – күп осраҡта халыҡты әйҙәүсе йәки уларҙы биләп тороусы айырым кешеләргә бәйле төшөнсә генә.

XVI–XVII быуаттарҙа иһә, милли дәүләттәр бер аҙ үҫешкәс, илһөйәрлек тә заманса сифаттарға эйә була. Был саҡта инде милли идеялар ниндәйҙер монарх идара иткән ерҙеке генә түгел, ә тотош халыҡтыҡы булараҡ формалаша. Ватансылыҡ та азатлыҡ идеалдарында, үҙаллылыҡта, милли үҙенсәлектәргә бирелгәнлектә сағылыш таба.

ХIX–XX быуаттарҙа, бигерәк тә Беренсе донъя һуғышын һәм революцияны кисергән мәлдәрҙә, патриотлыҡ икенсерәк мәғәнәгә күсә башлай. Дәүләт мобилизациялығының мөһим элементына әйләнә ул. Милләттәр һәм халыҡтар тышҡы хәүефкә ҡаршы туплана, уларҙы тап ошо илһөйәрлек тойғоһо һәм идеяһы берләштерә лә инде. Әммә яйлап глобализация һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр үҫешә бара, ватансылыҡ та күп ҡырлыға әйләнә, йыш ҡына граждандар позициялары һорауҙары менән киҫешә. Милләтселек һәм этник конфликттар ҡалҡа. Был проблемалар ҙа әлеге илһөйәрлектең бер ҡыры булып тора. Сөнки тик милләте һәм аҫаба ере булған халыҡтар ғына шул еренә һәм халҡына тоғролоҡ, һөйөү һаҡларға һәләтле. Милли үҙенсәлекһеҙ илһөйәрлек тойғоһо була һәм үҫешә алмай. Мәҙәниәт, йолалар, ҡанундар, тарихи хәтирәләр ана шул милли үҙенсәлекте яһай һәм патриотлыҡтың нигеҙен булдыра ла инде.

Беҙҙең дәүер илһөйәрлеге ниндәй ул? Уның мәғәнәһе, аңлатмаһы һәм асылы шулай уҡ үҙгәрҙеме? Юҡтыр, тип уйлайым. Кемдәрҙер был тойғоно мәҙәни юҫыҡта күрһәтергә ынтыла, кемдәрҙер бөгөн барған махсус хәрби операцияға ярҙамын илһөйәрлек билгеһе тип иҫәпләй, ә кемдәрҙер шул яуҙың төрлө һыҙыҡтарында үҙен аямай хеҙмәт итә. Әлбиттә, былар – беҙ һүҙ алып барған изге хистең төрлө кимәл күренештәре һәм ул һәр кемдең үҙ гражданлыҡ позицияһына һәм намыҫ эшенә бәйле, тик беҙ уларҙың барыһын да «илһөйәр» тибеҙ.

 

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Фото: Азат Абдуллин.

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас