+30 °С
Болотло
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
26 Сентябрь 2025, 11:35

Бала көтөргәме, бесәйме?

Халыҡ белемле, арҙаҡлы кешеләре менән көслө, тиһәләр ҙә, үҙ традицияларыңды, мәҙәниәтеңде һаҡлап, уны быуындан-быуынға тапшырыу  өсөн, тәү сиратта, халҡыңдың иҫәп яғынан күп булыуы мөһим. Рәсәй дәүләте алып барған һуғыштарҙа яуланған байтаҡ еңеүҙәр ҙә туранан-тура ошо көскә бәйләнгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә: «Үҙегеҙҙе яратҡан һәм күп бала тапҡан ҡатындарға өйләнегеҙ. Күп һанлы булыуығыҙ менән ғорурланырмын», — тип әйтеп ҡалдырған. Хөкүмәтебеҙ, динебеҙ хуплап торғанда, нилектән тыуым кәмей икән һуң?

Бала көтөргәме, бесәйме?Бала көтөргәме, бесәйме?
Бала көтөргәме, бесәйме?

Ниңә кәмейбеҙ?

 

Ил юҡҡа сыҡмаһын өсөн үрсеү коэффициентына ярашлы, бер ҡатын 2,2 бала табырға тейеш, ти аналитиктар. Үкенескә ҡаршы, күп илдәрҙә был һан йылдан-йыл түбәнәйә: АҠШ-та һәм Кореяла ул икеләтә, Рәсәйҙә бер ярым тапҡырға кәмегән. Илдәге был көрсөктө туҡтатмағанда, 2046 йылға 7,7 миллион кешене юғалтыуыбыҙ ихтимал, был Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһенең юҡҡа сығыуына  тиң,  тип фаразлайҙар. Тағы шуныһы: халыҡ та ҡартая. Эшкә яраҡлыларҙың аҙайыуынан пенсия түләүҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау өсөн сығымдар арта, был иһә иҡтисадҡа көс төшөрә. Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталина белдереүенсә, бала табырлыҡ ҡатындар һаны бары 2026 йылда ғына бер аҙ күбәйергә мөмкин. Росстаттың биш йыл һайын тикшергән һуңғы мәғлүмәте буйынса, бөгөн 70 процент ҡатын — ике бала, 18,9 проценты — өс, 2,9 проценты — дүрт һәм 1,9 проценты — биш баланан артыҡ табырға уйы юҡ, әсә булырға теләмәүселәр — 2,4 процент.

Тыуымды арттырыу өсөн дәүләт тарафынан күп сара күрелә. Шуға ла ун ҡатындың дүртәүһе, дәүләт ярҙамы бала табыуға этәрҙе, тип белдерә. Хәлде яйлау өсөн аборттарҙы тыйыу буйынса ла бәхәстәр ҡуйыра. Депутаттар, шәхси клиникаларҙа аборт эшләтеүҙе тыйырға кәрәктер, тигән тәҡдим индерә. Икенселәре, аборттан баш тартҡандарға аҡса түләү һәм уларҙы шифаханаға ебәреү мотлаҡ, ти. Әммә һуңғы тәҡдим депутаттарҙа скептик ҡараш тыуҙыра. «Ғәҙел Рәсәй»ҙең, күп балалы атайҙарға пенсия йәшен кәметергә, тигән тәҡдиме лә хупланмай. Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың тәҡдиме тағы ла тосораҡ: «Өсөнсө балаһы тыуғандарға фатир бирергә һәм  ишле ғаиләләрҙе һалымдан азат итергә».

Рәсәй — күп милләтле ил. 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙар буйынса һан яғынан урыҫтар тәүге урында — 105 миллион  579 мең 179 кеше; икенсе — татарҙар — 4 миллион 713 мең 669; өсөнсө — чечендар — 1 миллион 674 мең 854; дүртенсе — башҡорттар — 1 миллион 571 мең 879 кеше. Үлемдең тыуымдан күберәк булыуын, йәғни депопуляцияны  кәметеү өсөн Рәсәй Хөкүмәте 2006 йылдан әүҙем демографик сәйәсәт алып бара. Йәш ғаиләләргә, бала табырға теләгән ҡатындарға төрлө ярҙам күрһәтелә. Ә бит революцияға тиклем Рәсәй империяһында балалар пособиеһы бөтөнләй түләнмәгән, йән башына килем дә XX быуаттағы кеүек юғары булмаған, хатта татар-монгол яуы ваҡытында ла тыуым кимәле әлеге кеүек түбән төшмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла Рәсәйҙә тыуым  бөгөнгөнән күпкә юғары булған. Рәсми мәғлүмәткә күҙ һалһаң, бай илдәрҙә балаларҙың әҙерәк, ярлыларында күберәк булыуы, шулай уҡ етеш ғаиләләрҙә лә бер-ике сабый тыуыуы иғтибарға эләгә. Ә бит XIX быуатта аристократтар ҙа крәҫтиәндәрҙән ҡалышмай 5-7 бала тәрбиәләгән. Мәҫәлән, Александр Пушкиндың ҡатыны алты йыл эсендә дүрт бала тапҡан. Етешһеҙ генә көн иткәндәр ҙә күп бала ҡарай, ә ҡайһы бер байҙар балаһыҙ йәшәүҙе һайлай. Быға заман ҡиммәттәренең үҙгәреүе лә йоғонто яһайҙыр.

Ни яҡшы?

 

Көнбайыш модаһына эйәреп, ҡайһы бер замандаштарыбыҙҙың чайлдфриҙар хәрәкәтен хуплауы ла традицион ғәҙәттәрҙе юҡҡа сығара. Инглиз теленән тәржемә иткәндә, чайлдфри «баланан азат» тигәнде аңлата. Бала табыуҙан баш тартып бәхетле булыусылар. Улар үҙ принциптарын йәмғиәткә тағып,  башҡаларҙы ла эйәртергә тырыша. Халыҡ фекерен белешеүҙең һуңғы һөҙөмтәһе  буйынса, 30-40 йәштәге һәр бишенсе мәскәүле, Рәсәй буйынса ун бишенсе ҡатын үҙ теләге менән әсә булыуҙан баш тарта.

Чайлдфриҙар, «бала — ғаиләне һаҡлаусы, ир менән ҡатынды бәйләүсе», тигән ҡараштың киреһен иҫбатларға тырыша һәм «Балалар — беҙҙең киләсәк», — тигәнде лә инҡар итә. Уларҙың интернет селтәрҙәрендә төркөмдәре, форумдары, фекерҙәштәре бар.

Чайлдфри хәрәкәтен туҡтатыу, уны пропагандалауҙы тыйыу йәһәтенән 2024 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһы закон ҡабул итте. Ил Президенты ҡул ҡуйған законда чайлдфри тигән һүҙ урынына «бала табыуҙан баш тартыу» тип әйтелә. Проект беренсе һәм икенсе уҡыуҙа ла бер тауыштан хуплана. Был турала Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһай. Ул балаһыҙлыҡ идеологияһын таратыусыларҙың интернет селтәрендә киң эш алып барыуын билдәләй: «Ата-әсәләренең һәр көн эштә булыуынан файҙаланып, күп балалар интернетта ултыра. Кире пропаганда алып барыу өсөн был — иң уңайлы юл. Чайлдфриҙар үҙ контенттарында ауырлы ҡатындарға насар ҡараш тыуҙырырға, балаға ҡарағанда бесәйҙең яҡшыраҡ булыуына ышандырырға тырыша. Төрлө һүрәттәр, образдар, негатив юмор файҙалана», — тип билдәләй депутат. 

Әйткәндәй, был закон проекты Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан  2023 йылда уҡ тәҡдим ителгән була, әммә тексты үҙгәртеү тәҡдиме менән ул кире ҡайтарыла.

2025 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙә чайлдфри хәрәкәте идеологияһын  хуплаған сайттарға һәм төрлө платформаларға блок ҡуйыласаҡ. Интернетта пропаганда алып барған өсөн административ эш асылыуы һәм штраф һалыныуы ихтимал. Штраф күләме граждандарға — 100-200 мең һум, шәхси эшҡыуарҙарға һәм компания етәкселәренә — 200-400 мең, бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдә-ренә — 2 миллионға тиклем, башҡа компанияларға — 1-4 миллион һум. Бизнесмендарға  эшмәкәрлектәрен 90 көнгә туҡтатыуҙары ла ихтимал.

Эльза Мөхәмәҙиева

Фотоколлаж: Р. Шәйхлисламов 

Автор:
Читайте нас