+30 °С
Болотло
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
17 Сентябрь 2025, 06:24

МЧС хеҙмәткәрҙәре ваҡытында ярҙамға килгән

Дәүләкәндә бер үҫмер егет бер проблемаға юлыҡҡан: ул бармағына кейгән металл балдаҡты сисә алмаған.

МЧС хеҙмәткәрҙәре ваҡытында ярҙамға килгәнМЧС хеҙмәткәрҙәре ваҡытында ярҙамға килгән
МЧС хеҙмәткәрҙәре ваҡытында ярҙамға килгән

Башта ул балдаҡты үҙе сисеп ҡараған, унан дуҫына мөрәжәғәт иткән – килеп сыҡмаған.

Үҫмер дауаханаға киткән. Врачтар ҙа сисә алмағас, Рәсәй МЧС хеҙмәтен саҡыртҡандар. Дәүләкән ҡалаһының 117-се янғын-ҡотҡарыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре махсус инструмент менән балдаҡты киҫеп, үҫмерҙең бармағын ҡотҡарып алып ҡалғандар.

Идарағылар көнкүрештә ҡатмарлы хәлдәр тыуһа, һис кисекмәҫтән 112 һандарын йыйырға кәңәш итәләр.

 

Материал, фото: Башинформ.

МЧС хеҙмәткәрҙәре ваҡытында ярҙамға килгән
МЧС хеҙмәткәрҙәре ваҡытында ярҙамға килгән
МЧС хеҙмәткәрҙәре ваҡытында ярҙамға килгән
Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас