+30 °С
Болотло
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
16 Сентябрь 2025, 12:56

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлекте тамамланылар

Бөгөнгә һәйкәлдең тирә-яғы ҡойма менән уратып алынған, ваҡытылыса инженер селтәрҙәре, электр уты үткәрелгән, видеокүҙәтеү ҡуйылған. Төҙөлөш ҡаласығы эшләй башланы, тип хәбәр итә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов.

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлекте тамамланыларӨфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлекте тамамланылар
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлекте тамамланылар

Шулай уҡ һәйкәлде нығытыу өсөн тимер конструкциялар әҙер булған. Бынан тыш, сентябрҙә ер ҡаҙыу эштәре башланасаҡ, скульптура эргәһендә түшәлгән ташты, гранит баҫҡыстарҙы аласаҡтар.

«Барлыҡ эштәр юл картаһына ярашлы — тәғәйен ваҡытта башҡарыла», — тип белдерҙе Рөстәм Ғәзизов.

 

Материал: Башинформ. 

Фото: Решина Камалова.

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлекте тамамланылар
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлекте тамамланылар
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлекте тамамланылар
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлекте тамамланылар
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлекте тамамланылар
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлекте тамамланылар
Автор:
Читайте нас