

Бисә-сәсә ҡайтып, еңелсә генә йыуынып алыу менән, ҡыуаҡ төптәренә таралышып, аш бешкәнсе гәп һуғырға ултырҙы. Ә малай-шалай шунда уҡ кейемдәрен сисеп, суп та суп килеп, кем уҙарҙан һыуға һикерешә башланы. Ир-ат яр тирәләй баҫҡан да, малайҙарҙың һыу инеүенән бер мәрәкә табып, тамаша ҡыла.
– Йә әле, кемегеҙ шәберәк һикерә?!
– Ҡара, кем, Мөхәммәтгәрәй, ниңә улай эсең менән ырғыйһың?
Малайҙарҙы ҡотортоп тора торғас, түҙмәйенсә, өлкәндәр ҙә сисенә башланы. Таҙа кәүҙәле бер егет, күлде алып ырғытырҙай булып, тирә-яҡты айҡап йөрөй. Ҡыҙҙарҙы ҡыуып, өҫтәренә һыу һибеп китһенме, ҡайһыһын тотоп алып, кейеме-ние менән күлгә төртөп төшөрһөнмө! Күл буйы геү килә.
Тик бер ҡырҡ йәштәр самаһындағы ағай ғына был уйын-көлкөгә ҡатнашмай тора ине. Саңлы биттәрен тир буй-буй ярып төшһә лә, быларға ҡамасаулап ҡуймайым тигәндәй, ситкә киткән дә, мөләйем генә итеп, кешеләрҙең күңел асыуын күҙәтә.
Бына бер саҡ әлеге Мырҙағәли ярҙан йүгереп сыҡты ла бағаналай ҡулдары менән ошо ағайҙы тотоп алды.
– Китегеҙ, ҡаны сәсрәмәһен! – Мырҙағәли был бәләкәй кәүҙәле кәгез генә кешене баланы күтәргән кеүек генә күтәрҙе лә ярға алып китте. Тегенеһе, ҡапҡанға эләккән йәнлек кеүек, ни эшләргә лә белмәне. Ҡыҙарышып китте, ысҡына алмағас, йомшаҡ ҡына итеп, ялынырға тотондо:
– Ҡуй әле, Мырҙағәли! Ҡуй әле, мин һиңә баламы ни? Ана, йәштәргә бәйлән, ҡыҙҙар менән бул!
– Ташлайым, билләһи, ташлайым!
Мырҙағәли бар ерҙә бер нәмә булмай ҡалмай. Көсөнә ышанған был егет һәр ерҙә берәй көлкө сығарырға ғына йөрөй. Үҙенең дыуамаллығына кеше көлһә, бик ҡәнәғәт була. Эшһеҙ халыҡҡа уның был ҡылығы ла етә ҡалды. «Давай, давай, Һиҙиәт моряк башы менән һыуҙан ҡурҡып тора», – тип шаулаша башланылар. Ә Һиҙиәт тигәндәре, ахырыһы: «Туҡта инде, сисенәйем», – тигән булды.
– Түлке, ҡара уны, йүгереп килеп һикерәһең! – Мырҙағәли ебәрҙе лә бармаҡ янап ҡуйҙы, Һиҙиәт тырыша-тырыша төймәләрен ысҡындыра башланы. Ул, ысынлап та, малайҙар һымаҡ артҡараҡ китеп торҙо ла, йүгереп килеп, бар көсөнә аҫҡа ырғыны. Ләкин ул алданыраҡ һикерҙе булһа кәрәк, күлгә түгел, «шап» итеп күл ситендәге батҡаҡҡа килеп төштө һәм дөҫөрләп барып һыуға ҡоланы.
– Вәт был моряктарса булды, исмаһам!
– Ха-ха-ха!
– Хәҙер йөҙөп тә күрһәт инде.
Вайымһыҙ кеше уларҙың һүҙен тыңланы. Ике ҡулын бер юлы алға ташлап йөҙөп маташҡан булды. Ярҙағы бөтә халыҡ Һиҙиәттең һыу инеүен ҡыҙыҡһынып күҙәтә башланы.
Әмәлгә ҡалғандай, шул ваҡыт арғы яҡ яр буйында ниндәйҙер балыҡ ҡармаҡҡа эләккән кеүек бер тирәлә һикергеләп ҡарпып алды.
– Сурағай!!! – Халыҡ гөжләп ебәрҙе.
– Һиҙиәт, Һиҙиәт, томбойоҡҡа суртан уралған бит! Тот тиҙерәк!
Бер ҡатлы кеше инде үҙе лә. Балалар һымаҡ, аптырап китеп:
«Ҡайҙа, ҡайҙа!» – тип шаптырлап томбойоҡ араһына инеп китте. Суртаны ла, Һиҙиәтте ирештергәндәй, уның алдында гына тағы бер-ике ҡарпып ебәрҙе.
– Ана, ана бит!
– Өҫтөнә ят!
Әйтеп биргеһеҙ тамаша тыуҙы, Һиҙиәт ҙур күл буйлап ах та ух килеп балыҡ баҫтыра. Ә ярҙағылар быуынһыҙ булып көлә. Тегенеһе сурағайҙы эҙләне-эҙләне лә, ахыры эштең ниҙә икәнен төшөндө шикелле, ярға кире сыҡты.
– Тотторманымы ни? Ҡойроғо юҡ шул, һа-һа-һа!
– Һе! Күлдә балыҡ тотоп буламы ни... – Һиҙиәт үҙе лә көлгән булды. – Күле ҙурыраҡ шул. Әтеүсә...
Ярты сәғәт самаһы һыуҙа йөрөп, хәҙер ҡалтырай-ҡалтырай кибенеп торған Һиҙиәтте уратып алып күмәкләп көлөргә тотондолар. Ә ул һаман да сер бирмәҫкә тырышты.
– Ниңә, әллә мине ысынлап баҫтырған тип белдегеҙме? – тигән булды.
Был мәҙәктәр Мырҙағәлигә аҙ күренде шикелле. Ул дерелдәп салбарын кейеп маташҡан Һиҙиәттең тәненә ҙур итеп батҡаҡ буяп китте. Тегенеһе, яңынан сисенеп, һыуға төшөп кенә менгәйне, Мырҙағәли тағы буяны, Һиҙиәт һәйбәтләп тә, асыуланып та әйтеп ҡараған булды, Мырҙағәли һаман да ҡуймай. Бисәһе Хөббөниса килеп сыҡмаһа, был уйын ни менән бөткән булыр ине икән. «Һиҙиәт күлдә балыҡ баҫтыра», – тигән хәбәр таборға таралып өлгөргән. Хөббөнисаһы ишетеп ҡалған да туҙып килеп етте.
– Шунан да мыҫҡыл ителеп тораһың! – тип ул Мырҙағәлиҙең битенә ласлатҡансы батҡаҡ бәрҙе лә ирен ситкә алып китте. Бисәһенең ҡыҫылыуына Һиҙиәт уңайһыҙланды, буғай. Ялт-йолт итеп тирә-яҡҡа, асыуланамы икән тигән кеүек итеп, Мырҙағәлигә ҡарап алды. Уҫал ғына итеп бисәһенә өндәшкән булды:
– Ниңә-ниңә, беҙ ни былай ғына ла баһа!..
Һәр ерҙә аранан берәй йомшағырағын ирештерә, мәҙәкләп көлә торған ғәҙәт бар бит ул. Үтә бер ҡатлы, балалар кеүек юҡҡа-барға ышаныусан Һиҙиәтте ошолай мәҙәкләү-кәзекләүҙәр бәләкәй сағынан уҡ ҡалған. Шулай ҙа уның иң ҙуры башҡа нәмәлә ине.
...Һиҙиәт ауылға һуғыштан һуң, тормош ауыр заманда ҡайтып төштө. Күкрәгенә бер нисә миҙал таҡҡан, күҙ яуын алырлыҡ өр-яңы матрос формаһы кейгән был егет, ҡайта һалғас, бик эре сирттереп йөрөнө. Тәүҙәрәк хатта башҡортса һөйләшә белмәгән кеше кеүек ҡыланды. Вата-емерә булһа ла, татарса, русса маташтырҙы. «Ауылда мин өйләнерлек ҡыҙҙар юҡ. Ленинградтан алып ҡайтаһы булған икән», – тип тә ебәргән шикелле.
Шунан ҡайтыуына ике-өс ай үттеме юҡмы, ире һуғышта үлеп, тол ҡалған еңгәһе Хөббөниса өйөнә инде лә ҡуйҙы. Уныһы Һиҙиәттән ап-аруҡ оло, етмәһә, ҙур ғына ҡыҙы ла бар ине. Ә былай Хөббөниса ауылда хәлле генә йәшәүсе ҡатындарҙан. Төҫкә-башҡа ла һылыу, эш тиһәң инде – емертеп һала. Арлы-бирле ирҙәреңдән былайыраҡ.
Мәгәр ҡайһылай ғына булмаһын, ауылда егетмен тигән егеттең тол ҡатынға өйләнеүенән көлә торған ғәҙәт бар инде ул. Бигерәк тә үҙе алдан шапырынып йөрөгәс, был хәл кешеләргә етә ҡалды. Айырыуса Һиҙиәттең йәштәш ҡыҙҙары ирештерҙе. Ниндәй генә таҡмаҡтар, көләмәстәр сығарып бөтмәнеләр. Ҡалманы Хөббөнисаның алты мөйөшлө йорто ла, бура кеүек һыйыры ла – йәнәһе, егет шуға ҡыҙығып өйләнгән булып сыға.
Һиҙиәт үҙе былай эшкә әрһеҙ булһа ла, бик әрпеш, инабатһыҙ тотона. Салғы тотһа, салғыһын һындырһынмы, уны ҡайрайым тигәнсе ҡулын уйып алһынмы, йә урамда барғанда сәкүшкәһе юҡлыҡтан арбаһының тәгәрмәсе ысҡынып китһенме, тейәгән йөгө ишелеп төшһөнмө – була торғайны инде. Ундай кешенеке берәү булһа ла, бишәү булып күренә.
Уҫал телдәр нисек кенә көлөп маташмаһындар, Һиҙиәт менән Хөббөниса үҙ-ара бик татыу йәшәй. Уларҙың өйөндә бер ваҡытта ла талаш-тартыш тигән нәмәне ишетмәҫһең. Ҡайҙа бармаһындар, гел бергә. Хатта ауыл кешеләре араһында, «Ишәй менән Ҡушай кеүек» тиәһе урынға, «Хөббөниса менән Һиҙиәт кеүек» тигән һүҙ ҙә ҡалған.
Һиҙиәт бындай мәҙәкләүҙәргә күнегеп тә бөткән. Уларҙың ыңғайына үҙе лә көлгән була. Белеп тора инде: үсегеп, ҡаршылашып маташһаң, тегеләр тағы ла нығыраҡ кәзекләргә тотонасаҡ. Хөббөнисаһы ҡауғалаһа ла, Һиҙиәт әле лә быға артыҡ иғтибар итмәне.
Ҡояш байыр алдынан машина килде. Ҡайһы берәүҙәр өйҙәренә ҡайтырға йыйына башланы, Һиҙиәт тә Хөббөнисаһы менән бәләкәс улын машинаға ултыртты. Тик ошо ваҡытта ғына уның арыған күҙҙәренә нур һирпелде. Шым ғына улын һөйҙө, ҡатынына ҡарап алды. Улын һәм ҡатынын оҙатыу баяғы көлөүҙәрҙе онотторҙо шикелле, ул яңынан кеше араһына инеп китте.
...Кис күл буйы иҫ киткес матур була. Һалҡынса һауаны телгеләп тартай, бүҙәнәләрҙең тарҡылдауы, аттарҙың бышҡыра-бышҡыра үлән өҙөүе, тын һыу өҫтөн тулҡынландырып, балыҡ ҡарпып ебәреүе үҙе генә лә ни тора! Өйҙәрендә эше булмағандар кисен бында ҡалырға тырыша, ә инде йәштәрҙе ҡыуып та ҡайтара алмаҫһың.
Әле лә, кешеләрҙең ҡайтаһы ҡайтып бөткәс, иҙән кеүек булып таҡырайған убала Муллаяндың гармуны һайрап ебәреүе булды, бесәнселәрҙең йәше лә, ҡарты ла шунда ағылды. Күл буйын йырлашҡан, бейешкән тауыш ҡаплап алды. Ә теге Мырҙағәли инде уртала – бейемәгәндәрен бейетеп, йырламағандарын йырлатып, дыу килеп йөрөй. Ҡайҙан отҡандыр, әллә ниндәй уйындар ойоштороп, кешеләрҙе көлдөрөп, эстәрен ҡатырып бөтөрә.
Халыҡ бейешеп арыны шикелле. Мырҙағәли кешеләрҙән фантик йыя башланы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йә тарағын, йә йөҙөк-беләҙеген һалдырып ала. Бирерҙәй әйбере булмағандарын төрлө мәрәкә һүҙҙәр әйтеп оялта.
Егеттәрҙең кеҫәһенән бәке, портсигар-фәлән сыҡты, Һиҙиәтте лә ҡалдырманы, башынан уңып, ҡоймаҡ шикелле ләпшәйеп бөткән кепкаһын алып китте, Һиҙиәт уның артынан ынтыла биреп ҡуйҙы ла, эш сығара алмаҫын һиҙепме, туҡталды, саллана башлаған сәсен һыйпап ҡуйған булды.
Усаҡ яҡтыһында үҙенә күрә концерт башланып китте. Мырҙағәли ҡуйынынан берәмләп йыйылған әйберҙәрҙе сығара:
– Был фантикка ни наказ?
Ауыл халҡы кемдең нимәгә маһир икәнен белә. Әйберҙең хужаһына ҡарап наказ бирә: «Бейеһен!» «Йырлаһын!» «Гармун уйнаһын!». Һөнәре барҙары тиҙ ҡотола, һөнәрһеҙерәктәрен Мырҙағәли интектереп бөтөрә. Ҡолаҡҡа яҡмаған эштәр ҡуша: «Әтәс булып ҡысҡыр!» «Ерҙә баш түбән йөрө!»
Бына ул козыректары кәкрәйеп бөткән кепканы юғары күтәрҙе:
– Был фантикка ни наказ?
– Һиҙиәттеке! – Халыҡ геүләшеп ҡуйҙы.
– Ул бит моряк! Давай моряк бейеүен бейеһен!
– Күлдән балыҡ тотһон!
– Һөйгәненең исемен әйтһен! Һа-һа!
Һәр кем хәленсә мәрәкәләп маташа, Һиҙиәт уларға артыҡ ҡолаҡ һалманы. Әллә һалһа ла тышҡа сығармаҫҡа тырышты. «Ярар, Мырҙағәли, ана йәштәрҙе бейет», – тип кепкаһын алырға итте. Теге яҡын да килмәне.
– Юҡ, юҡ. Улай ғына ҡотола алмаҫһың!
Һиҙиәт ғәйепле төҫ менән генә тора.
– Китсе әле, Мырҙағәли, оло кеше менән булма! – Бер ҡатын уны яҡлашып маташты. Үҙен яҡлаусы барын һиҙгәнгәме, Һиҙиәт йәнә кепкаһына ынтылды. Мырҙағәли кепканы юғарыраҡ күтәрҙе.
Мырҙағәлиҙе еңерлек түгел икәнен күрепме, ҡайһылары Һиҙиәтте өгөтләргә тотондо:
– Ярар, шунда арлы-бирле итеп булһа ла бейе лә ҡуй!
– Ҡуйығыҙсы! Ниңә оло кеше менән булаһығыҙ!
– Фантикка ҡалғас, ярамай. Миңә тимәһә, һыйыр булып баҡырһын. Береһенә бирһәң, ҡалғандары ла үтәмәй уның! – ти Мырҙағәли.
– Йә, Һиҙиәт, торма! Анау бер Һарығамыштарҙы таң ҡалдырып ҡайтҡанһың әле! Бер ҡоҙағыҙ бик шәп йырлай икән тип торҙолар! Давай йырла.
– Китсе? Булмаҫ! Һиҙиәт тик бер үҙе ҡараңғы мунсаға бикләнеп йырлаймы икән әллә?
– Юҡсы, ҡоҙа булып барғанда, туйҙа йырлаған...
– Тимербайҙы әйткәндәрҙер улар?
– Ни эшләп? Ул барманы ла инде?
– Ни эшләп бармаһын ти? Бына ҡыҙыҡ!
– Туйҙа бит ул! Бер яртыны ҡағып алһам мин дә йырлайым!
– Юҡ-юҡ, иҫтәре китеп һөйләне.
Халыҡ геүләшә, Һиҙиәт тын ғына торҙо-торҙо ла тамағын ҡырып ҡуйҙы. Шунан, ҡапыл алға ынтылып ҡуйҙы:
– Ярар...
Мырҙағәли ҙә аптырап ҡалды, буғай. Ни эшләргә уйлай икән был, тигән кеүек тегегә текәлде.
Һиҙиәт уртағараҡ сыҡты. Йәнә тамағын ҡырып алды. Йөҙө ҡапыл алмаштырған кеүек үҙгәрҙе. Бер ҡатлы ихлас кеше етдиләнеп китте, күҙе уйсанланды. Ауылдаштары был ни һуң әле, ысынмы, бушмы тигән кеүек тын ҡалды.
Һиҙиәт тәрән итеп тын алды... Шунан талғын ғына итеп йыр-лап ебәрҙе:
Йәшел генә санай, зәңгәр дуға-у-у...
Тауыш нисектер тупаҫыраҡ сыҡты булһа кәрәк. Әллә Һиҙиәт йырлар булғанға, шулай тойолдомо, Мырҙағәли пырхылдап ҡуйҙы.
Ектерһәнә лә Фатимам туры aтҡаy...
Һиҙиәт кешегә иғтибар итмәне. Тауыш талғыныраҡ, ышаныслыраҡ сыҡты. Бөтәһе лә, был беҙҙең Һиҙиәтме, тигәндәй, йырсыға текәлгән. Ҡыуыштағылар ҙа йүгерешеп килде. Күктән төшөп пәйҙә булған йырсыны күрергә теләп күҙҙәрен уртаға аттылар. Усаҡ яҡтыһында торған кешенең Һиҙиәт икәнен күргәс, йырып-йыртып эскәрәк ынтылдылар. Был ни ғәжәп.
Йыр туҡталды. Ялан бер аҙға тын булып ҡалды.
Һиҙиәт йәнә тын алды ла тағы башланы. Бәләкәс кәүҙәле кешенең киң күкрәгенән сыҡҡан тауыш йәнә киске тынлыҡты ярҙы. Төнгө тауыш әллә ҡайҙарға, тауҙарға барып ҡаҡлыға. Әммә шаңдауы күл буйындағыларға ишетелмәй, уныһын, әйтерһең, ҡалған донъя тыңлай. Хатта, ҡоштар ҙа туҡтаған, ҡурпыла йөрөгән тышаулы аттар ҙа тыңлай.
Үҙ илемә ҡайтып түрә булһам,
Ирешер, инем дәу, Фатимам, моратҡай-й.
Һиҙиәт донъяны онотто. Кешеләрҙе лә, хатта үҙенең йырлап тороуын да онотто, буғай. Ярһып сапҡан атмы, әллә яҙғыһын быуаһын йырып аҡҡан йылғамы ни! Бөтәһе таша, аҡтарыла!
Бесәнселәр күҙҙәрен аҫҡа текәгәндәр ҙә уйға ҡалғандар. Йыр йотто кешеләрҙе.
Йырсының ялпылдаған уттан төшкән күләгәһе аръяҡтағы сауҡалы тауҙа талғын ғына бәүелә, әйтерһең дә, йырсы үҙе лә ошо йыры менән бергә һауала йөҙә.
Ҡыл да ҡыбырлатҡан кеше юҡ. Ә йырсы тирәһендәге ҡулса ниндәйҙер ҡөҙрәт менән тарайғандан-тарая килә.
Һандуғас та һайрар, ай, ер түгел,
Кәкук тә генә саҡырыр ҙа ер түгел,
Һағынырһың да, Фатимам, һарғайырһың,
Йугерә-атлап та ҡайтыр ер түгел.
Йыр бөттө. Һиҙиәт туҡтаны ла аптырап кешеләргә ҡараны. Әйтерһең, ул үҙенең ҡайҙа торғанын да онотҡан, ҡапыл дыуамалланып китеүенә ғәфү үтенгән һымағыраҡ тора. Бәлки, яратмаған-дарҙыр...
Кепкаһы иҫенә төштө, ахырыһы, башын һыйпап ҡуйҙы ла Мырҙағәлигә таба атланы:
– Бир...
Мырҙағәли ҙә ҡаушап төштө. Бик ауыр нәмә күтәреп торғандай тегенең йәмшек кепкаһын аҡрын ғына эйәһенә һуҙҙы.
Һиҙиәт алды, «кәлп» иттереп башына кейҙе лә ситкә боролдо. Ул нимәгәлер уңайһыҙлана ине. Шунан йығылып китмәмме икән, тигән шикелле, ауырһынып ҡына урынынан ҡуҙғалды. Түңәрәк уртаға ярылды. Бесәнселәр юл бирҙе, Һиҙиәт усаҡ янынан үтте. Шәүләһе, кешеләрҙе ҡосаҡлап сыҡҡандай, майҙанды уратып үтте. Был алға иңкәйә биреберәк торған бәләкәй кәүҙәле, киң күкрәкле кеше ҡыуыштар яғына атланы. Бер аҙҙан уның шәүләһе ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды.
Кешеләр ҡараңғылыҡҡа ҡарағандар ҙа тора бирәләр. Әйтерһең, Һиҙиәт йәнә йырлай башларға тейеш. Тик Мырҙағәли генә фантикка йыйған әйберҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптырай ине, ахырыһы.
Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ.
1964