Ҡамырға әсетке әҙерләү өсөн 2/3 стакан йылымыс һөткә 30 грамм яңы (булмаһа, самалап ҡороһон алырға мөмкин) сүпрә, ондоң яртыһын һалып, 2 сәғәткә ситкә ҡуйып торорға. Аҡ майҙың яртыһына шәкәр һалып иҙгәс, тоҙ, 2 йомортҡа, ҡалған һөттө өҫтәп бутарға. Ҡалған он менән әсеткене һалып, ҡамыр баҫырға. Уны 2 сәғәт йылыла тоторға. Был ваҡытта ҡабарған ҡамырҙы бер нисә тапҡыр баҫып төшөрөргә.
Картуфты әрсеп бешергәс, ҡалған аҡ майҙы, бер аҙ йылы һөт һалып иҙергә. Ҡамырҙан йомро шәнкәләр әүәләп, уртаһына стакан менән баҫып, картуф иҙмәһен һалырға. Ситтәренә бер йомортҡа һарыһын туғып һөртөргә.
180 градусҡа тиклем эҫетелгән мейестә 30 – 40 минут бешерергә. Бешеп сыҡҡас, аҡ май менән майларға.