

– Ер шарында күпме мосолман йәшәүен белдергән аныҡ ҡына һан юҡ. Ике миллиардтан ашыу, өс миллиард, тиеүселәр ҙә бар. Әммә эш һанда түгел, барыһы ла Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтендә. Уның бәхәсһеҙ дәлиле менән Ер йөҙөндә йәшәүселәрҙең сәстәре, күҙҙәре төрлө төҫлө итеп барлыҡҡа килтерелгән, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү рәүештәре лә һәр ҡайһыһының үҙенсә. Улар бер-береһе менән аралашып, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һанлап йәшәһен өсөн ҡәүемдәргә, ҡәбиләләргә айырылғандар. Һәр кем үҙ сығышын, ҡәүемен белергә тейеш. Төрлө булһалар ҙа, әҙәм балаларын уртаҡ дин берләштерә. Беҙҙең дә милләтебеҙгә, менталитетыбыҙға, йәшәйешебеҙгә хас булған үҙ динебеҙ бар. Ошонан ситкә тайпылмайынса барыу – иң хаҡ юл. Икенсе милләткә эйәреү үҙебеҙҙең традицияларыбыҙҙы юҡҡа сығарыуға тиң. Шуға ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ярашлы дин тотоуыбыҙ – дөрөҫ ғәмәлдәрҙең береһе. Мәҫәлән, ҡайһы бер халыҡта шундай йола бар, күмәкләшеп түңәрәккә теҙелеп зекер әйтеү һәм ҡул сабып, көйләп Аллаһы Тәғәләнең исемдәрен ҡабатлау. Беҙҙең халыҡ өсөн ғәҙәти булмаған ят күренеш кеүек булһа ла, был ғәмәл дә – уларҙың үҙҙәренә генә хас дини йолаларының бер өлөшө. Шуға ла ниндәйҙер ғөрөф-ғәҙәтте ҡабул итеп, икенсеһенекен инҡар итеү – дөрөҫ түгел. Һәр милләттең үҙенеке генә тип һаналған ғәҙәттәре дингә зыян килтермәй, уны тулыландыра, байыта ғына. Аллаһы Тәғәлә һеҙгә Ҡөрьән һәм сөннәт ҡалдырам тигән, ә сөннәт – мотлаҡ булмаған, ләкин хупланған эш, тимәк, беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҙә ошо ғәмәл эсенә инә. Уны ҡылғандар сауаплы, әммә ҡылмағаны ла гонаһлы түгел.
– Мосолман ҡатын-ҡыҙының кейеме тураһында һүҙ йөрөтһәк, бәхәс тәү сиратта яулыҡ ябыныуға ҡағыла. Өләсәй, әсәйҙәр улай уранмаған, ғәрәптәрҙе ҡабатлау тигән сағыштырыуҙар башлана. Ысынлап та, башҡорт ҡыҙҙары балиғ булғанға тиклем яланбаш йөрөгән, һуңғараҡ йәш айырмаһына ҡарап, яулыҡты төрлөсә – артҡа ҡайырып та, яҙып та бәйләгән. Бөгөн хатта мәктәпкә лә бармаған ҡыҙҙарҙың башына ябынып, оҙон күлдәктә йөрөүе дин ҡушҡан мотлаҡ талапмы?
– Сәс – ҡатын-ҡыҙҙың иң гүзәл, аҫыл байлығы. Был зиннәт сит ирҙәр күҙенә асылмаҫҡа, күренмәҫкә тейеш, шуға ла яулыҡ ябыныу әҙәп ҡанундарының береһе һанала. Уны нисек ябыныу мөһим түгел, ә тыйылған ерҙең шәриғәтсә ҡаплаулы булыуы шарт. Элек улай эшләмәгәндәр тип, ул замандағы мөмкинлектәрҙе әлеге менән сағыштырырға кәрәкмәй. Бөгөн цивилизация, сауҙа үҫешкән заманда яулыҡтарҙың төрлөһө бар. Ҡасандыр балаларҙың яулыҡта йөрөүе мәжбүри һаналмаған, тип әйтеү ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. Ул саҡта балаларҙы тәрбиәләү башлыса ғаилә, ауыл халҡы ҡарамағында булған. Бөгөн иһә йәш быуынға төрлө яҡлап йоғонто яһау саралары көслө. Мәктәптә, ғаиләлә бер төрлө тәрбиә алһа, зәңгәр экрандар, интернет селтәрҙәре үҙ эшен башҡара. Әгәр ҙә ата-әсәләр кесе йәштән үк балалары күңеленә дин әҙәбен һала, башҡа ябынып, ғәүрәтте ҡаплап йөрөргә өйрәтә икән – зарар юҡ. Эш яулыҡта тормай, уны нисегерәк ябыныуға ҡарамай, сәстәрен ҡаплай башлағандар икән, тимәк, тора-бара дини тәртиптәрҙе үҙләштереүгә лә сират етәсәк. Ғөмүмән, яулыҡ ябыныу тәртибе христиандарҙа ла бар. Яулыҡ ябынмаған ҡатын-ҡыҙҙы нимә эшләтәйек, тип һорағандар Апостол Павелдан. Ул: «Теләмәй икән, сәсен ҡырығыҙ, таҡыр баш йөрөргә оялһа, яулыҡ ябыныр», – тигән.
– Донъяуи әхлаҡ үҙгәреп тора, шуға ла хәҙер тырнаҡ буятмаған, ҡаш эшләтеп, керпек үҫтермәгән ҡатын-ҡыҙ ҡалмағандыр ҙа, быларҙан тыш, тәнен сыбарлап татуировка эшләткән ирҙәр генә түгел, ҡатындар ҙа күбәйә. Ошондай күренештәргә ислам дине нисек ҡарай?
– Ғөмүмән, беҙҙең дин электән тырнаҡ үҫтереү, самаһыҙ биҙәнеү, сәс туҙҙырып йөрөүҙе әҙәпһеҙ ҡылыҡтарға индерә. Был йәһәттән тәрбиә бала саҡтан һалына. Ә бына инде тыумыштан бирелгән тәнде үҙгәртеү, уға төрлө һүрәт яһау – тыйылған ғәмәл. Был йәһәттән кемделер мәжбүр итеп тыя алмайбыҙ, беҙҙең бурыс – аңлатыу, еткереү, ә яуапты һәр кем үҙе тота.
– Буялған тырнаҡтар менән тәһәрәт дөрөҫ булмай, тиҙәр, ә шундай тырнаҡлы ҡатын-ҡыҙ көтмәгәндә мәрхүм булһа, ғөсөлө дөрөҫ булһын өсөн был буяуҙы таҙартырға кәрәкме?
– Тәһәрәт алғанда һыу буяу аша тырнаҡ аҫтына инмәй, талаптарға ярашлы, йыуынғанда ҡоро ер ҡалмаҫҡа тейеш. Йәмғиәт закондары үҙгәреп торһа ла, дини ҡанундар нисек төшөрөлгән, шулай ҡала. Заман башҡа тип, унда яҙылғандарҙы үҙебеҙсә бормайбыҙ. Был осраҡта кемделер хөкөм дә итә алмайбыҙ, бары тик дөрөҫ йүнәлеш кенә бирергә мөмкин, кешенең ерҙә ҡылған бар ғәмәлдәре лә Аллаһы Тәғәләгә тапшырыла. Беҙгә бит уның тарафынан аҡыл, фекерләү һәләте бирелгән, фәһем өсөн зәғифтәр яратылған. Сағыштырып, дөрөҫ һығымта яһау үҙебеҙҙән тора.
– Диндәге ҡатын-ҡыҙ социаль төркөмдәрҙә ниндәйҙер темала аралашыуҙан, комментарий яҙыуҙан тыйылырға тейешме, әллә инде был рөхсәт ителгән ғәмәлме?
– Әгәр ҙә ул ҡатын әхлаҡ ҡанундарын боҙмай кем менәндер аралаша, ғилем эстәй йә иһә кемделер ниндәйҙер яҡшы ғәмәлгә өйрәтә икән, был осраҡта ҡәтғи тыйыу юҡ.
– Граждандар никахы менән йәшәүселәргә инде күнегеп тә барабыҙ. Ә бит никах – ир-менән ҡатын араһындағы хәлдәрҙе сит күҙҙән йәшереүсе шаршау, тиҙәр. Тимәк, никахһыҙ йәшәүсе парҙарҙың йә иһә осрашып йөрөүселәрҙең шәхси тормошо асыҡ ишек кеүекме?
– Бөгөн күптәр никахты инҡар итә, уны дин әһелдәренең кәрәгенән тыш аҡыл өйрәтеүе, тип тә һанай һәм шуның менән ҙур гонаһ ҡыла. Никах юридик көскә эйә түгел, әммә ул мотлаҡ үтәлергә тейеш ҡанун. Был эш йәшертен башҡарылмай, исем өсөн генә уҡылған никахтар ҙа зина ҡылыуға тиң. Шуға шәриғәт закондары буйынса ир менән ҡатын булыуҙы яҡындарың менән бергәләп, барыһына ла иғлан итеп үткәреү мөһим. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ҙә «һарыҡ салып булһа ла никах мәжлесе үткәрегеҙ» тип әйтеп ҡалдырған. Физик теләктәреңде ҡәнәғәтләндереү өсөн генә никахҡа инеү ҙә ислам талаптарын боҙа. Ғаилә ҡоролғас, кешенең нәҫеле дауам ителергә тейеш.
– Ҡайһы бер хәҙрәттәр, ислам динендә мода булырға тейеш түгел, тип бара. Шуға ҡарамаҫтан, дини кейемдәрҙе күрһәткән подиумдар, мода конкурстары үткәрелә.
– Был турала диндә аныҡ ҡына әйтелмәгән. Тәү ҡарамаҡҡа мода һәм дин икеһе ике төшөнсә кеүек, әммә дин ҡушҡан талаптар үтәлә, әҙәп нормалары һаҡлана һәм уның ниндәйҙер файҙалы яғы бар икән, ыңғай ҡарарға ла була.
– Социаль селтәрҙәрҙә «Алла бабай» тип һөйләүселәрҙе йыш ҡына тәнҡитләйҙәр, мотлаҡ Аллаһ, Аллаһы Тәғәлә тиергә кәрәк, тип шелтәләйҙәр, был ҙур гонаһмы? Мәҫәлән, беҙҙе лә, икмәк валсығын ҡойһаң, Алла бабай башыңа һуға, тип үҫтерҙеләр.
– Бөгөн Алла бабай тип һөйләгән кешеләр һирәктер. Элегерәк бар кешенең дә дини ғилеме булмаған һәм ул тәрбиә ысулын үҙ кимәленән сығып биргән. Хәҙер ғилем көслө, шуға күрә был йәһәттән һәр нәмәне үҙ исеме менән атау дөрөҫ булыр. Кемдер төҙәтә икән, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу ҡамасау булмаҫ.
– Әле илебеҙҙә тынысһыҙ осор. Шул арҡала күп кенә ҡатындар ҙа махсус хәрби операцияға юллана. Мосолман ҡатын-ҡыҙының сит ирҙәр менән бергә ил һаҡлауына дин нисек ҡарай?
– Тарихыбыҙ аша башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының борондан ирҙәр менән бергә яу сабыуын беләбеҙ. Шулай уҡ пәйғәмбәр ҡатындарының да ирҙәре, ағайҙары менән яуҙаштар булыуы тураһында аяттар бар. Йәғни улар медик, ярҙамсы булараҡ һуғышта ҡатнаша алған. Ҡатын-ҡыҙ дошмандан һаҡланыу маҡсатында ирҙәр менән бер рәттә алышҡан, ә инде һөжүм иткән осраҡта, көсһөҙ зат булараҡ, уларҙың барыуы мотлаҡ булмаған. Шуға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡатындар ил саҡырыуы буйынса изге эштә йөрөй.
– Яугир ҡатындарын төрлөсә телгә алалар, улар күңел асырға, социаль селтәрҙәрҙә ултырырға, иренә түләнгән аҡсаны ла үҙе ҡайтмайынса тотонорға тейеш түгел...
– Динебеҙҙә христиандарҙағы кеүек ҡара кейемдә траур үткәреү ғәҙәте юҡ. Ҡайғы килгән осраҡта ла ҡысҡырып илау, тормоштан ваз кисеү тыйыла. Ҡатын-ҡыҙ өйөндә бикләнеп ултырырға тейеш түгел, тормош дауам итә, кемдер ҡунаҡҡа йә концертҡа саҡыра икән, унда барыу ҙа боҙоҡ ғәмәл һаналмай. Киреһенсә, ауыр мәлдә кеше менән аралашып, күңел бушатыу файҙа ғына. Бары сама кәрәк. Ә инде ирҙең яу яланында йөрөп алған аҡсаһы – уның тир түгеп, үҙ көсө менән тапҡан хәләл эш хаҡы. Ҡатынының был аҡсаны бәрәкәтле итеп, уртаҡ мәнфәғәт өсөн дөрөҫ тотоноуы маҡтауға ғына лайыҡ.
– Бөгөн күптәр аят ашы, ифтар уҙғарғанда төшөрөлгән фотоларын интернет селтәренә һала. Комментарий ҙа төрлөсә була. Берәүҙәр ундағы кейемде, икенселәре аш-һыу өҫтәлен тикшерә, өсөнсөләре был эште күҙ буяу, маҡтаныуға һанай.
– Ҡөрьән ашында иң беренсе әҙәп ҡағиҙәләре буйынса вәғәз уҡыла. Шул саҡта нисек кейенеү тураһында ла әйтелә, сөнки һәр эштең үҙ рәте бар. Беҙ бит театрға барғанда, походка сыҡҡанда йә спорт менән шөғөлләнгәндә һәр ҡайһыһына ярашлы кейенәбеҙ. Дин мәжлесенә йөрөүгә айырым гардероб тоторға кәңәш итәм. Юғиһә, түбәтәй урынына бейсболка, башлыҡ кейгән ирҙәр, асыҡ иҙеүен, беләген төрлөсә ҡаплап маташҡан ҡатындар ҙа осрай. Театрға аяғыбыҙға калуш, өҫтөбөҙгә фуфайка кейеп бармайбыҙ бит. Етеш, мул тормошта йәшәйбеҙ, шуға һәр кемдең аят ашына йөрөрлөк махсус кейеме булыуы яҡшы. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәгәндә, фәрештәләрҙе ҡурҡытыуыбыҙ, уҡылған аяттың ҡабул ителмәүе ихтимал. Бындай мәжлестәрҙе күҙ буяу тип һанарға ярамай, бары тик диндә ауырлыҡтар булдырмай уны дөрөҫ итеп ойоштора белеү шарт.
Ошондайыраҡ әңгәмә ҡороп, бөгөн күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған, ниндәйҙер йәһәттән хатта көнүҙәк булған һорауҙарға яуап алырға тырыштыҡ. Бынан сығып, ниндәйҙер килешмәгән күренештәрҙе генә һөйләп, кемгәлер баҫым яһап, нимәгәлер мәжбүр итеп, диндә ауырлыҡтар тыуҙырырға ярамағаны ла яҡшы аңлашылғандыр. Шуға күрә дини өлкәләге тәртиптәрҙе лә: өләсәйҙәр – ҡыҙ, олатайҙар егет саҡта, тип сағыштырмай ғына фекер йөрөтөп, дөрөҫ ҡабул итеү иң дөрөҫө булыр.
Эльза Мөхәмәҙиева һөйләште.