+30 °С
Болотло
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
4 Сентябрь 2025, 04:00

Тархандарға тиң ҡатындар биҙәй был ерҙе

Ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған фиҙаҡәр уҡытыусы, тәжрибәле мәктәп директоры, районда хөрмәтле мәғариф белгесе, махсус хәрби операция яугире ҡатыны, тип, Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы Ишмырҙина йәшәгән Баймаҡ ра­йоны Ниғәмәт ауылына юлланғанда, подписка мәсьәләһе менән шул тирәләге китапханаларҙа, уҡыу йорттарында, мәҙәниәт үҙәктәрендә туҡтап китергә тура килде. Ҡайҙа ғына һуғылып, кемгә барыуыбыҙҙы әйтһәк, барыһы ла бер ауыҙҙан: «Лайыҡлы героиня», «Вәт, ул – ысынлап журнал тышын биҙәрлек ҡатын», «Шәп уҡытыусы, көслө рухлы шәхес», – тип ҡабатланы. Шуға ла ниәтебеҙ нығынып, илһамланып барып төштөк ауылға. Ә беҙҙе унда мәртәбәле хеҙмәт, абруй, үрнәк өлгөһө генә түгел, ә аҙағы яҙылып бөтмәгән тетрәндергес әҫәр кеүек фәлсәфәүи осрашыу көтә ине.

Тархандарға тиң ҡатындар биҙәй был ерҙеТархандарға тиң ҡатындар биҙәй был ерҙе
Тархандарға тиң ҡатындар биҙәй был ерҙе

Юл башы

 

«Ғүмәр ауылынан булған әсәйем Фирая Фазулла ҡыҙы Йылым ауылына, атайым Хөрмәт Шәһиғәле улына 17 йәшендә генә кейәүгә сыҡ­ҡан. Шаян, сос, дәртле күңелле йәш килен булған ул, шыңғыратып көлөүе, моңло итеп йырлап ебәреүе генә лә әллә ни торған. 27 йәшендә инде биш бала әсәһе булып, ҡәйнәһе менән ғүмер иткән. Мин шундай боронғо йолалар нигеҙендә донъя көткән ябай эшселәр ғаиләһендә тыуып үҫтем, – тип һөйләй бала сағы хаҡында Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы. – Әсәйем­дең буш ултырғанын иҫләмә­йем, оҫта итеп тегенә торғайны, гел ҡулында бер эше булды. Унан йырлауы арҡаһында бөтөн төрлө смотрҙа, концертта, бәйгелә ҡатнаштыралар. Сәхнәгә күлдәк-костюмдарын үҙе тегеп кейә. Яңы йыл маскарадтарынан да ҡоро ҡалмай. Ниндәйҙер образ, әкиәт геройы булып яһанып, гел алдынғы урындар ала. Унан атай менән киноға йөрөй торғайнылар. Береһе – тракторсы, икенсеһе – иҙән йыуыусы ғына, ә ошондай кистәрҙә кос­тюм-салбарҙа, ялтыр ботинкала, ҡупшы плащта, үксәле туфлиҙа, матур косынка һалып, ридикюль тотоп, ҡултыҡлашып ҡына сығып китәләр ине. Ә ниндәй тәбиғи мәҙәнилек, әҙәп һәм интеллигентлыҡ өлгөһө булды улар!»

Мәҙинә ҡартәсәйҙәре был ҙур ғаиләнең үҙәге була. Киленен дә йәшләй генә үҙенә һыйындыра белгән оло кеше өйҙә халыҡ аҡылын тота, ейәндәрен дә шул ҡағиҙәләрҙә тәрбиәләй. Балалар «ҡәйнә», «килен» төшөнсәләрен айырып ҡарауҙы белмәй ҙә, улар өсөн ҡартәсәй һәм әсәй генә бар. Был ике ҡатын бер бөтөн һәм улар һәр ваҡыт шулай бергә булған, тип уйлайҙар. Һөйләүҙәренсә, яңы төшкән йәш килен йылғаға һыуға китә лә оҙаҡлай. Ҡәйнәһе аптырап артынан эҙләп барһа, яр буйында өй төҙөп уйнаған ҡыҙҙарға ҡушылып онотолоп киткән икән тегеһе. Шелтәләмәй, ҡуша уйнап-көлөп һөйләшә лә, һыуын үҙе көйәнтәләп, киленен эйәртеп алып ҡайта. Шулайтып, ҡәйнәһенең ҡулында ҡатын булып әүәләнә, тормош тәжрибәһе туплай, бергәләшеп сабыйҙарын аяҡҡа баҫтыралар.

Биш бала ла уҡыуға әүәҫ була. Быға үҙҙәренә һөнәри белем алыу бәхете теймәгән ата менән әсә лә булышлыҡ итә. Бар хәлдәренсә уларҙы һөнәрле итергә тырышалар. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се мәктәп-интернатты тамамлағас, уҡытыусы булыу теләге менән янған Гөлйемеш Башҡорт дәүләт педагогия институтына юллана, әммә балы аҙ ғына тулмай. Ваҡыт юғалтмаҫҡа булып, ҡыҙ Мәсәғүт педагогия училищеһына инә. Башҡа уҡыу йорттарынан айырмалы рәүештә, унда ике йылда мөғәллим итеп әҙерләп сығаралар икән. Класташтары әле институтта фән шөкәрәһен кимергән мәлдә, Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында башланғыс кластарға белем биргән Гөлйемеш, 23 кенә йәшендә «Йыл уҡытыу­сы­һы» тип табылып, «Халыҡ мәғарифы отличнигы» исеменә лайыҡ булып та өлгөрә. Шулай педагогик практика­һын баштан уҡ юғары кимәлдә күрһәтә ул һәм шул планканы төшөрмәй 34 йыл хеҙмәт итә. Бер арауыҡ Баймаҡ районы мәғариф бүлегенең методика кабинеты етәксеһе вазифаһын башҡарып ала. Хаҡлы ялға сыҡҡас, өйҙә генә ултырырмын, яйлап ейәндәр була башлар, өләсәй роленә инермен, тип хыялланһа ла, район етәкселеге тәжрибәле уҡытыусыны яңынан сафҡа саҡыра, Икенсе Этҡол урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Александр Блоктың «На поле Куликовом» тигән әҫәрендәгесә, «Покой нам только снится», тип көрһөнә лә тағы шул мәктәп йөгөнә егелә Гөлйемеш ханым. Һәм бөгөн дә ул шул бөйөк һәм хөрмәтле һөнәренә тоғро.

 

Парлы бейеү

 

Буласаҡ ире Тәлғәт Әмир улы менән улар, әле яҡшылап таныш та булмаған саҡта, бер байрамда парлашып бейей. Йәштәрҙе ауыл концертына йәлеп итәләр ҙә. Тик унда, ябай мәҙәни ҡағиҙәләрҙе тотоп, әҙәп өсөн генә һөйләшә улар. Хатта егет тәртип йөҙөнән репетициянан һуң оҙатып та ҡуя. Әммә икеһе лә бер-береһенең тыныслығын боҙорға ҡыймай. Был бейеү үҙҙәре өсөн яҙмыш бейеүе булғанын да белмәй әле егет менән ҡыҙ. Тормош дауам итә. Гөлйемеш мәктәп мәшәҡәттәре менән ҡайнай, Тәлғәт, Ҡана урман хужалығында хеҙмәт иткән кеше, эшенә юллана. Һәм бары ике йылдан ғына уларҙың һуҡмағы киҫешә – урмансы уҡытыусыға хистәрен белдерә. Ике йыл дуҫлашҡандан һуң сәстәрен сәскә бәйләйҙәр.

– Иң тәү сиратта уның тәрбиәлелегенә иғтибар иттем, – тип хәтерләй йәшлек йылдарын Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы. – Аҙ һүҙле, бер аҙ баҙнатһыҙыраҡ та кеүек. Әммә күҙҙәре гел көлөп тора һәм шундай теле үткер, бер нәмә әйтһә, һынды ҡатырғансы көлдөрә. Шулай уҡ үҙе лә рәхәтләнеп көлөргә ярата. Бөгөн бына кесе улыбыҙ тас атаһының шул шаян сағын хәтерләтә: үҙе һөйләй ҙә үҙе көлә, уға башҡалар ҙа ҡушыла.

Тәлғәттең атаһы Әмир Мырҙағәлин Баймаҡ районы Ниғәмәт урта мәктәбендә тарихтан белем бирә, унан «Салауат» колхозы рәйесе була. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, «Почет Билдәһе» ордены кавалеры. Әсәһе Лира Исхаҡ ҡыҙы ла – «Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы» исемен яулаған рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Әлбиттә, йәш килендең эшмәкәрлеген был ғаиләлә аңлайҙар, аңлайҙар ғына түгел, юғары баһалап ҡарай «коллегалары». Сөнки был ваҡытта инде тормош иптәше Тәлғәт тә, Магнитогорск дәүләт университетын тамамлап, мәктәптә тарихтан һабаҡ бирә башлай. «Ҡайным һәм ирем кеүек тарихсыларҙы башҡаса күргәнем булманы, – ти Гөлйемеш. – Шул тиклем күп уҡынылар, күпте белделәр, дәрестәргә яуаплы әҙерләнделәр, ә инде икәү-ара бәхәсләшһәләр... әллә ниндәй быуаттарға төшөп китәләр. Һүҙ көрәштерә алырҙай, майҙан тоторҙай белгестәр ине».

Ҡәйнәһе инде хаҡлы ялда була, райондың абруйлы шәхесе һаналған ҡайныһы ла пенсияға сыҡҡас, өйҙә лә әүҙем эшмәкәрлек алып бара ололар. Үләндәр йыйып киптерәләр, шуларҙан дарыу яһап дауаланалар, ил-йорт яңылыҡтарын күҙәтеп баралар, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһыналар, шәжәрә төҙөйҙәр, ата-бабаларының яҙмышын өйрәнеп, яҙма тарихтар ҡалдыралар... «Ғәләмәт кешеләр булды улар!» – тип бер һөйләм менән генә мәрхүмдәренә һоҡланыуын белдереп ҡуя бөгөн дә килендәре.

Өс балаға ғүмер бирә Гөлйемеш менән Тәлғәт Мырҙағәлиндар: Заһиҙә, Баязит һәм Нурсолтан. Ғәҙәттә, балалар темаһына ҡағылғанда ата-әсәнән «Тәрбиәлә ниндәй алымдар ҡулландығыҙ?» – тип һорайһың. Тик был миҫалда мине балаларға үрнәк була алған ата менән әсәнең мөғәмәләһе ҡыҙыҡһындырҙы. Ә тәрбиә нигеҙе тап ошо мөнәсәбәттәрҙә бит.

– Икебеҙ ҙә тыныс холоҡло. Бер-беребеҙгә ҡысҡырғаныбыҙ булманы. Һәр хәлдә, иремдең миңә ҡаты бәрелгәнен хәтерләмәйем. Уға үпкәләп, үсегеп йөрөмәнем. Ирем дә баҫым яһаманы, сиктәр ҡуйманы, тәнҡитләмәне, тикшермәне. Ул – миңә, мин уға ышандым. Эштән ҡайтып инә лә өйҙә шаярыу-көлөү, малайҙар-ара көрмәкләшеү-төртөшөү, сығып волейбол уйнау, саңғыла шыуыу йә башҡа шөғөлдәре башлана. Шул уҡ ваҡытта малын-донъяһын ҡарарға ла, миңә иғтибар бүлергә лә өлгөрҙө. Тимер эше менән мауығып киттеләр бер заман, боронғо кәсепте тергеҙеп ебәрҙеләр. Бысаҡтан башлап спорт тимер-томорона, ҡоймаларға тиклем һуғып, иретеп яһанылар. Бына ошоно балалар күреп, ҡуша булышып үҫте, – ти әңгәмәсем. – Уларҙы әрләмәнек, тыйманыҡ. Бер сығып юғалып эҙләткәндәрендә генә эләкте аҙыраҡ атайҙарынан, башҡа сәбәптәрен хәтерләмәйем. Хеҙмәттә инде бар ауыл балалары өлөшөнә төшкәне уларға ла тәтене. Малайҙар­ҙы аталары өйрәтте, ҡушты, талап итте, ҡыҙымды мин өйҙә йомшаным. Шулай һәр беребеҙ, атай һәм әсәй, ир һәм ҡатын күҙлегенән сығып, үҙебеҙ белгәнсә донъя көттөк.

Заманында сәхнәлә генә башланған был парлы бейеү, бөгөн әйләнеп ҡараһаң, бөтөн ғүмергә һуҙылған икән. Тәлғәт менән Гөлйемеш бер-береһен тотоп, бер-береһенә таянып, бер-береһен әйҙәп һәм эйәртеп йәшәйеш, быуат, дәүер сәхнәһендә әйләнгән. Һәм был шулай дауам итһен ине ул...

 

«Тархан»

 

Махсус хәрби операция иғлан ителгәс, бер-бер артлы ауылдаштары, таныштары, туғандары шул тарафҡа юлланып, кемдәрелер баштарын да һалғас, Тәлғәт Әмир улы ҡаты уйға ҡала. 24 йыл ғүмерен урман хужалығына бағышлаған, мас­тер кимәленән федераль дәүләт урман күҙәтеүе һәм надзоры бүлеге начальнигына, янғын хәүефһеҙлеге буйынса район-ара территориаль бүлектең әйҙәүсе белгес-эксперты вазифа­һы­наса күтәрелгән һәм инде егет ҡорона еткән ике ир бала үҫтергән азаматтың ни уйлап борсолғанын һәр атай яҡшы тоялыр. Әлбиттә, иң беренсе йәш быуын өсөн хафалана ул. Шул уҡ ваҡытта илде лә кемдәрҙер һаҡларға, уның именлеге өсөн күтәрелергә кәрәкте лә аңлай.

– Мин уның тынғылыҡ юғалтҡанын һәм нимәлер хәл итергә йыйынып йөрөгәнен һиҙҙем инде, – тип иҫләй яугирҙең ҡатыны. – Туҡтауһыҙ телефонынан шул ­сәйә­сәтте ҡараны, тыңланы, ҡыҙыҡһынды. Икенсе кешегә әйләнде, холҡо ҡырҡыуланды. Балаларҙы, мине әҙерләгәндәй алдағыны ҡайғыртып, киләсәкте күҙаллап нимәләрҙер һөйләне, васыят әйткәндәй хәбәрҙәре лә килеп сыҡҡыланы. Ундай саҡта күрәсәкте ысынға алмайһың бит инде. Ә миңә, тешем-тырнағым менән ҡаршы төшкән ҡатынына, шундай аргумент килтерҙе: «Мин бармаһам, уландарҙы аласаҡтар, йәштәрҙе әрәм иткәнсе, беҙ, контрактниктар, булһын – шулай яҡшыраҡ».

Берҙән-бер көн эшенән ебәреүҙәренә ғариза яҙып ҡайта ғаилә башлығы. Шунда инде Гөлйемеш был яугир ярһыуына ҡаршы тора алмаҫын аңлай һәм бер генә үтенесен әйтә: «Тәлғәт, әйҙә ҡыҙыбыҙҙың бәпесе тыуғанын көт, саҡ ҡына ҡалды...»

Ҡыҙы Заһиҙәнең әсәй булғанын күреп, ейәненә исем ҡуштырғанда булып, олатай дәрәжәһендә юлға сыға ул. Алдар батыр тоҡомонан икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, позывнойын «Тархан» тип билдәләй. Шулай итеп, 2024 йылдың апрель айында Гөлйемеш ирен фатиха биреп оҙатып ҡала.

– Борон-борондан һуғыштар булған, ирҙәр яу кискән, ҡатындар көткән. Беҙ беренсеһе һәм һуңғыһы түгел, тип уйланым. Илап, күҙ йәше күрһәтеп ултырмаҫҡа булдым, йөрәгенә ауырлыҡ ятмаһын, тинем. Һәм ул сығып киткәнсе гел күңелле һөйләштек. Доғаларымды уҡып, изге теләктәремде әйтеп, ризалығымды белдереп хушлаштым. Уның ирлек намыҫын хөрмәт итеүемде һәм ниндәй генә ниәтте алһа ла, уның менән фекерҙәш, уның яҡлы булыуымды әйттем, – тип һөйләй героинябыҙ.

Икеһе лә инде тәжрибәле өлкән кешеләр булараҡ, шулай килешәләр: ниндәй хәлдә лә, бер-береһенә ауырлыҡтар тураһында һөйләмәҫкә,зарланмаҫҡа. Сөнки был аҙымды улар килешеп һәм аңлы рәүештә башҡара.

«Тархан»дың белеме һәм тәбиғи булмышын баһалап, разведчик итеп тәғәйенләйҙәр. Отделение командиры була. Әлбиттә, ул өйҙәгеләренә һуғыш мәғлүмәттәрен бирмәй ҙә, күргәндәрен һөйләмәй ҙә. Ярты йыл самаһынан, йәрәхәтләнеп, госпитал­дә ятып сыҡҡандан һуң ялға ҡайтып китә. Унда ла былай ҙа аҙ һүҙле иренең бөтөнләй хәбәргә һаранла­нып ҡалғанын аңғара ҡатыны. Тик яу юлының уйын эш түгеллеген аңлап, артыҡ һорау бирмәй. Нимәгә генә риза була ире – фото төшөргә. Бығаса фото-фәләнгә төшөүҙе өнәмәгән ир уҙаманы был юлы балалары, ейәне менән фотосессияға теләп ризалаша һәм әллә күпме матур иҫтәлектәр ҡалдыра.

Икенсе тапҡыр ҙа яралана ул. Штурмсылар бригадаһында булғанда инде. Тик яраһы еңелсә тип, уға артыҡ иғтибар итмәй, Донецк Республикаһының Покров йүнәлеше Новоалександровка ҡасабаһы янындағы һөжүмгә инә. Атаканан бер көн алда, 26 декабрь, һөйләшәләр. 27-һен­дә беҙҙекеләр штурмға күтәрелә һәм... 28 декабрь «Тархан»ды хәбәрһеҙ юғалталар.

– Дүрт алышҡа инде, дүртеһендә лә «иртәгә «БЗ»-ға инәбеҙ» тип хәбәр итеүе менән ҡорбан салдыр­ҙым. Өлгөрмәгәндә Өфөләге мәсет­кә шылтыратып, ундағы хәҙрәттәр башҡарып ҡуя ине. Мәккәгә барыу­сылар аша ла хәйер һалдырҙым, Ҡөрьән сығарттым, – тип йөрәкһеп һөйләй Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы. – Шул тиклем рухым, уйҙарым, энергетикам менән һаҡлап, ҡурсаларға тырышып йәшәнем ошо мәлдәрҙә, төндә­рен уянып, доғалар уҡыған саҡтарым күп булды. Ышанмайым... Һәләк булыуына... Үҙе бер планета һымаҡ мөһабәт кеше улай ғына юғала алмай...

Көслө ҡатын өмөтөн өҙмәй, кемдәндер ниндәйҙер бер осҡон бирер мәғлүмәткә лә ымһынып ҡайҙарға ғына бармай ул. Үҙе кеүек ғәзиздәрен эҙләгән ҡатын-ҡыҙҙар менән тупланып, алыҫ араларҙа йөрөп ҡайта, әле лә бер генә хәбәр булһа тип, старт хәлендә тора. Һынмаған ул, бөгөлөп төшмәгән. Балалар, туғандар, Тәлғәттең үҙе алдында илап ултырырға хаҡым юҡ, ти. Һөйләгәндә лә тик ыңғай, матур иҫтәлектәрен генә хәтерләй:

– Яратыуын, хистәрен шаяртыу, нескә юмор аша еткерә белде ирем. Һынымды ҡатырғансы көлдөрә лә: «Эй, Емешемдең ҡыуанғанын яратам», – тип ҡуя торғайны. «Емешем» тине... Шулай тиһә, мин уның күңеле көр, ҡәнәғәт, йәғни бәхетле икәнлеген тоям. Үҙем уға «Тәпүк» тип өндәштем. Шулай тигәнемде лә оҡшатты. Икебеҙ ҙә ситтән тороп уҡығанда, хат яҙыштыҡ һәм хаттарыбыҙ гел шулай башланды: «Минең Емешем!», «Минең Тәпүгем!» Был һүҙҙәр беҙ икәүҙең генә һөйөү коды, пароле булды. Һәм, бына, көн дә шул һүҙҙәрҙең эйәһен көтәм. Ҡапыл ишек асылыр ҙа... йәки мин мәктәптә саҡта берәйһе йүгереп килеп һөйөнсөләр ҙә... йәки һыйыр һауып ултырғанымда өндәшмәй генә кәртә аша көлөп ҡарап торор ҙа... «Емешем, мин ҡайттым», – тиер...

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙының йортона юлланғанда, уның махсус хәрби операция яугире ҡатыны икәнлеген генә белдек, ә ғаилә башлығының хәбәрһеҙ юғалыуы беҙгә билдәле түгел ине. Барыһын да тик аралашыу барышында ғына төшөнөп хайран ҡалдыҡ. Хәҙер инде был мәғлүмәтте һеңдергәс, ирен эҙләгән ҡатындың зарына шаһит булғас, беҙ ҙә бөтә йөрәктән «Тархан»дың табылыуын, ғаиләһенә имен-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.

 

Миләүшә Ҡаһарманова.

Тархандарға тиң ҡатындар биҙәй был ерҙе
Тархандарға тиң ҡатындар биҙәй был ерҙе
Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас