+30 °С
Болотло
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
2 Сентябрь 2025, 04:00

Миссияға тоғролоҡ

«Матбуғат, журналистика йәшәрме? Мәғлүмәт технологиялары үҫешкән заманда уның әһәмиәте юғалмаҫмы?» – үҙебеҙгә туранан-тура ҡағылған ошо һорауҙар инде нисә йыл йөрәгебеҙҙе өтә. Мөһим темаға арналған «Түңәрәк өҫтәл»дә эксперттарыбыҙ – билдәле журналистар – «Ашҡаҙар» радиоһының баш белгесе, яҙыусы һәм тәржемәсе Рәсүл Сәғитов, «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире Гөлдәр Яҡшығолова һәм «Башҡортостан ҡыҙы»ның бүлек мөхәррире, шағирә Айзилә Мортаевалар менән бергә яуап эҙләнек. – Хөрмәтле коллегалар, нисек уйлайһығыҙ, бөгөн журналистиканың роле, баһаһы ниндәй һәм һеҙҙе был өлкәлә нимә борсой? Рәсүл Сәғитов: – Мине, радио хеҙмәткәре булараҡ, телмәр оҫталығы кимәле борсой. Һүҙҙең, өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше. Әҙәбиәттә генә түгел, һөнәремдә лә тел күркәмлеге – төп шарт. Хәбәр итеү ярлы, хәбәриәт фәҡир. Ә тап радиола инде нимә һөйләүҙән ғәйре нисек һөйләү алда. Башҡортса һәм русса эшләгәнгә, Һүҙ ғәли йәнәптәрен  тыштан ғына түгел, эстән дә күрәм. Этимологияһын аңларға тырышам. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең дә тамырҙарын ҡапшайым, телдә йөрөгән йәнһеҙ калька тип кенә күрмәйем. Шулай яңы һүҙ барлыҡҡа килә. Башҡорт телендә тәржемәһеҙ йөрөгән төшөнсәләрҙе тылмаслап ебәреү ҙә – бурысыбыҙ. Артыҡ ялғауҙы, яһалма ҡатмарлаштырыуҙы өнәмәйем. Артыҡлыҡ – аяҡ аҫтындағы нимәгәлер эләгеп-ҡолап барыу кеүек ул. Көрттән килә торғас, юлға сыҡҡанда еңел булып ҡала бит, бында ла шулай. Тел еңел булһын ул. Орфоэпия мәсьәләһе ҡалҡып сыға. Хәрефтәр – өндәрҙең яҡынса график билдәләнеше генә, ә өндәрҙе тәбиғәт булдырған. Шуға өн менән һөйләшергә тейешбеҙ. Бына бер миҫал: «ун биш» тиеүе ҡыйын, «умбиш» – телгә яғылып тора. «Сивай», «бавай» тигәндә лә шул уҡ хәл: «н» өнө «б» менән сиратлашҡанда «м» өнөнә әйләнә. Бына шул үҙенсәлектәрҙе һаҡлап ҡалыу етмәй.

Миссияға тоғролоҡМиссияға тоғролоҡ
Миссияға тоғролоҡ

Гөлдәр Яҡшығолова:

– Был йәһәттән риза түгелмен. Эйе, «умбиш», «бавай» тип тура эфир аша әйтергә мөмкиндер. Радиола халыҡсан һөйләү кәрәктер ҙә, әммә гәзит-журналдарҙа ҡәтғи тел нормалары бар. Бөгөн йәштәр, балалар хәреф менән һөйләй. Шуны белһә лә, шөкөр, тибеҙ. Журналистиканың роле – халыҡҡа ысын, актуаль мәғлүмәт еткереү, йәмәғәтселеккә төрлө фекерҙе күрһәтеү, проблеманы күтәреү. Төп бурысы – дөрөҫ, тиҙ һәм объектив мәғлүмәт. Ә күңелде ҡырғаны – башҡортса уйлай, яҙа, ижад итә белгән йәштәргә, тимәк, кадрҙарға ҡытлыҡ, баҫма матбуғаттың тиражы кәмеүе, эш хаҡының түбән  булыуы. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй даирәһендә беҙҙең ҡолаҡҡа ла  ятмаған хеҙмәт хаҡы алып эшләгән журналистар хаҡында ла ишетеп беләбеҙ. Бөгөн журналистика ҡыҙыҡлы, төрлө яҡлы, оператив һәм техник мөмкинлектәре күп. Ошо өлкәнән китә аламмы икән, тип уйланғаным да булды. Әммә хәҙер беләм – китә алмайым!

Айзилә Мортаева:

– Бүрене аяғы туйҙырған кеүек, журналистың да йөрөгән аяғына йүрмә эләгә, ашаған икмәге, ҡулындағы ҡоралы – яҙыу-һыҙыу, һүҙ, ҡағыҙ, ҡәләм. Ә баһаһына килгәндә, элекке замандарҙан ҡайтышыраҡтыр. Әүәле журналистарға ҡәҙер-хөрмәт тосораҡ ине. Уларҙың һүҙе лә үткерерәк, тәьҫир итеү көсө лә ҡеүәтлерәк булғандыр. Мәҫәлән, ауылға хәбәрсенең килеүе, ниндәйҙер проблеманы яҡтыртыуы, мәҡәләнең ташҡа баҫылыуы оло күренештәй ҡабул ителде. Үҙебеҙҙең журналды ғына алғанда ла, уға төрлө проблемалар, ғаилә мәсьәләләре менән дә мөрәжәғәт итеп, бихисап хат яҙғандар, кәңәш һорап килгәндәр. Журналистар сәфәр сығып, мәсьәләнең төбөнә төшөнөп, хәл итеүҙә ярҙам күрһәткән. Ысындан ҙур көс булған журналистика.

Заман да үҙ ролен уйнай, барыһы ла үҙгәрә, үҙгәреш, үҫеш – тәбиғәт, донъя законы ул. Уны яҡшы йә насар, тип нарыҡлап булмай, һәр дәүерҙең – үҙ прогресы һәм регресы.

– Ә материалдарға ҡуйылған яңғырауыҡлы атамалар тураһында ни әйтерһегеҙ? 

Рәсүл Сәғитов:

– Мәҡәләгә атама биреү – үҙе бер сәнғәт! Исеме уңышлы булһа, мәҡәләһе лә яҡшы сыға – резонанс тыуҙыра. Бер йылды йәйен күп итеп ямғыр яуҙы ла Өфөнө һыу баҫты. Тапшырыуымды «Тау башында батты бер ҡала» тип атаным. Юл хәрәкәте именлеге хаҡындағы әңгәмәмә исемде «Аң менән сыҡ юлдарға» тип ҡуйғаным иҫтә, Ноғман ағай Мусиндың «Таң менән сыҡ юлдарға» романына ишара был. Руссаһында «Язык мой — врач мой» тигәйнем бер, яңылышҡан тип уйлап, «враг»ҡа төҙәткәндәр.

– Сенсация артынан ҡыуыу мәҡәләнең сифатына хилаф итмәйме? Дөрөҫ мәғлүмәтте нисек халыҡҡа еткерергә һуң?

Гөлдәр Яҡшығолова:

– Бер төрлө ҡалыпҡа һалып ала күптәр. Үҙәк гәзиттәрҙән тура тәржемә итеп тә эшләйҙәр. Беҙгә шулай өйрәттеләр: «Белмәйһең икән, яҙма». Теманы бөтә нескәлегендә өйрәнәһең бит инде. Дан артынан ҡыуам тип, кеше алдап яҙырға кәрәкмәй. Үҙем сифатҡа өҫтөнлөк бирәм. Был талапсанлыҡ холоҡтан да киләлер, төпсөрлөккә атай-әсәй ҙә өйрәтте. Тиҙлек заманында оперативлыҡ мөһим, әммә был яҙғаның өсөн яуаплылыҡтан азат итмәй. Шулай ҙа мәғлүмәти ағым тәьҫирендә гәзит эшендә ижадилыҡ етмәй китә. Дөрөҫөн әйткәндә, мәҡәләңде яҙып бөтөп, ниндәйҙер ижади рәхәтлек кисергән осраҡтар аҙ шул.

Рәсүл Сәғитов:

– Журналистың шаян теллелеге, тапҡырлығы оҡшай. Кеше иғтибарын йәлеп итерҙәй алымдар ҡуллана икән, тимәк, талантлы. Ыҡсым, халыҡсан яҙғандарға һоҡланам. Василий Шукшиндың әҫәрҙәре күңелемә яҡын, ябай, тәмле телмәр менән бирелә ваҡиғалар – үҙәккә үтеп инә, һәр күренеш ышандыра. Бай тел, урындағы һөйләште оҫта ҡулланыуы әҫәрҙе һутлы, көслө итә. Беҙҙең башҡорт әҙәбиәтендә Миләүшә Ҡаһарманованың теле шулай йәнле. Тап ошо яҡтары менән уҡымлы, тос фекерле, камил уларҙың яҙғандары һәм халыҡ күңелен яулай. Үҙең өсөн сифатлыһын шулай табып алаһың ул.

– Бөгөн цензура бармы, журналист үҙ фекерен әйтә аламы? Уның һүҙе, мәҡәләһе йәмғиәттә фекер, ҡараш уятамы?

Рәсүл Сәғитов:

– Ҡаты цензуралы заман булды – барыбер үтә инек. Беҙҙең быуындың эсендә эске цензор ултыра. Профессионализм, тәжрибә лә быға булышлыҡ итәлер. Ҡайһы берҙә бөтә нәмәне асыҡтан-асыҡ әйтке килә, әммә был – милли журналистиканың бер һыҙаты шикелле: самаһыҙ түгелмәйбеҙ, өйҙәге һүҙ баҙарға ярамай, тигәндәй, тотанаҡлылыҡ, әҙәп ҡанундары көслө халҡыбыҙҙа. Шулай ҙа фекерҙе белдерә алабыҙ.

Айзилә Мортаева:

– Журналистарҙың ҡыйыу  һүҙе, мәҡәләһе, әлбиттә, йәмғиәттә фекер тыуҙырырға һәләтле. Тик ундайҙар хәҙер һирәк. Һүҙ азатлығы хаҡында һөйләһәк тә, цензура, баҫым элек тә, бөгөн дә бар. Ҡыйыу фекерле, үткер ҡәләмле журналистар хөкүмәт баҫмаларында, әлбиттә, эшләмәй. Үҙ гәзитен генә булдырмаһалар әгәр. Ләкин йәнә интернет, яңы технологиялар һәр кешенән «журналист» яһарға мөмкин, рәхәтләнеп һүҙ азатлығын шәхси диуарында ҡуллана, фекерен әйтә ала ул.

Гөлдәр Яҡшығолова:

– Яҙғандарым ҡаты тәнҡиткә эләккәне юҡ. Асыҡ рәүештә булмаһа ла, сикләүҙәр гел булғандыр, тием, үҙемдә лә эске цензор көслө. Бөгөн журналист, фекерен дөрөҫ, матур итеп нигеҙләп, үҙ һүҙен еткерергә мөмкин. «Атайсал» гәзитендә эшләгәндә ауыр хәлгә ҡалған бер апай тураһында яҙҙым: йәшәргә урыны ла, эше лә юҡ. Ауылдан ҡалаға күскән. Балалары күптән ҡырҙа, уларҙан ярҙам юҡ. Ошо хаҡта мәҡәләне уҡып, уны торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа эшкә саҡырҙылар, бүлмә бирҙеләр.

Һәр изге ынтылыштың һөҙөмтәһе була. Иң мөһиме – битараф ҡалмау. Бөгөн журналист, теләй икән, әллә ниндәй социаль проекттар, ярҙам акциялары ойоштора ала. Журналист һөнәренең бәҫе, баһаһы кәмене, тиһәләр ҙә, үҙем һүҙ көсөнә, уның тәьҫиренә ышанам.

– Заман журналисы тыуған ил менән бер позицияла ҡалырға, уның мәнфәғәттәрен яҡларға тейешме?

Рәсүл Сәғитов:

– Патриотик тойғо ул үҙеңде лә ҡеүәтле, ҡанатлы итә. Илеңә, атайсалыңа оло хөрмәт һаҡлаһаң ғына эшең алға китә.

Айзилә Мортаева:

 – Хөкүмәт мәнфәғәттәрен яҡлау йәки килешмәү – һәр кемдең шәхси эше. Заман заңы, илең, уның проблемалары барыбер йөрәгеңде ярып үтә.

Гөлдәр Яҡшығолова:

– Бер кемде лә редакцияла үҙ иркенән тыш көсләп тотмайҙар. Әгәр дәүләт баҫмаһында эшләүҙе һайлағанмын икән, тимәк, ошо дәүләтселектең ҡанундары, ул алып барған сәйәсәт яҡлымын. Шул уҡ ваҡытта объектив фекерләү, халыҡ хоҡуҡтарын яҡлау, хәл-ваҡиғаларҙы алдан төҫмөрләй белеү шарт.

– Хәҙерге журналистиканың көслө һәм көсһөҙ яҡтары...

Гөлдәр Яҡшығолова:

– Көслө яҡтары: интернет, яңы формат һәм технологиялар, тиҙлек, сығанаҡтар. Көсһөҙ яҡтары: фекер ярлылығы, еңел-елпе, тикшерелмәгән мәғлүмәт, финанс һәм хоҡуҡи яҡтан яҡлауһыҙлыҡ.

Рәсүл Сәғитов:

– Был хәбәрсенең шәхси кимәленән тора. Оҫталығыңды һуңғы тамсығаса һал, егелеп эшлә. Эйе, эш хаҡы түбән, әммә эшҡыуарлыҡ түгел ул хәбәриәт. Аҡса умырыу ысулына әйләндерһәң, уның асылы үҙгәрә, тыңлаусы-уҡыусың ышанмай. Мин матур, экранда күренгем килә, тип кенә килһәң дә, көслө журналист булып китә алмайһың. Редакцияла туғыҙҙан алтыға тиклем генә ултырыу түгел ул. Йөрө, күҙәт, еткер, һөнәреңде күтәр. Ҡыҙыҡһыныусан, киң даирәле кешенең генә мәҡәләләре уҡымлы. Хәбәриәтте көслө лә, көсһөҙ ҙә иткән – хәбәрсе үҙе.

– Публикация геройын асыу өсөн ниндәй алым популяр? Ә һеҙгә ниндәй ысул ҡулай? Уңышлы мәҡәләнең сере нимәлә?

Гөлдәр Яҡшығолова:

– Ҡыҙыҡлы, шәхсән күҙәтеүҙәргә ҡоролған, уйланырға мәжбүр иткән мәҡәләләрҙе яратам. Минең өсөн иң ҡулайы – кеше менән аралашыу, уның тормошон, фекерен, яҙмышындағы ҡаршылыҡтарҙы еңеүен күрһәтеү. Сере – үҙенсәлекле герой йәки тема табыу, асыу. Яҙғандарыңдан уҡыусы яңылыҡ йәки фәһем алырлыҡ булһын. Тағы ла журналист этикаһын белеү, ялғанға, ғәйбәткә юл ҡуймау.

Айзилә Мортаева:

– Ә мин сере – геройыңды яратыуҙалыр, тием. Ижади портретын тулы, йөкмәткеле итеп асыуҙа, күңел ҡөҙрәтеңде түгеп яҙыуҙа. Журналда эшләү шул яғы менән отошло – унда ижад итәһең. Мин, хис-тойғоло кеше булараҡ, гәзиттә эшләй алмаҫ инем, унда етеҙлек кәрәк. Яҙасаҡ мәҡәләңде «бешереп» йөрөргә лә ваҡыт юҡ.

– Журналист имиджы мөһимме, һеҙ уны булдырғанһығыҙмы? Кейем, тауыш, кәүҙәңде тотоу, мимика, ҡул хәрәкәттәре… Кешене тәүләп күреү, ҡабул итеү... Үҙеңә ситтән ҡараш…

Рәсүл Сәғитов:

– Бер ағайҙы эфирға саҡырғайным:

– Телевидениеғамы, радиоғамы? – ти.

– Радио, – тинем.

 –  Ә-ә, костюм кеймәһәм дә ярай икән.

–  Бөгөн үк һәйбәт костюм алығыҙ, уға яраштырып күлдәген, галстук, ботинка ла онотмағыҙ, – тинем. Тышҡы ҡиәфәттең телмәргә йоғонто яһағанын өҫтәнем. Быға үҙем ҙур диҡҡәтлемен. Матур, таҙа, килешле итеп кейенһәң, эске донъяң яҡтыра. Сифатлыраҡ фекер йөрөтә башлайһың. Башҡаларҙың мөнәсәбәте үҙгәрә. Командировкаға сыҡҡанда ла зауыҡлы костюм һалып алам.

Гөлдәр Яҡшығолова:

– Миңә кейемдең зауыҡлы ғына түгел, уңайлы булыуы мөһим. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ бейек үксәле туфлиҙа нисек кенә матур күренмәһен, берәй хужалыҡҡа баҫыу эштәрен яҡтыртыу өсөн барғанда уңайһыҙ хәлгә ҡалыуы ихтимал. Эйе, ҡайҙа ғына йөрәһәк тә – сара йәки командировкамы – журналистарға иғтибар итәләр. Шуға күрә өҫ-башыңдың бөхтәлеге, үҙеңде тейешенсә тотоу кәрәк. Әлбиттә, ҡалалағы сараларға зауыҡлы кейенергә тырышам, милли стилдәге биҙәүес тағам.

Айзилә Мортаева:

– Ниндәй генә һөнәр эйәһе булһаң да, килешле кейенеү, бөхтәлек – тәүшарт. Үҙем матур кейенергә яратам.

– Матбуғаттың киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ, гәзит-журналдар юғалһа, йәш быуынға «беҙ донъя йөҙөндә инде үҙ вәкәләтен туҡтатҡан, йәғни «аннулироваться» иткән мәғлүмәт сараһында хеҙмәт иттек», тип әйтергә мәжбүр булырбыҙмы? Ни өсөн беҙҙең тармаҡҡа йәштәр килмәй?

Айзилә Мортаева:

– Матбуғаттың, бигерәк тә милли баҫмаларҙың йәшәүенә биш-алты йыл ҡалған, тиһәләр, ҡайғырам. Йәштәрҙең килмәүе лә милли баҫманы, матбуғатты юҡҡа сығара бит. Фекерле, ҡыйыу ҡәләмле йәштәр юҡ – быуындар бәйләнеше, киләсәккә ҡалдырыр һүҙ сылбыры өҙөлә. Тәрән  итеп хыяллана, төпкә төшөп уйлана белмәй балалар. Ғөмүмән, улар  хыял диңгеҙендә йөҙмәй. Уй-маҡсаттары, заманына ярашлы, бөтөнләй икенсе юҫыҡта, илеңә, халҡыңа кәрәкле булыу теләге, йөрәк яныуы юҡ, булһа ла, һирәктәрҙә генә. Гәзит-журнал уҡымағас, телмәр ҡеүәһе лә үҫешмәй, яҙыу һәләте лә юҡ. Шул уҡ ваҡытта аҡса мәсьәләһе – төп урында. Элек гөрләп торған күпме федераль баҫмалар ябылды, был – аяныслы ысынбарлыҡ, күрәһең. 

Гөлдәр Яҡшығолова:

– Тулыһынса юғалып бөтмәҫ ул. Ошо темаға ҡасандыр бер семинарҙа һүҙ булғайны. Европала шулай уҡ баҫма матбуғат бөтөүгә табан барып, ысынлап та, күптәре ябылып, шунан ниндәйҙер этап аша үтеп, ҡағыҙ варианттарҙың яңынан сыға башлауы хаҡында һөйләнеләр.

Ә йәштәрҙе журналистикаға йәлеп итеү өсөн юғары эш хаҡы, ижади мөмкинлектәр, матбуғаттың абруйын күтәреү кәрәк.

Миссияға тоғролоҡ
Миссияға тоғролоҡ
Миссияға тоғролоҡ
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас