Ҡәҙерле уҡыусылар!
Мәктәп йылдарында яңы белемгә, оҫталыҡҡа, таҫыллыҡҡа эйә буласаҡһығыҙ.
Һеҙ һәр яҡлап белемле, тыуған ерҙе яратҡан ысын кешеләр булып буй етерһегеҙ, киләсәктә тыуған республика үҫешенә ҙур өлөш индерерһегеҙ! Белем көнө ҡотло булһын!
Хөрмәтле уҡытыусылар!
Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, илдең киләсәге үҫешенә өлөш индереүегеҙ баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, һеҙ һәр саҡ үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы булып ҡалаһығыҙ.
Беҙ һеҙгә матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ! Яңы уҡыу йылы һөҙөмтәле, ижади яҡтан бай һәм уңышлы булһын!
1 СЕНТЯБРЬ
1 сентябрь тыуа
Үҙе башҡа йәм менән.
Туй-туй бөгөн, белем туйы,
Туй итәбеҙ ғәм менән.
Бар тәбиғәт уңыш йыя,
Ә мәктәптә - яҙ кеүек,
Ҡайҙа баҡма - гөл-сәскәләр,
Сәселә тик наҙ кеүек.
Яҙҙағылай эш башлана,
Орлоғо белем-ғилем,
Белемле бит иленең дә
Ныҡлыраҡ итә билен.
Ил-йорт өсөн ябай түгел,
Оло байрам ул - ысын!
Һәм был көндә һәр бер кеше
Күпмегәлер уҡыусы...
(Г.Ситдиҡова)