+30 °С
Болотло

Ихласлыҡ

Илдары менән беренсе күрешкәнен үҙе лә белмәй ҡала Рәмзиә. Шәп      студент булғаны өсөн сит илгә юллама менән сәйәхәттә йөрөп килә лә, бер йәйге кис, тиҫтерҙәренә ярһып-ярһып күргәндәрен һөйләп ултыра икән. Ә Илдар, был ауылға киске уйынға килгән егет, әлеге төркөмдө ситтән генә тыңлап, ҡыҙҙы күҙәтеп тора ла, «ҡалай лекция уҡыған һымаҡ тытылдай әле был», тип уйлап китеп бара. Унан Өфөгә эшкә килгәс, танышы уны бер яҡташына ҡунып сығырға алып бара. Был инде телевидениела журналист булып йөрөгән Рәмзиәнең ятаҡтағы бүлмәһе. Барһа, юлсылар, абитуриенттар, ауылдан йомош менән килгәндәр тулышып ята икән. Мәңге эштә, юлда йөрөгән хужабикә бүлмәһендә кемдәр торлаҡ тапҡанын да белмәй, ти. Һәр береһенә ишеге асыҡ, ярҙам итергә, һыйындырырға, сәй эсереп сығарырға әҙер. Рәхмәтле кешеләр, бында туҡтап баш-күҙ алғандан һуң, һыуытҡысына күстәнәстәрен ҡуйып, записка яҙып сығып китәләр, унан ҡала үҙ таныштарына ла ҡапылда барып төртөлөр урын булмағанда әлеге адресты бирәләр икән. Шул осраҡлы килеп инеүендә таныша ла инде буласаҡ кәләше менән Илдар.

ИхласлыҡИхласлыҡ
Ихласлыҡ

Кеше асылын күрһәтә алыр мәңгелек төшөнсәләрҙең береһе – ихласлыҡ. Байлыҡ бөтә, һаулыҡ китә, матурлыҡ юғала, дәрәжә тарҡала торған булғанда ла, ихласлыҡ, әгәр ул бар икән, заман һәм заң баҫым-ҡыҫымына ла бирешмәй, юйылмай, юҡҡа сыҡмай торған сифат. Кисәге көн ихласлығы йомош-юлға ярауҙы, ҡунаҡсыл йомартлыҡты, эсәк-бауырыңа инеп һөйләшеү нескәлеген аңғартһа, бөгөн иһә мохтажлыҡ бик аҙ мәлдә, ихласлыҡ яуап көтмәгән яҡшылыҡты, үҙеңә кәрәк менән дә бүлешә белеүҙе, кеше хәленә инеү һәм тауышһыҙ изгелек ҡылыу һымаҡ выждан, намыҫ кимәлендәге күренештәргә ҡайтып ҡалалыр. Ваҡыт һәм дәүер, йәмғиәттең йәшәү кимәле үҙгәреү менән бергә әҙәмдәрҙең эске донъяһы һәм уларҙы хәрәкәт иттергән хис-тойғолар шәлкеме лә яңыра бара. Яңыра, әммә мәғәнәһен юймай.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе, Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы Кәримова хаҡында материал яҙырға ултырғас та, уның булмышын ҡылыҡһырларлыҡ тос ҡына бер фекер эҙләгәндә, күңелемә иң беренсе шул һүҙ килде – ихласлыҡ. Арттырмай, шаштырмай, артыҡ биҙәмәй һәм шул уҡ ваҡытта шәхесен дә булған кимәлендә бирә алырлыҡ күрһәткесе ул уның, тәбиғи күренеше был баһа. Ихлас кеше ул, минең ҡарамаҡҡа хатта ки үтә ихлас...

Ҡара эш ҡараламай

...Өләсәһе балаларын һаҡлап ҡала алмай. Һуғыш йылдары аслыҡ-яланғаслығы һәм ауырыуҙар бәләкәстәрҙе бер-бер артлы гүр эйәһе итә. Уларға өҫтәп яуҙан әйләнеп ҡайтҡан ире, ауыр яраларҙан мандый алмай, вафат була. Бөтөнләй етем ҡалған ҡатын яҙмыш бөгөүенә буйһона, ул саҡта уның кеүек яҡлауһыҙ-ҡурсыуһыҙҙар күп була, толдарҙы берәү ҙә аямай. Ҡыҙы донъяға килә. Шул балаһын бәпләп, бөтөн зарын бер бөртөгөнә баҫып ғүмер итә. Тик, кем әйтмешләй, берәү ҙә күрәсәген күрмәй гүргә инмәй, ҡатындың алма шикелле ҡыҙы мәктәпкә утын әҙерләгәндә һабаҡташының ҡулынан яңылыш ысҡынып киткән балта төйҙәһенән ҡазалана. Балта башына бәрелә. Өфө табиптарына ла, Мөжәүир хәҙрәткә лә алып бара ҡыҙын инәй, шулай аяҡҡа баҫтыра. Тик тормошҡа сығып, ике балалы булғандан һуң тағы бер тетрәнеү алып, ауырыуға һабыша йәш әсә. Сабыйҙар өләсәй ҡарамағына тороп ҡала. 61 йәшендә ике йәшлек һәм өс айлыҡ балаларҙы бағыуға дусар булып, һуғыш йылдарында сыныҡҡан әбекәй яңынан йүргәк йыуыр, бишек бәүетер, һабаҡ уҡыр «йәш әсәй»гә әйләнә.

Өләсәй ҡулында тәрбиәләнә Рәмзиә. Оло кеше балаларын ҡара эш менән баҫа. Бармаҡ буйы көйө мал араһында ла, баҡсала ла, өй ығы-зығыһында ла йөрөтөп бешектерә. «Ҡара эш ҡараламай» тигәнде лозунг итеп ҡуя бөтә ауырлыҡтарҙы ла тик хеҙмәт менән генә үтеүгә күнеккән боронғо кеше. Шул уҡ ваҡытта өләсәйле булыуҙың бәхетле яҡтары ла матур иҫтәлектәр булып ғүмер буйы күңелен йылытып йәшәй Рәмзиәнең. Мәҫәлән, һәр көн иртәнсәк йылы өйҙә уяныуы һәм усаҡ ҡаҙанында бутҡа бығырлап бешеп, көлдөксәһендә майлы икмәктең тәмле еҫтәр аңҡытып ултырыуы. Балаларҙың мәктәпкә йылы аш, самауыр сәйе менән оҙатылыуы. Ә инде уҡыуҙан сыҡҡан ейәнсәрен өләсәйҙең сана һөйрәп килеп көтөп тороуы ҙурая бара бер мәрәкәгә әйләнеп китә. Өҫтәрен дә таҙа, бөхтә, бөтөн йөрөтә әбекәй, магазинға килгән матур күлдәктәрҙән дә мәхрүм итмәй. Шулай ҙа был йортта буш йөрөү тыйыла. Хатта һөйләшеп ултырғанда ла ҡулда бәйләм йә берәй ваҡ эш булырға тейеш икән. Бары тик китап тотоу ғына ҡотҡара ала. Ейәндәренең әсбап алыуын күргән өләсәй аяҡ остарына ғына баҫып йөрөй, әкрен генә һөйләшә, сөнки ғилемде әллә ни итеп күрә. Үҙе әлефте таяҡ тип белмәһә лә, уҡытыусы уның өсөн изге йән кеүек. «Мөғәллимдәреңә ҡаршы һүҙ өндәшеп ҡуйма», – тип кенә тора, мәктәпкә лә намаҙ уҡығандағылай йыуынып, байрамса кейенеп кенә бара.

Ололарҙы хөрмәт ит, ағайыңдан аша үтеп һөйләмә, ирҙәрҙең юлын ҡыйма, аш артында һуҙылып ултырма, кеше яманлама, ҡайтып ошаҡлашма, һыуҙы күп тотонма, ризыҡты тәләфләмә, рәхмәтһеҙ булманан алып, ҡысҡырып көлмә, буш күнәкте шалтыратма, әпәрһеҙ торма, бисмиллаһыҙ башлама, тигәндәргә тиклем «закон»дар йәшәй был ғаиләлә. Алдаша, хәйләләй, ялтара белмәй үҫә ҡыҙыҡай барыһын да үтә күреп торған әбей ҡулында. Һәм был тормошта бөтәһе лә шулай көн итә, ошондай тәрбиә ала, бар ҡағиҙәләрҙе тота икән, тип уйлай ул.

Бура бурағанда тап оса

«Экономия» тигән һүҙҙе әйтмәҫкә лә, уға күнекмәҫкә лә өйрәтә бөгөнгө психологтар. Тик халыҡ педагогикаһы икенсерәк лөғәтләй. Рәмзиәне лә өләсәй аҡсаға бик йыйнаҡ булырға өйрәтә. Хәлеңдән килгәнсә барыһын да үҙең башҡарырға ла, бик кәрәкле осраҡтарҙа ғына аҡсаға көс төшөрөргә икәнде һеңдерә. Бала сағынан тәмле-татлыға, ялтыр-йолторға, кәйеф-сафаға сығым сығарыуҙы аңламай ҡыҙыҡай. Стипендияһына тиклем ҡыҫып тотоп йыя ла... төҙөлөш материалдары ала. Сөнки өй төҙөйҙәр!        Армиянан ҡайтып йорт һалыуға        тотоноп киткән ағаһына ҡуш булып. Әбейҙәренең иҫ белгәндәренән   «донъяны яңыртырға ине» тип уфтанып-хыялланып һөйләнеүе балаларҙың мейеһенә шул тиклем ныҡ һеңгән була, улар был эштең оло бер йола, ауыр һәм сығымлы хеҙмәт икәнлеген дә аңламаҫтан, тырышып-тырмашып     тотона ла китә. Ҡаланан ялға килгәндә сумкаһында берәй төргәк сөй йә шарнир, йүшке йә ишек тотҡалары була студентканың. Ҡул менән бесән сабып әлһерәшеп ҡайтҡанда ла, мал-тыуарҙы ҡарағас, ағаһы менән электр уты яҡтыһында нигеҙ соҡойҙар, бүрәнә әрсейҙәр, таҡта йышалар. Йәш саҡта матур кейенге лә, танцыларҙа йөрөгө лә, дуҫлашҡы ла килә. Тик, бура бурағанда тап оса, тигәнгә күнә, йәғни оло идея менән йәшәгәндә ваҡ ҡорбандар була, йәки ҙур маҡсаттың ваҡ мәшәҡәттәре күренмәй. Быныһы ла өләсәйҙең тәрән аҡылы.

Артабанғы йәшәйештә алдында ниндәй генә йырып сыға алмаҫтай  ҡаршылыҡ осрағанда ла, хәл итә алмаҫтай ваҡиғалар тыуғанда ла Рәмзиә ана шул йорт күтәргәндәрен иҫләй. «Өй һалғаныңды ни, неужели ошоно булдыра алмайһың?!» – тип сәмләндерә лә үҙен, тотона ла китә. «Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй» тигән мәҡәлдәге кеүек. Бер маҡсатҡа ла оло-ғара ҡубып ынтылмай, ә бәләкәй аҙымдар, ваҡ уңыштар, талымһыҙ ынтылыш аша бара. Баяғы үҙ тәжрибәһендәге «өй» методикаһы һабағы инде был. Ә теге йортто төҙөп сыға улар! Бөгөн дә әсәләре ҡаралған, өләсәләре ысын донъяға оҙатылған, ағаһы нигеҙ тотҡан, үҙе лә ҡайтып йөрөгән оя унда.

Байбулатовтарҙың килене

Байбулатовтар ғаиләһендә йәш киленде бөтөнләй икенсе йәшәйеш ҡаршы ала. Абруйлы, дәрәжәле, тоҡомло зат вәкилдәре була улар. Ҡайныһы – уҡытыусы, ҡәйнәһе – һатыусы. Был нигеҙҙә – патриархат. Бөтә нәмә ир аҡылына, ир фекеренә таянып башҡарыла. Һәм шул ваҡыт, һәр саҡ йөктө төптән төшөп һөйрәргә өйрәнгән ҡыҙ, үҙенең бында бары йәм, төҫ, матурлыҡ өсөн икәнлеген аңлап аптырап ҡала. Уға бер ниндәй талап ҡуймайҙар, ауырлыҡ һалмайҙар,     яраталар, иркәләтәләр. Хатта үҙен дә ауылда исеме менән түгел, ә «Байбулатовтарҙың килене» тип кенә билдәләйҙәр икән.

Кешене булмышына, эстәлегенә ҡарап баһалай белә торған интеллигент ғаиләгә йылыша йәш килен. Ире менән аралары татыу булыуға өҫтәп, ҡәйнәһе менән дә йылы мөнәсәбәттәр тыуа. Заманса ҡарашлы, белемле өлкән әхирәткә мохтаж булып үҫкән Рәмзиә Рәбиға Зыя ҡыҙында серҙәш тә, кәңәшсе лә, ныҡлы тыл да таба. Бер-бер артлы ике ҡыҙы ла тыуып, Байбулатовтар тупрағына тамыр йәйә. Быға өләсәһе лә булышлыҡ итә. Ялға ҡайһы саҡ үҙенә ҡайтҡан ҡыҙын ултыртып сәй эсерә лә, йоҡларға ла ҡалдырмай, ҡыуа башлай икән: «Бар, ана, ҡайның тупһаһына ҡайтып ҡун, миндә һинең хеҙмәт көнөң бөткән, иреңдән айырым килеп тә йөрөмә, шунда эҫен, шунда бат!»

Ҡыҙҙар иле

– Ҡыҙҙарым үҫкәнсе мин йүнләп ҡаш буяй ҙа белмәй инем ул,  – тип көлә Рәмзиә. – Бына шул ялбырбаштар ҙурайып алды ла өйҙә матурлыҡ индустрияһын үҫтереп ебәрҙе бит: «Әсәй, бының менән ошоно кейәләр», «Әсәй, сәсте оҫтанан буятырға кәрәк», «Атай, дизайнды былай итәбеҙ», «Әсәй, был кейемдә урамға сыҡмайһың»... Хәҙерге балаларҙың белмәгән, ҡыҙыҡһынмаған, өйрәнмәгән нәмәһе юҡ бит ул. Ҡыҙҙар халҡы инде бигерәк тә. Уларға барыһы ла матур булһын, һоҡландырһын, күҙҙе һөйөндөрһөн.

Ҡыҙҙарҙың олоһо Алтынай – Һамар медицина университетының өсөнсө курс студенткаһы. Бәләкәсе Айгүзәл баш ҡаланың 35-се Белем биреү үҙәген тамамлай.

– Беҙҙең атай-әсәйлегебеҙҙе һөйләрлек һүҙ ҙә юҡ бит ул,  – тип һаман шаян нотала дауам итә Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы. – Балаларҙы тәрбиәләү тигән теманы ла белмәйбеҙ. Бер ваҡытта ла «улай ярамай, былай итмә» тигән сикләү булманы, дәрес әҙерләшмәнек, нимәгәлер өгөтләмәнек, әрләмәнек йәки оялманыҡ һәм ҡыҙарманыҡ. Ҡыҙҙар үҙҙәре барыһын да белә, аңлай, башҡарып ҡуя. Икебеҙҙең дә тынғыһыҙ хеҙмәттә йөрөүебеҙҙең бер еңеллеге булды, ул – балаларыбыҙҙың мәшәҡәтһеҙлеге. Икенсе яҡтан, ҡыҙҙарҙың да буш ваҡыты булманы, әле лә юҡ. Тәнәй генә саҡтарынан йөҙ төрлө түңәрәктә шөғөлләнделәр, әллә ниндәй сараларҙа, проекттарҙа, ярыштарҙа ҡатнаштылар, уҡыуҙарына ла етди ҡаранылар. Күп осраҡта берәй хәл итә торған эштәрен атайҙары менән кәңәшләшеп, уның ярҙамы менән башҡарҙылар. Мәҫәлән, спектакль ҡуйғанда гимнастерка, уйында зәңгәр яулыҡ кәрәкме йә концертҡа ҡыҙыл туфли тигән шикелле, Илдар ҡыҙҙарын машинаға ултыртып ала ла ҡала буйлап эҙләп сығып китә. Бер ваҡытта ла «бушамайым», «ваҡытым юҡ» тимәне. Һәм уларҙың балаларса фекерҙәренән көлмәне, бер ҡатлы хәбәрҙәрен дә мәрәкә күрмәне. Шуларын ғаиләнең үҙ һүҙе булған тулы ҡанлы ағзалары итеп ҡабул итеп һөйләшә, һорауҙарына тулы яуап бирә, серҙәрен тота торғайны. Әле лә шулай инде, бары ҡыҙҙар хәҙер үҫкән, үҙҙәре өйрәтеп тә, кәңәш биреп тә ебәрерлектәр.

Өйҙә ҡыҙҙар иле булыуының нимә икәнлеген беләм мин. Ҡыҙҙар – улар буласаҡ хужабикә, ғаиләне, йәмғиәтте, хатта ерҙе әйләндереп тота торған халыҡ. Улар менән бергә һин үҙең дә үҫәһең, үҙгәрәһең, донъяла көн һайын бер асыш күрәһең. Бала саҡта башҡарылмай ҡалған эске кисерештәреңде лә улар менән дөрөҫ үтергә өйрәнәһең. Матурлыҡ, наҙ, йылылыҡ, хәстәр һәм яуаплылыҡ төшөнсәләрен бөтә тәбиғилегендә аңлайһың, ошо тойғолар эсендә йәшәргә күнегәһең. Мөғжизәле ил – ул ҡыҙҙар иле, илаһи ил...

Госпиталдә

2024 йылдың ноябрендә Рәмзиә  Рафаэль ҡыҙы «Беренсе тирмә»  республика проекты сиктәрендә

Луганск Халыҡ Республикаһының госпиталендә волонтер хеҙмәтендә йөрөп килә. Ике аҙналыҡ командировканан арып-талып, әммә рухи тетрәнеү менән сиктәш көс тә алып ҡайта. Ҡайҙалыр яралы егеттәр ярҙамға мохтаж булғанда, тыныс тормошта ҡылып йөрөгәндәрен ваҡ, хатта артыҡ кәрәкмәгән дә хеҙмәт итеп күреп китә. Быйыл апрелдә тағы ла шул төбәккә юллана. Нимә хәлдәренән килә, нимәгә маһирлыҡтары бар – барыһын да башҡара унда ҡатын-ҡыҙҙар: яралыларҙы каталкала йөрөтөп анализдар тапшыртыу, йыуындырыу, ҡырындырыу, кейемдәрен рәтләп биреү, табиптарға ярҙам итеү, палаталарҙы йыуыу, ашатыу, раздачала тороу һәм башҡалар. Ҡулдары бәйле булған һалдаттарҙың тештәрен таҙартып ҡуйыу ҙа бер ни түгел уларға. Рәмзиә, йәштән иренең сәсен үҙе тәрбиәләй белгән ҡатын булараҡ, тәүге барыуында 230 егеттең, быныһында 303 ир-аттың сәсен ала. Шуның өсөн махсус машинка һатып алып китә.

– Яралыларҙан сират теҙелеп китте. Башта аҙыраҡ хафалана төштөм, бик һынап ҡарайҙар ине, – тип һөйләй волонтер үҙе. – Аҙаҡ кем нисек теләй, кемгә ниндәй прическа кәрәклеген әйтә башланылар. Өлгөр генә. Бер ҡыҙыҡ мәл дә булды әле. Йәш кенә егеттең сәсен алып бөткәйнем, был бик ҡәнәғәт булып көҙгөгә ҡарай-ҡарай һорай: «Һеҙҙең һөнәрегеҙ кем?» «Парикмахер», –   тип әйткәнемде көткәндер инде, ә мин уйһыҙ-ниһеҙ генә: «Журналист», – тием. Шунда егет: «Һеҙ журналист булһағыҙ, мин депутат атыу», – тимәһенме. Геү итеп көлдө сираттағылар. Телемде тешләнем.

Депутат икәнлегемде лә әйтеп торманым инде.

Башҡортостандан барған ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө татыу ҙа, берҙәм дә, ойошҡанлы ла итеп күрһәтә үҙҙәрен унда. Тыныслыҡтан килеп яралылар араһына юлығыу психологик көсөргәнеш тыуҙырған әхирәттәренә ярҙам итәләр, бер-береһен күтәрмәләп, йыуатып алалар кистәрен. Ә таңдан тороп, тағы шул госпиталгә юлланалар ҙа ҡара кискәсә баш күтәрмәй яралыларҙың ҡулы ла, аяғы ла, теле лә, ҡайһы саҡ башы ла булған ролгә инәләр.  Ошо урында тағы ла  бер ваҡиғаны телгә алып үтке килә. Операциянан һуң саҡ аңына килгән егеттең телефонын ҡабыҙып, әсәһенә уның тере икәнлеген, бары әле һөйләшер хәлдә түгеллеген еткерә  Рәмзиә.  Теге яҡта  улын  юғалтҡан  әсә илай, был яҡта хәбәр итеүсе һыҡтай. Карауатта уларҙы тыңлап ятҡан улыҡай күҙ йәштәрен тыя  алмай икән. Бына ошондай  тулҡынландырғыс хәлдәр  ҙә осрай.

Нисек кенә ауыр һәм хәүефле булмаһын, был эшкә, әгәр мөмкинлек булһа, тағы ла бармаҡсы ул волонтер булып. Әйтеп үтергә кәрәк, әлеге командировка түләнмәй, унда һин үҙ аҡсаңа йәшәйһең, ашайһың, эштән дә үҙ иҫәбеңә ял алаһың. Күптәр ынтыла ла, түләнмәгәнде һәм хатта арыуыҡ ҡына сығым да сығарып йөрөп ҡайтыуҙы белгәс, баш тарта. Бында, моғайын, Рәмзиә кеүек үтә ихлас була белгәндәр генә юллана ла, яуап көтмәҫ изгелекте ҡылалыр.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор:Миляуша Кагарманова
Читайте нас