

Рәйфә апай:
– Ҡәйнә инде байтаҡ ғүмер йәшәгән, тәжрибә туплаған, ир менән дә, башҡа туғандар менән дә үҙен нисек тоторға белә. Ул да ошо нәсихәттәрҙән башлаған һәм тормош мәктәбен үтеп, үҙенсә һығымталар яһаған. Шуға күрә ҡәйнәгә яуаплылыҡ та күберәк йөкмәтелә. Киленде нисек ҡаршы ала, мөнәсәбәттәрҙе ҡороп ебәрә – унан тора, ошоно онотмаҫҡа кәрәк. Ә нәсихәттәргә килгәндә, йәш кенә килен балаҡайға тормош аҡылын матур итеп еткереү бит инде ул. Был ғаиләлә нимәгә нығыраҡ иғтибар бирелә, өҫтөнлөктәр ниндәй – шуны аңларға ла ярҙам итә улар.
Гөлсирә апай:
– Киленде яҡты йөҙ менән, үҙ ҡыҙың кеүек ҡаршыла. Улың кемделер һайлай икән – кимәле тап шул кешегә тап килә, яҡшыраҡ та, насарыраҡ та түгел. Ул бит үҙенә тиңде һайлай. Киленде шунда уҡ маҡтау ҙа, яманлау ҙа кәрәкмәй.
Мин үҙем киленемде башҡа туғандарҙың һүҙенән, ҡырын ҡарашынан ҡурсаланым, күкрәгемде ҡуйып яҡланым. Быны хәҙер үҙемдең хатам тип таныйым. Сөнки кеше донъяны танып белеү, өйрәнеү өсөн шулай «суҡылып» та алырға, һығымталар яһарға тейеш.
Ҡәйнәләге аҡыл менән килендәге йәшлек көсө, дәрте бергә ҡушылһа, тауҙай эштәрҙе атҡарып сығара алырҙар ине – шуны белеп, сыбыҡты ҡапылдан һындырмай ғына, ипләп кенә яңы тормошҡа алып инергә бурыслы ҡәйнә.
Рәйлә апай:
– Килен – кемдеңдер ғәзиз кешеһе. Һәр кемдеке кеүек яҡшы яҡтары ла, оҡшамағаны ла булыр. Йомортҡанан йөй эҙләмәйбеҙ.
Фәриҙә апай:
– Йәшәгән, күргән бит инде ҡәйнә, ул тәрбиәләп үҫтергән, тәжрибә туплаған. Сабырлыҡ, түҙемлек теләргә генә ҡала.
– Бөгөнгө көндә ҡыҙ баланы тормошҡа әҙерләү, кейәүгә сығып, ҡәйнә менән һыйышып йәшәргә өйрәтеү бармы? Элек еңгәләр кәңәштәрен бирһә, хәҙер кем башҡара был эште? Иң мөһим һабаҡ ниндәй булырға тейеш?
Рәйлә апай:
– Тормош ныҡ үҙгәрҙе, бөгөн бала мәғлүмәтте интернеттан ала, яуапты шунда эҙләй. Оптималләштереү тәрбиә мәсьәләләренә лә ҡағылмай ҡалмай. Ғаилә институты, өйҙәге тәрбиәнең тотҡан урыны йылдан-йыл көсһөҙләнә барған кеүек тоям. Шул уҡ ваҡытта нигеҙ барыбер ҙә ғаиләлә һалына. Ҡыҙҙарыма һәр саҡ, тәрбиәле йөрөгөҙ, ҡәйнәгеҙҙе хөрмәт итегеҙ, күстәнәс менән барығыҙ, тип өйрәттем. Ҡәнәғәтмен.
Рәйфә апай:
– Ғаиләлә һалына барыһы ла. Һәр кем ғәзиздәренә тик изгелек теләй. Йолаларыбыҙҙы, телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаған кеүек ғаилә институтын да беҙ һаҡларға бурыслы.
Кейәүгә сығырға уйлағанһың икән, егетеңдең яҡшы яҡтары менән бергә бөтә етешһеҙлеген дә ҡабул ит. Түҙемле бул. Түҙә-түҙә тәрбиәләп алаһың ул ирҙе. Әллә ниндәй вазифалар биләһәң дә, ғаиләлә йылы мөнәсәбәт тыуҙырыу – һинең бурыс. Балаларым, минең әсәйем мәктәптә генә директор, өйҙә ул – әсәй, тип әйтә торғайны.
Фәриҙә апай:
– Ҡыҙҙарым үҙ-ара бик татыу, кәңәш һорап апайҙарына, еңгәләренә шылтыратырға тартынмай. Мәғлүмәт заманында йәшәһәк тә, ғаилә институты юҡҡа сыҡмаған, тимәк. Әлбиттә, йоғонтоһо элекке кимәлдә үк түгелдер. Ҡыҙҙарым үҫкәндә минең менән бергә бешеренә, емеш-еләк йыя, баҡса ҡарай, өй йыйыштыра икән, һәр нәмәне яйлап өйрәнә; атаһы менән нисек һөйләшәбеҙ, үҙебеҙҙе нисек тотабыҙ – шуны ла ҡарап, һеңдереп йөрөй улар. Шулай булғас, ғаилә тәрбиәһе үтә мөһим, тип иҫәпләйем. Беҙ үҫкәндә әсәйҙәр менән кейәүгә сығыу, бала табыу кеүек темаларға һөйләшмәнек, ә хәҙер йәштәр, киреһенсә, балалары менән иң сетерекле нәмәләр тураһында ла асыҡтан-асыҡ әңгәмәләшә ала – минеңсә, был ыңғай күренеш.
Гөлсирә апай:
– Тыуғандан бирле ҡыҙ бала әсә, ҡатын булырға әҙерләнә. Ҡурсағын бәүетә, кейендерә, уйынсыҡ сынаяғына «сәй яһай»... һәм гел генә әсәһен ҡабатлай. Шул инде «тәүге орлоҡтар». Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, тигәндәре буштан сыҡмаған. Үҙеңде тотошоң, һәр хәрәкәтең, һүҙең менән тәрбиәләйһең барыбер.
Беҙ үҫкәндә психолог-социологтар булманы, донъя аҡылын ынйы шикелле үҙем йыйып теҙҙем. Әсәйемә кәңәшкә кешеләр күп килде, дәрес әҙерләгән арала барыһы ла ҡолаҡҡа керә, апай-еңгәләрҙең серҙәрен ишетеп, һығымталар яһап ултырҙым.
Нигеҙ ныҡ булһа, йорт һәйбәт тора. Ғаиләлә нигеҙ ул – тоғролоҡ. Был һүҙгә барыһы ла – бер-береңә ихтирам да, мөхәббәт тә, аңлашып йәшәү ҙә ингән. Шул бөтәһенә лә түҙергә, ваҡлыҡтарға иғтибар итмәҫкә көс бирә. Эске матурлыҡ мөһим. Сибәрлеккә ҡыҙығыу ғына яҡшыға алып бармай. Кешенең төрлө сағы була, һылыуҙар ҙа ауырый, бала ҡарағанда өлгөрмәй китә, йылдар үтеү менән тулылана, өлкәнәйә. Ә ирҙең, ҡатынын халатта күреү менән, «мөхәббәте» юҡҡа сыға. Ҡасандыр үлеп ғашиҡ булышҡандары, ошо ҡатындың үҙен данлағаны, матди яҡтан да терәк булыр өсөн көнө-төнө эшләгәне хаҡында уйлап та бирмәй ул, сөнки бар иғтибары тышҡы матурлыҡта булған. Һис кенә лә, үҙеңде ҡарап йөрөргә кәрәкмәй, тип әйтергә теләмәйем. Мин йәш саҡта, эштән ҡайтҡас, тағы ла бейегерәк үксәле туфли кейеп, аш-һыу бүлмәһенә инеп китә инем. Яратҡан кешеңә оҡшарға, йылмайып йөрөргә тырышаһың.
Ҡосаҡлашып үбешеүҙән, секстан башланған ғаиләнең дә киләсәге оҙон булыуы икеле – бер-береңә ҡыҙыҡһыныу ваҡыты үтә икән, юҡҡа сығыусан. Хәҙерге кино-фәләнгә ҡарап фекер йөрөтөүселәргә был һүҙҙәрем «боронғо» кеүек яңғырар, әммә тап шул күпте күргәнлегем миңә ошолай тип әйтергә хоҡуҡ бирә лә инде.
Бөгөнгө көндә туҡмалып йәшәргә ярамай. Хыянатты ғәфү ит, тип тә кәңәш бирә алмайым. Ҡалған ауырлыҡтар, яратаһың икән, еңеп сығыла.
Баланы эшкә һөйөү менән үҫтерергә кәрәк: ул бынан ҡәнәғәтлек кисерһен. Сөнки эш менән барыһына ла ярап була. Ҡайҙа ла тәүҙә үҙеңде күрһәтеү кәрәк. Күп һөйләмә, иң тәүҙә башҡаларҙы тыңла, йомшаҡ яҡтарын бел. Сит өйгә барып инеп, өйөңдөң хәбәрен һөйләп ултырма, бер нисә йылдан барыһы ла үҙеңә ҡаршы әйләнеп ҡайтыуы бар. Ғөмүмән, икәүгә генә ҡағылған хәлдәрҙе бөтөнләй бер кемгә лә һөйләргә ярамай.
Рәйфә апай:
– Иреңдең оҡшамаған ҡылыҡтары тураһында ҡәйнәң менән кәңәшләшеү яҡшыраҡ, сөнки ул улын нығыраҡ белә, хәлде дөрөҫ аңларға, төҙәтергә ярҙам итеү ихтималы күберәк. Ниндәй генә ир булһа ла, ғаиләгә тартыла бит ул, бары түҙергә, эшен аңларға кәрәк. Өйөңдә йылы, ашың бешкән, кейеме ҡаралған икән, был йылылыҡ барыбер ирҙе тарта. Йәш саҡта яратыу тип атаған хис, романтика, бәлки, үтеп тә китәлер, кеше бер-береһенә өйрәнә, унан башҡа йәшәп тә булмай башлай ул. Шуларҙы белеп үҫергә тейеш ҡыҙ бала.
– Һеҙҙе ҡәйнәгеҙ нисек ҡабул итте? Ниндәй фәһем бирҙе, аҡыл өйрәтте? Үҙегеҙ ниндәй килен булдығыҙ? Хәҙер һеҙ ниндәй ҡәйнә?
Рәйфә апай:
– Ике һабағы хәтеремдә ҡалды. Институтта дәүләт имтиханы тапшырырға кәрәк булғас, алты айлыҡ баламды уға ҡалдырырға мәжбүр инем. Ҡәйнәм һөт эсереп ҡарай, бала ҡоҫа, быны күреп мин илайым. Кейен, бар, кит, төркөмөңдән ҡалмайһың, уҡыйһың, тип мине ҡыуып тигәндәй сығарып ебәрҙе. Ҡәйнәм ҡараны баламды, тештәре сыҡты, атлатты... ошо ҡылығы менән ул мине түҙемле булырға өйрәтте.
Ҡәйнәм бухгалтер булып эшләгән сағында колхоз рәйесе йортона килен булып төшә. Председатель менән бухгалтер бер өйҙә булырға тейеш түгел, тип әйткәс, эшен ташлаған инде, тәрбиәсе булды. Бик талапсан ҡәйнәһе уны ныҡ ҡыйырһыта. Бәлки, шул саҡтарҙа үҙенә һүҙ биргәндер: беҙгә, килендәренә, йылы мөнәсәбәт һаҡланы ул. Улым аҡыллы, насар кеше түгел, барыһын да аңлар, минән булманы инде, һин елкәһенә менеп ултыр, тип фатихаһын бирҙе. Йылдар үтеү менән уны нығыраҡ аңлайым. Мин шулай итә алыр инемме икән, тип уйланам.
Ауылда мин – мәктәптә завуч, иптәшем мәҙәниәт йортонда баянсы булып егелеп эшләп йөрөйбөҙ. Гармунсыны туйға, ҡунаҡҡа, армияға оҙатырға ла саҡыралар. Һәр сара эске менән үтә. Йәшерен-батырыны юҡ: беҙҙең быуын эскелек сәскә атҡан ваҡытта йәшәне, шуның менән ныҡ көрәште. Бер бик ауыр мәлемдә ҡәйнәмә хат яҙҙым. Был ауыл шул хәтлем күмелгән эскегә, Ғаяз да ҡушылып китте, нишләйем икән, мин уның менән йәшәй алмам ул, тип. Ниндәй кәңәш бирер икән, тип көтәм яуабын. Бер көндө хат килеп төштө. Ҡуш табаҡлы шаҡмаҡлы дәфтәр битен асып ебәрҙем дә аптырап ҡалдым. Пар күгәрсендәр, сәскәләр төшөрөлгән, «Ғаяз+Рәйфә=мөхәббәт», «дуҫлыҡ», «бәхет» тип яҙылған... Бер ниндәй өгөт-нәсихәт тә, кәңәш тә, хәлдәрен белдереү ҙә юҡ. Ҡағыҙға ҡарап, оҙаҡ итеп уйланып ултырҙым. «Ҡалай булһа ла һин ғаиләң өсөн көрәш, балаң да бар, ул насар кеше түгел бит, юлын, көйөн тап», – шулай тип аңланым мин быны. Ошо хат матур һабаҡ булды. 53 йыл бына бергә йәшәүебеҙгә. Көйләйем дә, сөйләйем дә, ауырлыҡтар артта ҡалды, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре яһаным иптәшемдән, Аллаға шөкөр.
Гөлсирә апай:
– Егетем армияла саҡта уҡ буласаҡ ҡәйнәм, өйөнә саҡырып, беҙгә килеп йәшә лә ҡуй, тине. Шулай булғас, мине килен итеп күрергә теләгәндер инде. Рәфҡәт ҡайтып, тәҡдим яһағас, тағы берәй йыл көтәйек, тип ҡайтарып ебәрҙем. Икенсе көнөнә иртә менән еңгәм уята: «Тор, ана инеп киләләр!» Кем тураһында һүҙ барғанын аңлап та өлгөрмәнем, һикереп тороуыма буласаҡ ҡәйнәм менән ҡайным килеп тә инде. Мейес эргәһендәге эскәмйәгә уңайһыҙланып ҡына ултырҙылар. Өйләнешеүҙе оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, тиҙәр. Мин Ҡазанда эшләп, уҡып йөрөйөм. Уҡыуыңды ҡалдырмаҫһың, тине әсәһе. Өйләнештек. Ҡәйнәм артабан алыҫта уҡыуымды дауам итеүемә ҡаршы төштө, мин ундай һүҙ әйтмәгәнмендер, тине лә ҡуйҙы. Ҡалған эшкә ҡар яуа шул...
Бер көндө ҡәйнәм мине игәп алды: ул саҡта модала булған кимоно күлдәгемде, тышҡы ҡиәфәтемде оҡшатманы. Ҡайным төшкө ашҡа ҡайтып инеүе булды, иҙән сепрәген ҡулыма тотҡан килеш шарылданым: «Ҡайным, ҡәйнәм миңә, яулыҡ ябын, ойоҡ кей, оҙон күлдәктә йөрө, тисе». Атайым булһа, шаяртып берәй һүҙ әйтер, шунан күмәкләшеп көлөшөр ҙә онотор инек. Был юлы тын ҡалдыҡ. Ирем дә ҡайтты, ашарға ултырҙыҡ. Тик һүҙ бармай. Ҡайным сәйен эсеп бөттө, сынаяғын түңкәреп ҡуйҙы ла ҡәйнәмә: «Ишетһен ҡолағың: нимә теләй – шуны кейһен, һөйләһен, эшләһен!» – тине. Эй ҡыйын булды миңә, ҡәйнәмде лә йәлләнем. Башҡаса бер ҡасан да ошаҡлашманым.
Тағы бер хәлде һөйләйем әле. Иптәшем, ҡәйнәм менән өсәүләп шаярышып һөйләшеп ултырабыҙ. Фәлән ир фәлән ҡатын менән һөйләшеп торған, тигән кеүек ауыл хәбәрҙәрен. Шул саҡ ҡәйнәм тороп баҫты ла ҡәтғи тауыш менән: «Рәфҡәт, әгәр ҙә киленгә хыянат итә торған булһаң, иң беренсе үҙем балта алып башыңды сабып өҙәм!» – тине. Был һүҙҙәрҙе бер килен дә бер ҡасан да ҡәйнәһенән ишетмәгәндер, тип уйлайым. Ошо мәлдән алып беҙҙең арала матур семәрле «күпер» һалынды. Шәреҡ баҙарындағы затлы ебәктәй ҡәҙерле генә булып, зауыҡлы, тәрбиәле ғаиләлә үҫкән ҡәйнәм, тик тормош артабан уны иркәләмәгән. Һуғыш ваҡытында дүрт эштә эшләгән. Татыу йәшәнек...
Һәр ғаиләнең яҙылмаған ҡанундары була, килен был өйгә килгәс, уларҙы һаҡларға, өйрәнергә тейеш инде. Мин шәхси өлгө күрһәтеүҙе уңайлыраҡ тип һанайым. Улым килен алып ҡайтты. Һәр кемдең үҙ холҡо, килбәте, тигәндәй. Мин нимә эшләй алам? Иң тәүҙә үҙемә өлгө күрһәтергә кәрәк. «Йөрәккәйем, ҡайттыңмы?» – тип кис һайын иремде ҡосаҡлап алам. Бер аҙҙан киленем дә улымды шулай ҡаршылай башланы. Ейәнемдең саҡ һөйләшә башлаған сағы. Бер мәл кухняға йүгереп килеп инде: «Эй, ана ике өрәк ҡайтты!» Бар булмышы менән, нишләп ҡаршы алмайһығыҙ, ти ине үҙе. Сыҡһаҡ, иптәшем менән улым икеһе бер юлы ҡайтып ингән икән. «Ике өрәк» тигәне «ике йөрәк» булған. Бына бит, ул да ситтән барыһын да күреп йөрөгән. Хәҙер был ваҡиғаны иҫләп, рәхәтләнеп көлөшөп алабыҙ.
Рәйлә апай:
– Һуғыш осоронда Белоретҡа урман ҡырҡырға барған ҡәйнәм. Шул саҡта мәғрур ҡаяларға, ағастарға һоҡланып, киленем ошо яҡтан булһын ине, тип теләнем, тип мине яратып ҡабул итте ул (мин – Ассы ауылынан). Килен – ҡәйнә буҫағаһынан, тиҙәр, мин, әлбиттә, уға еткерә алмайым, бик эшлекле, йор һүҙле, шиғри күңелле ҡатын ине. Уның килене булыуым менән ғорурланам. Үләндәр менән дауаланы, ер-һыу менән гармонияла йәшәргә тырышты. Эшләгәндән кеше үлмәй, тиер ине. 85 йәшендә лә биҙрә тултырып еләк йыя торғайны.
Мин үҙем дә лайыҡлы ҡәйнә булырға, әллә ни төпкә төшмәҫкә, араларына инмәҫкә тырышам. Йәштәр минән аҡыллы, тип һанайым. Үҙегеҙгә нисек һәйбәт, шулай, тик тормошоғоҙҙан риза булып, шатланып йәшәгеҙ. Барыһы ла тиҙ генә килеп сыҡмауы ла бар, шөкөр итә белегеҙ. Хоҙай Тәғәлә һеҙгә матур балалар биргәненә һөйөнөгөҙ, тим балаларыма.
Күҙ ҡарашың менән, эмоция күрһәтеп, йылмайып ҡына ла фәһем бирергә мөмкин бит. Ҡайһы саҡ арҡаһынан һөйөп ебәрһәң дә етә. Беҙ килен булған осорҙа тормош икенсерәк ине. Маҡтау һүҙҙәрен әйтмәнеләр. Ай айламай ат маҡтама, йыл йылламай килен маҡтама, тиҙәр ине. Шуны иҫтә тотоп, мин киленемде маҡтап, хуплап ҡына торам. Килен килбәтле булһын, теле шәрбәтле булһын. Ул бит улыма, минең ейәндәремә матур шарттар тыуҙыра, шуға рәхмәт. Мине әсәһенән дә яҡын күргән кеүек булып китһә, хатта эсем бошоп ҡуя.
Фәриҙә апай:
– Мин ун йыл бер класта уҡыған егеткә кейәүгә сыҡтым. Өләсәйемдең күршеһенә. Ҡәйнәм ике балалы иргә барған, тағы ла биш сабыйҙары тыуған. Ныҡыш, тырыш холоҡло булды. Өйҙә әсәйем дә һис ни өйрәтмәй тормағандыр инде, тик ҡәйнәмдеке нығыраҡ иҫтә ҡалған. Бөтә ваҡ-төйәгенә тиклем. Ир менән йәшәү – фронт, килешеп йәшәйһегеҙ инде, ти торғайны. «Түҙәһең» тигән һүҙҙе ҡулланманы. Беҙгә йүгереп кенә килә лә, зыр әйләнеп, баҡсаны, һарайҙы ҡарап сыға. «Бравиркаға килдем әле», – ти, оҡшатмағанын күрһә, әйтә лә, бер сынаяҡ сәй ҙә эсеп тормай, һеҙҙең эшегеҙҙән күп нәмәгеҙ юҡ, мәшәҡәтләмәйем, тип ҡайтып китә. Ғәҙел һәм аҡыллы булды.
Уҡытыусылығым үҙенекен итә – өйрәтеү ҡаныма һеңгән. Кеше ҡабул итәме-юҡмы – уның эше. Башта киленемә кәңәштәремде яуҙырҙым ғына, аҙаҡтан үҙемде ҡулға алдым. Ейән-ейәнсәрҙәремде лә өйрәтәм, әсәйеңдәр эштән арып, асығып ҡайта, бешереп ҡуйһаң, өйҙө йыйыштырып алһаң, ҡыуанырҙар, тим. Шулай ҙа артыҡ ҡыҫылмайым, балалар үҙҙәре килешеп йәшәй икән, тағы нимә кәрәк әсәгә? Килгәндәрендә йылмайып ҡаршы алам, балаларын ҡарашам, ярҙам кәрәк булғанда йүгереп сығып китергә әҙермен. Улар ҙа – миңә терәк.
Мин үҙем ауылда тыуҙым, шунда йәшәнем, эшләнем. Аралашыу даирәм бәләкәй генә ине. Хәҙер йәштәр күп белә, күп күрә. Ул шуны алған, тегенең йорто шундай, был шунда ял иткән... – бындай сағыштырыуҙар үҙ мөмкинлегенән ҡарап фекер йөрөтөүгә ҡамасаулай. Хәҙерге ҡыҙҙарҙың ир-атҡа талаптары күп, минең ҡәйнәм, ирҙәр ҙур эштәр менән булырға тейеш, тип әйтә торғайны.
– Ҡәйнәгеҙҙең ҡылығына ҡарап, мин бер ҡасан да улай итмәйәсәкмен, тигән сағығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Был вәғәҙәгеҙҙе үтәнегеҙме?
Гөлсирә апай:
– Бер мәл кеше һүҙенә иғтибар итеүе күңелде ҡырҙы. Бында ла үҙемә һабаҡ алдым – килен дә, ҡәйнә лә кеше һүҙенә төшмәһен. Бына бит ул киленең (йәки ҡәйнәң) алдыңда, уның мөнәсәбәтен эргәһендә тороп һин үҙең күрәһеңме, әллә ситтә тороп һеҙҙең араны бутаусылар нығыраҡ тоямы?
Рәйлә апай:
– Бер генә нәмә күңелде ҡырҙы – ул балалары менән уртаҡ телде нығыраҡ тапҡан кеүек булды, ә килендәренә иғтибары аҙыраҡ ҡала ине. Балаларының күмәк булыуы ла быға сәбәпселер инде. Бергә йыйылғанда миңә уның менән аралашыу, иғтибары етмәй ҡала торғайны. Шул саҡтарҙа үҙемә һүҙ бирҙем һәм хәҙер иң тәүҙә килендәрем, кейәүҙәрем менән һөйләшеп алам.
– Ҡайһы бер ҡатындар улының өйләнеүен уны икенсе кеше менән бүлешеү тип ҡабул итә...
Гөлсирә апай:
– Балаңды көнләшеп ултырыу дөрөҫ түгел, икеһенә тигеҙ, һөйөп ҡарайым. Уны башлы-күҙле итеү – бурысың икәнен дә аңларға кәрәк.
Рәйлә апай:
– Кәләш алған улыңды тормош юлынан ҡыйыу атлаған ир, ғаилә башлығы, атай булараҡ ситтән күҙәтәһең. Улың хәләл ефетенә лә, әсәһенә лә йылы ҡарашын йәлләмәһә, һис проблема күрмәйем. Хоҙайҙың миңә шундай тәрбиәле балалар биргәненә һөйөнөп, шөкөр ҡылып, ҡарлуғастарымды оло тормошҡа осороп ебәрҙем.
Фәриҙә апай:
– Улым 15 йәшенән ҡалаға гимназияға китте, артабан вузда уҡыны, алыҫта эшләне, 27 йәшендә генә өйләнде. Шуғамы икән, ундай һорау тыуманы. Икенсе яртыһын тапҡанына ҡыуандым. Бәхетле йәшәһендәр! Ғөмүмән, хәҙерге заманда бындай һорауҙы биреүҙе лә дөрөҫ тип тапмайым.
Рәйфә апай:
– Киленең – һинең нәҫелеңде дауам итеүсе, уны нисек көндәш күрмәк кәрәк?!
– Ғаиләгеҙҙә тик ҡәйнә менән киленгә генә ҡағылған йолалар, ғәҙәттәр булдымы?
Гөлсирә апай:
– Беҙҙең һәр саҡ ике баяныбыҙ булды, береһе иремдең тыуған йортонда һаҡланды. Ҡайтып инеү менән мин аш-һыу тирәһенә йүгерәм, Рәфҡәт шул баянына йәбешә. Баян тауышы ишетеүем була, мин, бар эшемде ташлап, бейергә тотонам. Өйрөлөп йөрөйөм-йөрөйөм дә ҡайныма баҫам (ул бик оҫта бейей ине), аҙаҡ ҡәйнәмде бейетәм, шунан балалар төшә. Шул арала мин сәй ултыртып өлгөрәм, ризыҡ ташыйым. Шундай күңелле мәлдәр бар ине, эх!
Һалма йәйеп, ашҡа һалғанда ҡысҡырып саҡырам, ҡәйнәм, кил тиҙерәк, атыу йәбешә, ҡосаҡлашһалар, һин бешерҙе, тип әйтәм атыу, тим. Беребеҙ һалып тора, икенсебеҙ болғата. Беҙ ҡайтһаҡ, ҡәйнәм ҡунаҡ йыйырға яратты, бишкә тип әйт, чтобы алтыға килеп етһендәр, тип тылҡып, мине саҡырырға ебәрә. Минең тыныс ҡына һөйләшеп ултырғым килә лә ул, ҡалайтаһың. Һинең сәйең тәмле була, тип үҙен самауыр артына ултыртам, үҙем шул арала һауыт-һаба йыуып, аш-һыу әҙерләп өлгөрөргә ваҡыт ҡалһын өсөн шулайтам.
Рәйлә апай:
– Бесән эше бөткәс, икәүләп кенә ҡырға сыға инек. Ҡәйнәм шул тирәләге ер-һыуҙың тарихын һөйләй, ошонда Рәмиевтар алтын сығарған, бында сейә уңып бешә, еләк иҫ китмәле була, тип таныштыра. Тағы – мин дә уның кеүек шиғыр уҡырға, һөйләргә яратам.
– Хәҙер йәштәр өйләнеү менән айырым йәшәргә тырыша. Бының ниндәй ыңғай һәм кире яҡтарын күрәһегеҙ?
Рәйфә апай:
– Бик хуплайым. Һәр ғаилә – үҙе бер дәүләт.
Гөлсирә апай:
– Атай-әсәй ауырыу йә үҙе генә йәшәй алмаһа, варианттар юҡ – һүҙ яуаплылыҡ тураһында бара. Башҡа ваҡытта инде, халыҡтың бер һүҙе бар: бергә йәшә, айырым тор. Йоҡлай торған урының булһа ла айырым булырға тейеш. Икенсе яҡтан ҡарағанда, йәштәр иртә менән эшкә китә, кис ҡайтыуҙарына ашарҙарына әҙер, балалары баҡсанан ҡайтҡан... – бергә йәшәүҙең уңайлы яҡтары ла күп бит.
Рәйлә апай:
– Кире яҡтары шул: балаларына өләсәй тәрбиәһе, ҙур ғаилә йоғонтоһо етмәй. Бала үҫтергәндә күп һорауҙар тыуа, шул саҡта өләсәйҙәр эргәлә булһа, рәхәтерәк. Бергә йәшәмәгән осраҡта ла йыш аралашып тороу мәсьәләне ыңғай хәл итә, минеңсә.
Фәриҙә апай:
– Өлкәндәр яйыраҡ була, күнегелгән шарттарҙа, бер яйға һалынған тормош менән йәшәүҙе хуп күрә. Йәштәр иһә шәп, үҙгәрештәр яҡлы. Кейем, аш-һыуға, аҡса тотоноуға ҡарата ла ҡараштар төрлө була. Шуға ла, әйҙә, үҙҙәренсә, айырым йәшәһендәр. Йыраҡтағы ҡояш нығыраҡ яҡтырта, тиҙәрме әле? Тик аралашыуҙы өҙмәҫкә, бер-береңдең тын алышын белеп торорға, кәрәк саҡта ярҙамға әҙер булырға кәрәк.
Бер ҡыйыҡ аҫтында оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ҡәйнә менән килендәр ҙә бар. Минең еңгәм улы, килене менән йәшәй. Инде бүләсәләрен тәрбиәләй. Бик татыу торалар, беҙҙе лә асыҡ йөҙ менән ҡаршылайҙар. Һәр кем үҙенсә тормош ҡора инде.
– Һәйбәт килен һайлаһын өсөн – улыңды, яҡшы килен булһын өсөн ҡыҙыңды нисек үҫтерергә икән һуң?
Рәйфә апай:
– Балаңды уңышҡа ынтылыусан, маҡсатлы итеп тәрбиәләү шарт. Бая эскелек хаҡында әйтеп үткәйнем. Бөгөнгө йәштәрҙең был проблеманан алыҫ булыуы бик ҡыуандыра. Ирҙәр балаларын ҡараша, баҡсаһына алып бара, ғаиләләре менән мәсеткә йөрөй. Бәләкәстәре лә шуны күреп үҫә, тимәк.
Фәриҙә апай:
– Балаң яҡшы кеше булһын. Күңеле яҡты булһын. Үҙ тиңен тапһын.
Рәйлә апай:
– Аҡты ҡаранан айыра белһен. Насар, кире уйҙарға урын ҡалдырмау хәйерле, үпкәләшмәгеҙ, ҡаршылашмағыҙ. Башҡарған һәр ғәмәлең кире әйләнеп ҡайтыуын онотмағыҙ. Гел генә барыһы ла ыңғай булып ҡына ла тормай, тормош ауырлыҡтарын иңгә-иң терәп үтеү еңелерәк.
Гөлсирә апай:
– Мин үҙем улымды ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләргә тырыштым. Пехотаға барһаң, шулай була, танкты һайлаһаң – ошолай, тип үҫтерҙек. Мөхәббәт, тоғролоҡ тураһында ла бәләкәйҙән әйтеп барырға кәрәк булған, быға әһәмиәт бирмәүебеҙҙе хатам, тип иҫәпләйем. Ҡолағына бер элмәһә, бер инә ул барыбер, ҡабатлай торғас. Күҙҙәреңде ныҡлап асҡас ҡына өйләнергә кәрәклеген дә аңлатырға кәрәк.
Гөлшат Ҡунафина әңгәмәләште.