+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Дуҫлыҡ ҡалаһы

Нефтекама ҡалаһы тиһәң, аллы-гөллө кейемдәге күп милләтле халыҡ парады күҙ алдына баҫа. Ә бит ысынлап та унда 62 төрлө милләт вәкиле йәшәй. Һәм үҙ-ара дуҫ, берҙәм улар. Яңғырауыҡлы һүҙ генә түгел әйткәндәребеҙ, урында йәмәғәт эштәрен алып барған, саралар уртаһында ҡайнаған зыялы шәхестәр ҙә ошо хаҡта һөйләй.

Дуҫлыҡ ҡалаһы
Дуҫлыҡ ҡалаһы

Нефтекама ҡалаһы тиһәң, аллы-гөллө кейемдәге күп милләтле халыҡ парады күҙ алдына баҫа. Ә бит ысынлап та унда 62 төрлө милләт вәкиле йәшәй. Һәм үҙ-ара дуҫ, берҙәм улар. Яңғырауыҡлы һүҙ генә түгел әйткәндәребеҙ, урында йәмәғәт эштәрен алып барған, саралар уртаһында ҡайнаған зыялы шәхестәр ҙә ошо хаҡта һөйләй.

– Башҡорттар өҫтөнлөк иткән төбәктәрҙә милли мәнфәғәттәрҙе ҡайғыртыу күпкә әүҙемерәк тә, еңелерәктер ҙә, бәлки, ә беҙҙә үҙеңде генә айырып күрһәтеү мөмкин түгел, – ти, һүҙен башлап, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Айгөл Салауат ҡыҙы Йәһүҙина. – Мәҫәлән, Шәжәрә байрамын ғына алғанда ла, башҡорттар менән берлектә рус, сыуаш, мари, украин һәм башҡалар ҙа үҙ ата-бабаларын барлай, милли йолаларын күрһәтә. Был тотош бер ҙур дуҫлыҡ фестиваленә әйләнә. Милли кейемдәр көнө, Башҡорт мәҙәниәте айлығы, Әсәләр көнө, Башҡорт теле көнө, Халыҡ-ара туған телдәр көнө, «Һаумы, һаумы, әкиәт!», «Башҡортостан ынйылары», «Урал батыр», «Халыҡ ынйылары», Һабантуй, Милли аштар байрамы, һанап бөткөһөҙ әҙәби кисәләр, шиғыр-инша конкурстары, тематик флешмобтар, интеллектуаль бәйгеләр, олимпиада һәм фәнни-ғәмәли конференциялар ҙа шулай күп милләтле халыҡтарға яраҡлаштырып уҙғарыла.

Ҡалала башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереүҙә төп эште башлыса башҡорт теле уҡытыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәре башҡара. ­Балала илһөйәрлек бишектән ярала, тигән фекерҙе алға һөрөп, халыҡтар мәҙәниәтен өйрәнеүҙе тәнәйҙәрҙән башлағандар. Һәр баҡсала тыуған яҡты өйрәнеү мөйөштәре, түңәрәктәр ойошторолған. Ә 39-сы һәм 41-се балалар баҡсаларындағы башҡорт төркөмдәрендә тәрбиәселәр ҡала ағинәйҙәре менән берлектә «Ҡатыҡ тәмләү», «Орсоҡ өмәһе», «Бала һатып алыу», «Кәкүк сәйе», «Ҡарға бутҡаһы» кеүек йолалар аша сабый күңеленә рухи орлоҡ һала.

Мәктәп йүнәлешендә лә уңыштарыбыҙ бар. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023» төбәк-ара бәйгеһендә Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы  Гүзәл Ғайсинаның еңеүе генә лә был өлкәлә ҙур эштәр алып барылыуы хаҡында бәйән итә. Әлеге гимназияла һәм тағы ла 2-се, 13-сө мәктәптәрҙә башҡорт балалар ­театры ла гөрләп эшләй.

– Рухи тәрбиә артабан колледждарҙа дауам итә, – тип ғорурланып дауам итә Айгөл Салауат ҡыҙы. – Ҡалалағы биш һөнәри белем биреү учреждениеһында ла телде үҫтереү, һаҡлау һәм пропагандалау етди кимәлдә. Һәр сара студенттарға, йәштәргә киләсәктә тыуған республикабыҙ сәнғәтенә, мәҙәниәтенә, мәғарифына хеҙмәт итергә әҙер булыу сәйәсәтен аңлатыу нигеҙенә ҡоролған, сөнки был мәсьәләгә республика Башлығы ла ҙур иғтибар бүлә. Бына, мәҫәлән, «Профессионалдар-2024» төбәк чемпионаты сиктәрендә Нефтекама нефть колледжы базаһында «Һөнәри эшмәкәрлектә дәүләт телдәре» компетенцияһы булдырылды. Был сарала студенттарға туған һәм башҡа телдәрҙе белеүҙең мөһимлеген төшөндөрәбеҙ, сөнки хәҙер күп ойошмаларға төрлө телдәрҙә аралаша белгән хеҙмәт­кәр­ҙәр талап ителә.

Нефтекама башҡорттары ҡоролтайы ағинәйҙәр ойошмаһы менән берлектә туй йолаларын тергеҙеү буйынса ла әһәмиәтле эш алып бара. Был тәңгәлдә уларҙың үҙенсәлекле генә саралары ла бар. Республика кимәлендәге «Башҡорт туйы йолаһы» конкурсында онотолоп барған «Йыртыш»ты күрһәтеп, 2-се урынға лайыҡ булдылар. Быйыл «Игәт туйы» – «Түркенләп килеү» йолаһының видеояҙмаһын конкурсҡа ебәргәндәр. «Игәт туйы» – йәштәрҙең бер йыл йәшәгәс, ҡыҙҙың ата-әсәһенә ҡайтыу йолаһы. Уны тағы ла «түркенләү» – «түркенләп килеү» тип тә атайҙар. Беҙҙәге «Яҡшы ҡатын – киленсәк, яман ҡатын – түркен­сәк», тигән әйтем дә тап ошо йоланан килә. Йәштәр «түркенләп килгәндәрендә» ата-әсә йәш ғаиләгә мал бүләк иткән. Был малды «игәт малы» тиҙәр. Ә йәш кейәү «туркен балы» алып килә һәм ҡунаҡтарҙы һыйлай. Игәт туйына саҡырылған сәсән телле апай-инәйҙәр йәштәргә изге теләктәр әйтә, фатиха яңырта. Игәт туйы – ике яҡтың татыулығын нығытҡан мөһим йола. Йыл эсендә төрлө хәлдәр була, кешегә яңы ғаилә тәртибенә өйрәнеп китеүе ауыр. Ә был йола мөнәсәбәттәрҙе яйлай, нығыта. Изге теләктәр, фатиха алған йәштәр яңы тын, көс туплап йәшәп китә. Ҡыҫҡаса әйткәндә, йоланың эстәлеге ошолай, һәм был Нефтекама башҡорттарынан үҙенә күрә бер яңы күренеш, ҡыҙыҡлы йола фрагменты.

2022 йылдан ағинәйҙәр МХО яугирҙәренә ярҙам итә: һаҡлаусы селтәр­ҙәр үрә, гуманитар йөк йыя, май шәмдәре, сигелгән ҡулъяу­лыҡ­тар, бетеүҙәр оҙата. Мәктәптәрҙә «Герой партаһы», «Һалдатҡа хат» акцияларын ойоштора. Был эштә китапханасы Рәмзилә Нәиф ҡыҙы Аҡмалова әүҙемлек күрһәтә. Уның эшмәкәрлеге киң ҡырлы: шәхси музейына йөҙләгән самауыр йыйған, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәрен тегеү, биҙәнеү әйберҙәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғара, уҡыусыларҙы республика, Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияларына әҙерләп, призлы урындар яулай

Дуҫлыҡ ҡалаһы
Дуҫлыҡ ҡалаһы
Дуҫлыҡ ҡалаһы
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас