

Редакция менән тәүгә
Йәйҙең йылы көндәре етеү менән, ял һәм яңы тәьҫораттар көҫәп, редакциябыҙ менән Бөрйән районына юл тоттоҡ. Яҡты хыялды тормошҡа ашырып – Ағиҙелдән һалда ағырға! Баш мөхәррир музыка хаҡында ла онотмаған – бумбоксына йырҙар яҙҙырып алған. Водителебеҙ Салауат ағай хәләл ефете Ғәлиә апайҙы ла янына ултыртып алып, таңғы сәғәт биштә «ГАЗель»дә елдерә инек инде. Күңелдә тулҡынланыу ҙа бар. Сөнки был беҙҙең редакция менән бергә тупланып сыҡҡан тәүге ял сәфәребеҙ. Журналда 2003 йылдан эшләүем дәүерендә ундай мөмкинлек булдымы икән?.. Ял тиһәләр ҙә, был мәҡәләгә яуаплы булғас, берәй нәмәне күҙҙән ысҡындырмайым тип, миңә гел уяу булырға, бөтә нәмәне ҡағыҙға теркәп, фотоға төшөрөп барырға кәрәк ине.
Ҡорбан байрамына Сәйетбабаға ҡәйнәһенә ҡайтҡан Гөлшатты Ғафури менән Архангел районы сигендә ултыртып алдыҡ. Шөкөр, еҙнәбеҙ Мөнир Ҡунафин йоҡлар йоҡоһон ҡалдырып, етеҙ генә килтереп тә еткергән ҡатынын юл сатына. Артабан Сермәндә Белореттан эшләгән Эльза Мөхәмәҙиеваны ултыртып алдыҡ, уның да тормош иптәше фатихаһын биреп оҙатып ҡалды.
Ағиҙел тулҡынында
Журналыбыҙҙың күптәнге дуҫы – Бөрйән районының Ырғыҙлы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илвир Миңлеғәле улы Сәйфуллин «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы эргәһендә беҙҙе ҡаршы алды. Журналистарға, ғөмүмән, үҙе кеүек тырыштарға ихтирамы ҙур республикаһы, районы тип янған ир уҙаманының. Комплекс янында бөтә уңайлы шарттары булған ҡунаҡхана-йорттар теҙелгән. Шуларҙың береһендә яҡты, таҙа бүлмәләргә урынлашҡас, кәрәкле генә әйберҙәрҙе алып, Ағиҙел йылғаһы ярына төштөк. Көнө лә бит шул хәтлем матур, ҡояш ҡыҙҙыра, йылға тулҡындары беҙҙе үҙенә саҡырғандай ирәйеп кенә аға! «Кисә генә ямғыр туҡтаны. Һеҙгә повезло, бөгөн ана ниндәй сыуаҡ», – тип йылмайып, хәбәрен теҙҙе Илвир Миңлеғәле улы. Ағиҙел ысындан тереһыу кеүек. Иҙел буйында бар арыу, мәшәҡәттәр йыуылып төшкәндәй юҡҡа сыҡты. Беҙ «Шүлгәнташ» музей комплексы биләмәһенән ағым буйлап Ҡотан ауылы сатына тиклем һалда ағыуҙы һайланыҡ, оҙонлоғо – 14 километр. Юлда ике туҡталыш эшләү планлаштырылған. Сәйәхәттә оҙатып йөрөүсе лә, инструкторыбыҙ ҙа Илвир Миңлеғәле улы тәүҙә һалда үҙеңде нисек тоторға, йәғни хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һәм йылға буйлап йөҙгәндә ҡулланылған командаларҙың мәғәнәләре хаҡында аңғартты. Мәҫәлән, «Табань» командаһы яңғыраһа, артҡа табан хәрәкәт итергә кәрәк, тимәк, ишкәкселәр кире яҡҡа ишергә тейеш. «Уң табань» йәки «Һул табань» – һалды киҫкен рәүештә уңға, һулға борорға йәки тигеҙләргә кәрәк булғанда бирелгән командалар.
Әллә йөҙә белмәгәнгә, Айзилә Мортаева «ҡурҡам да ҡурҡам» ти торғас, һалдың уртаһынан урын алды. Миләүшә Ҡаһарманова, журнал ҡыҙҙарын етәкләгән командир булараҡ, ишкәккә тотондо. Регина Камаловаға итек кейергә ҡушылған, сөнки ул инструктор менән бергә һалды һыуға этеп төшөрөргә тейеш. Шөкөр, ыңғай ғына йөҙөп киттек. Үҙемдең дә һалда тәүгә ағыуым. Әммә ҡурҡыу юҡ, тирә-яҡтағы матурлыҡ йөрәкте әсир итә. Мәғрур ҡаялар араһынан ағып барыу – үҙе мөғжизә. Һәр боролошта яңы күренеш асыла – Ағиҙелдең матурлығы күҙҙең яуын ала.
Тирмәнтау һәм оҙон томшоҡло йәнлектәр
Тәүге туҡталышыбыҙ – Тирмәнтау тәңгәлендә. Тауға күпмелер араны тимер баҫҡыстан, артабан дымлы булғанға тайғағыраҡ һырттан бер-беребеҙҙе ҡыуыша-ҡыуыша күтәрелдек. Иҫ киткес хозур тәбиғәт, таҙа, саф һауа, ҡарағай, йәш әрем, кесерткән еҫе әллә ҡайҙан танауҙы иркәләй, ҡоштар һайрауы, бөжәктәр бызылдауы ҡалалағы машина гөрөлдәүенә арыған ҡолаҡҡа танһыҡ ҡына инде. Тирмәнтау – Башҡортостандың көньяғында, Урал тауҙарының көнбайыш битләүендә урынлашҡан Олотау һыртындағы тау. Уның исеме үҙе үк әйтеп тора: «тирмән» һәм «тау» һүҙҙәренән яһалған. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән – 436 метр. Ул үҙенең карст сығанағы Берхомут һәм Хазина мәмерйәһе (Тирмәнташ) менән билдәле. Бындағы үҫемлек-сәскәләрҙе өҙөргә, тәбиғәтте бысратырға ярамай – ғөмүмән, ҡурсаулыҡ биләмәһендә ҡаты тәртип.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, XVIII быуатта уҡ билдәле сәйәхәтсе һәм ғалим И. И. Лепёхин, был тау итәгендә ике һыу тирмәне эшләй, тип яҙып ҡалдырған. Яҙмалар буйынса, әүәл Шүлгән йылғаһындағы тирмәндә халыҡ иген тарттырған. Ул тирмән бөтә яҡын-тирәләге ауылдарға хеҙмәт күрһәткән. Бөгөн Тирмәнтау – туристар өсөн бик популяр урын. Тауҙың иң осонда ағастан тирмә тора. Үрҙән Ағиҙелдең бөтә бөгөлдәре, йәшел урмандары, йәмле аҡландары ус төбөндәге кеүек күренә, хайран итә. Беҙ, редакция ҡыҙҙары, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып оҙаҡ ҡына ултырҙыҡ, фотоға төштөк, хозурлыҡҡа илһамландыҡ.
Тауҙан төшкәс, Башҡортостаныбыҙҙың тағы ла бер гүзәл урынына, бөтә донъя буйынса уникаль һаналған тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы – Шүлгәнташ мәмерйәһенә юл тоттоҡ. Унда сәйәхәтселәр ағылып ҡына тора. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙы ипле генә көттөк. Мәмерйәгә инеү урыны портал тип атала. Һул яғындағы күлдән Шүлгән йылғаһы аға. Зәңгәрләнеп күренеп ятҡан күлдең диаметры өс метрға яҡын, ә тәрәнлеге 80 метрҙан артыҡ. Күлдең һыуы эсергә яраҡлы түгел, уны дауаланыу ванналары өсөн файҙаланалар, тиһәләр ҙә, унда биттәрҙе йыуып, эсеп тә ҡараныҡ. Тап-таҙа ул. Мәмерйә эсендә һалҡын, һәр ҡатында бер сама дымлылыҡ һаҡлана һәм меңәр йылдар буйы һауа температураһы үҙгәрмәй. Шуға боронғо һүрәттәр һаҡланған да инде. Төп галерея, Сталагмиттар, артабан Көмбәҙ һәм Билдәләр, унан алыҫтараҡ урынлашҡан Хаос залдарындағы боронғо хазиналар беҙҙе палеолит дәүеренә алып ҡайтты. Залдар төрлө оҙонлоҡтағы һәм формалағы туннелдәр менән тоташтырылған, ҡайһы бер урындарҙа таш өйөмдәре осрай. Диуарында мамонттар, йылҡы һәм башҡа йәнлек һүрәттәрен күргән һайын уларҙы яңыса асабыҙ кеүек. Иң ҡыҙығы: йәнлектәрҙең бөтәһе лә «Аватар» фильмындағы кеүек үҙенсәлекле, оҙон томшоҡло. Яңы тәьҫораттар, күңел күтәренкелеге алып, шундай ҡотло ерҙә тыуғаныбыҙға ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, сафланып сыҡтыҡ был мөғжизәле ерҙән.
Фажиғәле ҡая һәм серле шарлауыҡтар
Ҡоштар оркестры оҙатыуында артабан йөҙәбеҙ. Ике яҡтан ғорур ҡаялар теҙелгән. Ташты ярып үҫкән ағастар уларға иҫ киткес бәҫ өҫтәй. Бейектә ҡарсығалар осоп үтә. Юҡҡа түгел икән, ярҙағы ташта бәпкәләре менән ҡыр өйрәге ҡояшта йылына. Һиҙгер ҙә икән үҙҙәре, ҡурҡыныс тойоу менән, йылдам йөҙөп, ҡамыш араһына йәшенделәр. Ҡайҙандыр ҡая өҫтөнән урғылған саф һыулы шарлауыҡтар ҙа күп кенә. Уларға һалда йөҙгәндә генә күреп һоҡлана алаһың. Һәр ҡая, һәр таш, һәр мәмерйә ниндәйҙер сер, тарих һаҡлай бында. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында, Ағиҙел буйында һоҡланғыс, шул уҡ ваҡытта фажиғәле ваҡиғалар менән бәйле ҡая-таштар ҙа бар. Илвир Миңлеғәле улының һөйләүен әҫәрләнеп тыңлап киләбеҙ. Мәҫәлән, Ҡырлы (боронғо исеме) ҡаяһы әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Ҡотан ауылынан ике километр алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан был ҡая. Текә битләүҙең максималь бейеклеге яҡынса – 90 метр. Ҡаяның бөгөнгө атамаһы мәмерйәләрҙә йәшәгән Антон исемле кеше тураһында легенда менән бәйле. Граждандар һуғышы йылдарында унда Антон тигән аҡ генерал ҡасып йөрөгән һәм ул алтындарын ошонда йәшергән, тигән версия ла бар. Уны эҙәрлекләп килгәндә, генерал ҡаянан ташлана. Икенсеһе буйынса, XVII йәки XVIII быуатта мәмерйәлә Ырымбур губернаһынан ҡасҡан Антон исемле монах йәшәгән. Шунан бирле ул «Антон ҡаяһы» тип йөрөтөлә. Шаҡ ҡатырлыҡ: текә ҡаялағы мәмерйәгә нисек үтә алғандыр кеше?!
Бөгөн туристар өсөн шулай уҡ популяр урын был. Тәбиғәт матурлығына һоҡланырға ла, тормош ҡиммәте тураһында уйланырға ла мөмкинлек бирә әлеге тарихи ерҙәр.
Тәбиғәт ҡосағындағы табын, йәки һыу буйындағы мажара
Төшкө аш мәле етеүгә тағы бер туҡталыш яһаныҡ. Тәбиғәт ҡосағында усаҡта һум иттән туҡмаслы аш бешкән арала, һыу инеү миҙгелен асып, Ағиҙелдә ҡолас ташлап йөҙөргә лә өлгөрҙөк. Тәнгә лә, йәнгә лә дауа бирҙе Иҙел. Әммә гөрләшеп һыу инеп абайламағанбыҙ – Регина Камаловабыҙ һыуға төшкән кеүек юҡ булды ла ҡуйҙы. Эй ҡысҡырабыҙ. Юҡ бит әй. Ҡот алынды. Баҡтиһәң, эргәлә генә ял итеүсе сибайҙарҙы журналға яҙҙырам тип йөрөгән.
Шөкөр, бергә-бергә йәшел сәхрәлә ҡоролған табында тәмле һурпанан ауыҙ итеп, мышы итен дә тәмләп, дуҫтарса әңгәмәләшеп, көлөп-шаярып ултырыу үҙе бер онотолмаҫ ваҡиға булды. Һәр кем тормошондағы ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫенә төшөрҙө. Илвир Миңлеғәле улының әсәһе 81 йәшлек Зәйтүнә Миңлебай ҡыҙы «Башҡортостан ҡыҙы» хеҙмәткәрҙәренә шул хәтлем тәмле ләүәштәр бешереп ебәргән. Эремсеклеһе лә, емешлеһе лә ауыҙҙа иреп кенә тора.
Кискә ҡарай инде Ҡотанға яҡынлайбыҙ. Бер-береһенең тын алышын тойоп, бер бөтөндәй ишкәк ишергә лә оҫтарып алды ҡыҙҙар. Ярҙа ултырған балыҡсылар, ял итеүселәр ҡулдарын болғап, сәләмләп ҡала. Ҡалай күңелле, тәбиғәт тә, кешеләр ҙә һөйөнә беҙҙең менән бергә!
Ҡотан ауылында беҙҙе автобус көтә ине инде, инструкторыбыҙға рәхмәттәр әйтеп хушлашып, һикертмә юлдан ҡунаҡханаға юл тоттоҡ. Кисен тамаҡ ялғап алғас, эҫе мунсала сабынып сыҡтыҡ. Саф һауала, йондоҙҙарға ҡарап, йыр йырлап, уйланып ултырҙыҡ. Тәбиғәттең камил, тын матурлығынан, күңелле аралашыуҙан, тәьҫораттар менән бүлешеүҙән кинәнес табып, ысын ял ошолай була икән, тип үҙебеҙ өсөн ҡыуанып та алдыҡ!
Иртән уянып, сәйләп алғас, «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музейына ашыҡтыҡ. Ата-бабаларыбыҙҙың тарихын һәм мәҙәни мираҫын бар ысынбарлығында күҙ алдына баҫтырған был музей бөтә заман талаптарына яуап бирә. Музейҙың төп экспонаты – мәмерйәнең боронғо ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре. Күсермәләрҙе махсус заказ буйынса француз ғалимдары эшләгән. Музейға килеүселәр уңайлы шарттарҙа рәхәтләнеп боронғо рәссамдарҙың эше менән таныша ала. Һүрәттәрҙең төшөрөлгән ваҡыты һәм ундағы буяуҙарҙың рецептураһы, мәмерйә эсендә әлеге ваҡытта ниндәй температура булыуы, ниндәй химик матдәләр бүленеүе, ниндәй бөжәктәр йәшәүе хаҡында һәм минутына нисә тамсы тамыуына тиклем теүәл мәғлүмәт алырға була унда. Музейҙың ҙур интерактив сәхнәһендә туҡтауһыҙ «Урал батыр» анимация фильмы күрһәтелә, һүрәттәрҙәге боронғо кешеләрҙең, ҡапыл терелеп китеп, үҙ эшенә тотоноуын күреү ҙә мауыҡтырғыс булды.
Альбина Ғөбәйҙуллина