+30 °С
Болотло

- Һеҙҙең өсөн бәхет ул нимә?

Был һорауға Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов яуап бирә:

- Һеҙҙең өсөн бәхет ул нимә?- Һеҙҙең өсөн бәхет ул нимә?
- Һеҙҙең өсөн бәхет ул нимә?

– Атаҡлы актер Вячеслав Тихонов бер фильмда: “Әгәр һине аңлаһалар, шул бәхет була”, — тигән ине. Актер Евгений Леонов иһә, бәхет – иртән эшкә, кис өйгә ашҡыныу булғанда, тип әйткән.
Мин, кеше был тормошта үҙ урынын тапһа, бәхетле була, тип әйтер инем. Уның өсөн уҡырға, ниндәйҙер юлдар үтергә, ниндәйҙер ишектәрҙе асырга, ҡайһыларын ябырға тура килә.
Шул юлдарҙы үтеп, үҙ урының табыла. Шулай булғанда үҙең дә бәхетле, кешеләрҙе лә бәхетле итә алаһың. Кеше үҙ урынында булмаһа, үҙе өсөн дә, башҡалар өсөн дә еңел булмай.

Автор:
Читайте нас