

Ошондай кеше ышанмаҫлыҡ хәл тураһында бөтә донъяға билгеле гипнозсы һәм телепат (күрәҙәсе) Вольф Мессинг яҙып сыҡҡайны. Ул 1959-60 йылдарҙа «Наука и религия» журналында баҫылған. «Үҙем тураһында» (О самом о себе) тигән мәҡәләһендә ғәҙәти булмаған күренештәрҙең серҙәрен аса.
Мессинг үҙенең гипнотик һәм телепатик һәләттәрен күҙ бәйләп урлашыу өсөн бер ҡасан да файҙаланмаған. Тик бала сағында ғына билет тикшергән ревизорҙы алдаған: билет урынына бысраҡ ҡағыҙ киҫәге тоттороп, ышандырған. Мөжәүир хәҙрәттең төрмәләге мөғжизәләре кеүек хәлдәргә оҡшаш миҫал да килтерә: көнбайыш илдәренең береһендә бер гипнозсы банктан ҙур күләмдә аҡса алып сыға, ул касса хеҙмәткәрҙәренә банк управляющийы сүрәтенә инеп күренгән һәм уларҙың күҙен бәйләгән булған. Ә Мөжәүир хәҙрәткә килгәндә, уның надзирателдәргә төрмә башлығы сүрәтенә инеп күренеүе шик ҡалдырмай. Шуға күрә лә ул коридорҙа тороп ҡала алған, хатта камера эсендә ҡалған осраҡта ла төрмә һаҡсылары камера ишеген бөтөнләй бикләмәй ҡалдырғандар йә йоҙаҡты бикләмәйсә генә элеп киткәндәр.
Әгәр Вольф Мессингтың иҫкә алынған мәҡәләһе газета уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырһа, мин уның руссанан башҡортсаға тәржемәһен «Атайсал» редакцияһына бирергә әҙермен. Ә хәҙер һүҙҙе үҙебеҙҙең «башҡорт Мессингы» тураһында дауам итәм.
Паралич һуҡҡан әсәйемде атайым Манһырға Мөжәүир хәҙрәткә күрһәтергә алып барғайны. Кайтырға тип ат еккән ваҡытта хәҙрәт атайыма:
- Айса ҡустым, килендең алты айлыҡ ғүмере ҡалған, - тигән. (Шулай булды ла - алдағы йылдың 16 мартында әсәйем донъя ҡуйҙы).
Атайым арбаға ултырғас, уны оҙатырға сыҡҡан хәҙрәт йылмайып:
- Айса, теге ағас өңөшөнә һалып киткән тәмәкеңде онотма,-унан әсәйемә өндәшеп, -Ә һин һылыу, бирешмә, балаларыңдың һаулығын телә, - тип хушлашып тороп ҡалған. Күрәһең, әсәйемә тураһын әйтергә теле бармаған. Шулай ҙа, йәшәүгә бөтөнләй өмөтө өҙөлгән әсәйемдә ниндәйҙер ышаныс уятып, уның ғүмерен алты айға оҙайта алған. «Хәҙрәттә сәй эсеп, ашап сыҡҡас, шул хәтле тәмәке тартҡым килгәйне», -тип хәтерләй торғайны атайым һуңынан.
Был хәлдән һуң утыҙ йыл вакыт үткәс, мин Өфөгә китергә тип юлға сыҡтым. Баймаҡты үтеп, автозаправкаға еткәс, юл ситендә беҙҙең туктауҙы һорап ҡул күтәргән ике әбей күҙгә салынды. Ултыртып алдыҡ - Сибайға баралар икән. Фәйзулла ауылы тәңгәленә еткәс:
- Манһыр ауылы ҡайһы яҡта әле? - тип һорап ҡуйҙым. Әбейҙәрҙең береһе:
- Мөжәүир хәҙрәттең ауылымы? Уң яҡта. Арыраҡ, - тип яуап бирҙе лә, үҙенең хәҙрәткә күренеүе тураһында һөйләй башланы:
- Ҡыш көнө ине, хәҙрәт өйҙә булмай сыҡты. Теге оста - ҡунаҡта , тинеләр. Уның ҡайтыуын көтөп торам. Өшөп киттем, тешем тешкә теймәй. Бер ваҡыт теге остан берәү йүгереп килә.
- Әйҙә, хәҙрәт саҡыра, киттек! - ти.
- Мин килгәнде ул ҡайҙан белгән? – тип һорайым.
- Хәҙрәт тышта мине берәү көтә, өшөп киткән, саҡырығыҙ, -ти. Ашығыҙ мул, беҙҙең менән бергә ашап сыҡһын, тип һине алып килергә ебәрҙе, -тигән яуап алдым теге кешенән...
- Мөжәүир хәҙрәтебеҙ Вольф Мессинг кеүек үк үҙенә тиңе булмаған гипнозсы һәм күрәҙәсе булған. Айырма тик шунда: хәҙрәт бөтә булмышын кешеләр һаулығына бағышлаған, ә Мессинг бөтә ғүмерен сәхнәлә уҙғарған, телепатияның биополе тулҡындары бирелә торған тәбиғи күренеш икәнлеген иҫбат итергә тырышҡан, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда булған бөтә аҡсаһын СССР-ҙың оборона фондына тапшырған.