+30 °С
Болотло


Ике биҙрә алмаға бер стакан шәкәр һалам. Алманы, сливаны һәм сейәне һут ҡайнатҡыста (соковарка) ҡайнатам. Һутын эсебәҙ йәки ҡышҡылыҡҡа банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән нығытып ҡаплап ҡуябыҙ. Ә ҡалғанын (жмых) блендер менән туҡыйым, әҙерәк сөгөндә ҡайнатып алам һәм ҡаҡ эшләйем, йәки повидло кеүек банкаларға тултырып ҡаплап ҡуям, ҡыш көнө бәлештәр өсөн эслек итеп ҡулланам.
Ҡаҡты әсәйемдең киптергесендә киптерҙем.