+30 °С
Болотло

“Аҙаштым” йыры хаҡында

“Аҙаштым” йырының һүҙҙәрен шағирә Нурия Измайлова (Мирзаянова), ә көйөн автор-башҡарыусы, йырсы, "Илһам" эстрада ансамбле етәксеһе Илһам Хисмәтуллин яҙған.

“Аҙаштым” йыры хаҡында“Аҙаштым” йыры хаҡында
“Аҙаштым” йыры хаҡында

Нурия Измайлова 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. 1966-1971 йылдарҙа Ҡазан дәүләт университетының тарих-филология факультетында (рус-татар бүлегендә) укый. Университетты тамамлағас, Үзбәкстанға китеп, бер йыл Фирғәнә өлкәһендәге урта мәктәптә үзбәк балаларына рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, ә 1972 йылдан 1978 йылға тиклем Өфөлә Башҡортостан китап нәшриәтенең уҡытыу-педагогика әҙәбиәте редакцияһында башҡорт мәктәптәре өсөн рус теленән дәреслектәр һәм методик ҡулланмалар сығарыу буйынса яуаплы мөхәррир булып эшләй. Һикһәненсе йылдарҙа ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында төпләнеп йәшәй. Туҡһанынсы йылдарҙың урталарында ире – күренекле ғалим-химик Вил Мирзаяновтың Рәсәйҙә химик һуғыш ҡоралы етештереүҙе фаш иткән сығыштары, матбуғаттағы мәҡәләләре өсөн эҙәрлекләүҙәр көсәйгәс, Мирзаяновтарҙың дүрт кешелек ғаиләсе 1996 йылда АҠШ-ҡа күсеп китергә мәҗбүр була.

Нурия Измайлованың “Аҙаштым” шиғыры уның “Яратам” тип исемләнгән тәүге шиғырҙар йыйынтығына индерелгән. (Яратам: шигырьләр. – Казан: Татар. кит. нәшр., 1981. – 95 б. – 2500 д.)

«Аҙаштым» йырының тыуыу тарихы хаҡында уның композиторы - автор-башҡарыусы, йырсы, "Илһам" эстрада ансамбле етәксеһе Илһам Хисмәтуллин түбәндәгеләрҙе һөйләгән:

– 1981 йыл. Минең Ҡазан мәҙәниәт институтында III курста уҡып йөрөгән саҡтар. Үҙем Әмәт тауындағы йортта бер әбейҙә фатирҙа торам. Яй сығыу менән Бауман урамындағы китап магазинына барырға, шиғыр китаптары алырга ярата инем. Ул көндө лә аҡ буранда Ҡазан буйлап Түбән Яҡшым урамдарын һағынып атланым. Ҡойма-ҡапҡаларҙы күмеп китеп, ҡар тауҙары аҫтында ҡалған.

Ҡойма-ҡапҡаларҙы күмеп китеп, ҡар тауҙары аҫтында ҡалған ауылым өйҙәре, һәр өйҙә егеттәрҙең гармун тартыуҙары, буран сығып, Аҡтанышҡа самолет осмағас, ҡышҡы каникулда Яңауылға тиклем поезда, унан Башкортостандың Йәнйегетенән боҙ өҫләп кенә Ағиҙелде кисеп, йәйәүләп Байсарға тиклем ҡайтыуым, бик ваҡытлы ғына студенттар менән осрашыу кисәһенә эләгеүем, йөрәгемде иләҫләндергән ҡыҙый... Шулар һис күҙ алдымдан китмәй. Моңһоу. Йәнгә урын табалмайым... Бар өмөт китап магазинында.

... Ҡуйын дәфтәре ҡәҙәр генә китапка күҙем төштө. «Яратам» тип атала! Нурия Измайлованыҡы. Фотонан ҡара сәсле, ҡара күҙле ҡыҙ ҡарап тора. «Йәш шағирҙың беренсе китабы» тип ҡуйылған. Беренсе биттәге «Аҙаштым» шиғыры уҡ әллә нишләтте мине! Күҙҙәрем шиғыр юлдарынан йүгереп уҙҙы, йөрәгемдә дауыллы хистәр ҡуҙғалды! Минең кисерештәрҙе, ашҡыныу-шашыныуҙарҙы, миндәге аҙашҡан бәхетте әйтеп биргән дә баһа шағирә! Шигырҙағы халәт минең дә яҙмышым кеүек. Күңелемдә яңы йыр бөрөләнә. Тиҙерәк, тиҙерәк шуны тышҡа сығараһы килә! Ширияздан Һарымһаковта режиссура бүлегендә уҡығас, минең өсөн һәр шиғыр, һәр яҙған йыр – үҙе бер спектакль! Күрә белергә генә кәрәк. Әҫәрҙә кешенең яҙмышы һүрәтләнә. Ул мөхәббәтен юғалтҡан. Бында ла психологик кирелек, кешенең күңеленә керә торган «мандраж» бар. Шиғыр ғына түгел, поэма кеүек ул. Әле бындай жанрға беҙҙә йыр юҡ ине. Йыр үҙе алты минутҡа һуҙыла: радиола ла, телевидениела ла яҙҙыра алмайым. Йыр түгел, шиғыр, тиҙәр. Ә мин әйтәм, был – спектакль, тим. Рәссам ошо әҫәрҙән илһамланып, бер картина яҙыр ине, моғайын.

... Иң беренсе тапкыр «Аҙаштым» йырын Ҡазанда – студенттар менән осрашыуҙа ишеттеләр. Унан һуң уны «пятачок»тарҙа йырлай башланылар. Шунан һуң концерт бригадаһы ойоштороп ебәрҙек. Гастролдәргә сығабыҙ, ауылдарҙа концерттар ҡуябыҙ. Педагогика институты студенттары ла беҙгә ҡушылды. Ул вакытта Урицкий исемендәге мәҙәниәт һарайында йәштәр театры режиссеры булып та эшләп йөрөй инем. Спектаклдәргә музыка биҙәлешен дә мин ҡуям. Һәм, әлбиттә, әлеге йыр яңғыраған спектаклдәр ҙә бар.

... Түбән Камала беренсе тапҡыр «Нардуған» ансамбле менән сығыш яһағанда йырланым «Аҙаштым»ды. Йыр тамамланыуға, ғәҙәттә, ҡул сабалар. Эстән һанайһың: бер, ике, өс... ете, һигеҙ... Халыҡ тып-тын ултыра. Мин һанайым. Егерменән һуң ғына халыҡ уянды һәм... зал алҡыштарга күмелде! Шулай яраттылар!

... Заманында Илһам ағай Шакиров «Һандуғас» тигән йыр фестивале ойоштороп ебәргән ине. 1993 йылда «Аҙаштым» җыры «Һандуғас» фестивалендә «Йылдың иң яҡшы йыры» номинацияһындә Гран-приға лайыҡ булды. Вакыт үтә-үтә, йыр йөрәктәргә тәрәнерәк үтә икән шулай.

... Нурия Измайлова менән Мәскәүҙә күрешергә тура килде. Уның ижады менән ҡызыҡһынып бара инем инде. Иҙел буйы Болғар дәүләтендә ислам дине ҡабул ителеү көнөнә бағышланған ҙур сарала осраштыҡ беҙ. Түбән Каманың «Етегән шишмә» әҙәби-музыкаль берләшмәһе лә сығыш яһаны унда. Бик күп зыялылар килгән ине әлеге байрамға. Шағирә Нурия Измайлова ла Американан кайткан. Мине күреп һөйөндө. Йылмайып-көлөп һөйләште. Мөләйем, тыйнаҡ, ҡыҙҙар кеүек нәфис кәүҙәле, йор телле ханым булып күңелемә кереп ҡалды ул. Беҙгә ҡабат осрашыу насип булманы. Ҡызганыс, 2023 йылдың йәйендә океан аръяғынан ҡайғылы хәбәр килде: Нурия Измайлова арабыҙҙан киткән ...

Шиғырҙың йырға инмәй ҡалған юлдары шағирәнең холҡо тағы ла  нығыраҡ аса:

Урман – моңло, буран шомло була.

Әй шуларҙы бигерәк яратам!

Юлым – ҡара урман йә аҡ буран,

Хыялдарым шунда аҙашҡан.

Мин – бәхетле, буран йыра-йыра,

Хыялдарға тотоноп сабалһам!

Мин – бәхетһеҙ, гүмеремдең бер көнөн

Ашҡынуһыҙ йәшәп ҡараһам.

Мин бәхетле – ғүмергә бер булһын, –

Урман-күңеленә бағалһам...

Рәхмәт, уҫал буран, – ғорур иттең

Рәхмәт, моңло урман, – йыр өйрәттең,

Мин бәхетһеҙ, йырлай алмаһам,

Мин бәхетле, йығылып ҡалмаһам,

Мин бәхетле, яңылыштарҙан тыуған

Яҙмышларҙы еңеп баралһам.

Китмәм, ахыры, ошо яҙмышымдан –

Мин бит бәхетем менән аҙашҡан!

Моңло урманымды – буш яланға,

Буранымды елгә алмашмам.

Татарстан һәм Башҡортостан сәнғәт оҫталары башҡарыуында «Аҙаштым» исемле йырҙы төрлө йылдарҙа түбәндәге йырсылар башҡарғандар: Фердинанд Сәлахов, Харис Шәрипов, Мәдәния Акчурина, Рәйес Вәгыйзов, Нурия Ирсаева, Нәфҡәт Ниғмәтуллин, Резидә Әминева, Фидан Ғафаров. Әйтергә кәрәк, айырыуса тәрән мәғәнә һалып, был йырҙы йыр һәм театр сәнғәтенең легендаһы Фидан ағай Ғафаров яратып башҡара ине.

“Аҙаштым” йыры хаҡында
“Аҙаштым” йыры хаҡында
Автор:
Читайте нас