

Әбйәлил районының "Ирәндек" балалар ял лагерында заман талаптарына яуап биргән өр-яңы спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды. Спорт объекттын "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөнө. Яңы спорт майҙансығығы бөтә хәүефһеҙлек талаптарын күҙ уңында тотоп эшләнгән. Йомшаҡ япмалы баскетбол һәм футбол майҙансығы, теннис мөйөшө, пляж волейболы өсөн ваҡ ҡом түшәлгән майҙансыҡ, спорт инвентарҙары ҡуйылған зонала ГТО буйынса нормативтарҙы тапшырыу майҙансығы, йүгереү өсөн юлдар бар.
Майҙансыҡты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Айрат Әминев, "Салауат" ЯСЙ-һы директоры Таһир Бәхтегәрәев, "Ирәндек" балалар лагеры директоры Ирек Хәсәнов сығыш яһаны. Тантаналы өлөштән һуң яңы спорт майҙансығында төрлө ярыштар үтте.
Тиҙҙән шулай уҡ "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан Буранғол ауылындағы мәктәп яны интернатында ремонт эштәре тамамланасаҡ һәм 1 сентябрь көнө тантаналы рәүештә асыласаҡ.
Билдәле булыуынса,“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районындағы Салауат утарында баҡыр мәғдәнен геологик йәһәттән өйрәнеүгә, разведкалауға һәм сығарыуға “Роснедра”ның Волга буйы федераль округы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаменты биргән федераль лицензияға эйә. Йәмғиәт эшселәре әле биләмәлә разведка эштәре алып бара.
Фото, материал "Башҡортостан" гәзите.