+30 °С
Болотло

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Хәҙрәттең күңеле һиҙгер ине

ҠОТОШОВ Рамаҙан, РФ һәм БР  Журналистар берлегенең ағзаһы.   Хәҙрәттең күңеле һиҙгер ине   1966 йылдың йәйендә Өфө ғилми үҙәгенә буйһонған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан буйлап экспедицияға сығарға булды. Мин дә уларға эйәрергә ҡарар иттем. Экспедицияның маҡсаты - партияның милли сәйәсәте нисек үтәлеүе хаҡында социологик мәғлүмәттәр туплау ине. Минең дә яҙыласаҡ диссертациямдың темаһы институт хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнгән эшкә яҡын. Уларҙың да анкетаһы әҙерләп баҫылған, мин дә үҙемдең анкеталарымды алдым. Ике машинаға тейәлеп, Башҡортостан райондары буйлап сығып киттек. Етәксебеҙ - ошо институттың ул саҡтағы директоры Х. Сайранов. Шуныһын да әйтергә кәрәктер: Хәйҙәр Сайранович үҙ һүҙле, арҡыры кеше булып сыҡты. Экспедиция ағзаларының тәҡдим, кәңәштәренә ҡолаҡ һалмай, дөрөҫ булһа ла, булмаһа ла үҙенекен эшләү яғын шаҡара. Шуға күрә юлда барғанда уҡ етәксе менән ябай хеҙмәткәрҙәр араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡты.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Хәҙрәттең күңеле һиҙгер инеМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Хәҙрәттең күңеле һиҙгер ине
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр. Хәҙрәттең күңеле һиҙгер ине

1966 йылдың йәйендә Өфө ғилми үҙәгенә буйһонған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан буйлап экспедицияға сығарға булды. Мин дә уларға эйәрергә ҡарар иттем. Экспедицияның маҡсаты - партияның милли сәйәсәте нисек үтәлеүе хаҡында социологик мәғлүмәттәр туплау ине. Минең дә яҙыласаҡ диссертациямдың темаһы институт хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнгән эшкә яҡын. Уларҙың да анкетаһы әҙерләп баҫылған, мин дә үҙемдең анкеталарымды алдым. Ике машинаға тейәлеп, Башҡортостан райондары буйлап сығып киттек. Етәксебеҙ - ошо институттың ул саҡтағы директоры Х. Сайранов. Шуныһын да әйтергә кәрәктер: Хәйҙәр Сайранович үҙ һүҙле, арҡыры кеше булып сыҡты. Экспедиция ағзаларының тәҡдим, кәңәштәренә ҡолаҡ һалмай, дөрөҫ булһа ла, булмаһа ла үҙенекен эшләү яғын шаҡара. Шуға күрә юлда барғанда уҡ етәксе менән ябай хеҙмәткәрҙәр араһында аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡты.

Экспедицияны Баймаҡ районынан башларға кәрәк тигән ҡарарға килдек. 1966 йылдың йәйе үтә лә эҫе ине. Беҙ, ауылдарға барып, мөмкин тиклем күберәк кешегә анкеталарыбыҙҙы таратып, уларҙың фекерҙәрен белергә тейешбеҙ. Йәй көнө халыҡ баҫыуҙа. Халыҡты күпләп йыйыу ауыр бер мәсьәләгә әйләнде. Беҙҙең эш башлап ебәреү өсөн тәүге туҡталған урыныбыҙ - Йылайыр совхозының үҙәк ауылынан алыҫ түгел булып сыҡты. Арабыҙҙа ғилми экспедицияларҙа күп йөрөгән Ниғмәт Шонҡаров та бар. Ул элегерәк тә был яҡтарҙа булған икән. Бер нисә көн тирә-йүндәге ауылдарҙа йөрөп ҡайттыҡ, әммә халыҡты табыуы ҡыйын булғанлыҡтан, әллә ни эш ырамай. Хеҙмәткәрҙәрҙең күңеле төшөңкө. Ошо хәлде бер аҙ йәнләндерергә булһа кәрәк, Ниғмәт шундай хәбәр һалды:

  • Беләһегеҙме, беҙҙең таборҙан (беҙ бер нисә палатка ҡороп, шунда йәшәй инек) алыҫ түгел, Манһыр тигән ауыл бар, унда республикабыҙға ғына микән, юҡ, барлыҡ Советтар Союзына билдәле кеше, Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдинов йәшәй. Әйҙәгеҙ шуға барып сығайыҡ, - тип иғлан итте.
  • Әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ, - тип ҡысҡырыштылар ҡыҙ-ҡырҡын.

Мин, етәксе Сайрановтың ғилми юҫыҡтан урынбаҫары булараҡ йомош үткәргәнлектән, үҙемдең һүҙемде әйтмәй булдыра алманым.

- Беренсенән, бындай уйыбыҙ хаҡында Хәйҙәр Сайрановичҡа әйтеү кәрәкмәҫ ине. Беләһегеҙ бит, ул был шөғөлөгөҙҙө тыйып ҡуясаҡ. Икенсенән, экспедицияның барлыҡ коллективы менән түгел, ә күп тигәндә 4-5 кеше барырға тейеш. Барған сүрәттә нимә эшләргә тейешлегебеҙҙе алдан һөйләшеп, сценарий төҙөргә тейешбеҙ, - тинем.

- Дөрөҫ, дөрөҫ - тип ҡеүәтләнеләр минең тәҡдимде.

Тәүге тәҡдим һәр кемгә асыҡ ине, етәксегә өндәшеүсе булманы. Хәҙрәт янына барыусылар иҫәбенә Ниғмәт Шоңҡаровты, Роза Нафиҡованы, мине, тағы ике ҡыҙҙы индерергә булдыҡ. Сценарий яҡынса шулай: Шоңҡаров, йәнәһе, үҙенең ҡатыны менән (уныһы Роза Нафиҡова) уға күренергә килгәндәр. Оҙаҡ бергә йәшәһәләр ҙә, балаға уҙа алмай имеш.

Бер машинаға тейәлеп, биш кеше Манһыр ауы­лы яғына юнәлдек. Көн эҫе. Тик һалҡын урында, йә булмаһа һыу эсенә инеп ятҡы килеп кенә тора.

Машинабыҙ ябай ғына ауыл өйө алдына килеп туҡтаны. Ҡапҡа алдында беҙҙе бер йәш кеше ҡаршы алды. Аҙаҡ ҡына белдек, ул хәҙрәттең улы икән. Хәҙрәттең йортта булыу-булмауы хаҡында белештек.

Ул өйҙә икән. Ниғмәт менән Роза хәҙрәт янына инеп китте. Беҙ тышта машина янында ҡалдыҡ. Көткәнгә оҙаҡ күренә, беҙҙең алып килгән "ир менән ҡатын" һаман күренмәйҙәр. Ярты сәғәт тирәһе ваҡыт үткәндер.

Бына бер заман Ниғмәт менән Роза көлөшә -көлөшә өйҙән килеп сыҡты. Уларға хәҙрәт үҙе лә эйәргән. Ябай ғына кейемдә, башында таҡыя.

Беҙ, машина янында ҡалғандар:

  • Әссәләмәғәләйкүм, хәҙрәт, - тип ҡаршы алдыҡ.
  • Вәғәләйкүм әссәләм, - тип сәләмәбеҙҙе алды хәҙрәт һәм барыбыҙы ла: -Әйҙәгеҙ, сәй эсеп китегеҙ, -тип өйөнә саҡырҙы.

Һыуһатылғайны ла, аштан оло булыу ҙа килешмәҫ, тип беҙ хәҙрәт артынан йорт эсенә атланыҡ.

Өй эсе бик йыйнаҡ, таҙа. Мосолмандар йортондағы кеүек һике һаҡланған. Уның янында борхорап самауыр ҡайнап ултыра. Уның эргәһендә йәш кенә ҡатын өйөрөлә, күрәһең, киленелер.

Шунда уҡ табынға теҙелешеп ултырҙыҡ. Хәҙрәт әкерен генә һүҙ башланы.

- Эх, уландар, сибәр ҡыҙҙар, юҡ менән ҡыланаһығыҙ. Белеп торам, һеҙ барығыҙ ҙа юғары белемле, хөкүмәтебеҙҙең олуғ йомошон башҡарып йөрөй торған әҙәм балалары. Иншалла, сәләмәтлегегеҙ ҙә бына тигән. Ә был улым (ул Ниғмәткә ҡарап ҡуйҙы) ҡатыным сирләй, тип кәмит күрһәткән була. Мин һеҙҙең ниндәй уй менән килгәнегеҙҙе әллә ҡайҙан һиҙеп, белеп торам бит. Йә, алдығыҙҙағы аш-һыуға етешегеҙ, көн эҫе, һыуһағанһығыҙҙыр...

  • Хәҙрәт, беҙҙең алдан һөйләшеп килгән бөтә уй-фекерҙәребеҙҙе әйтеп бирҙе лә ҡуйҙы, беҙгә бер ни тиклем оят та булып китте,-тип һөйләп китте Шоңҡаров.
  • Ярар, зарар юҡ, - тип беҙҙе тынысландырырға ашыҡты Мөжәүир хәҙрәт. -Был тирәгә килеп сығып, мине лә күрергә булып, беҙгә табан йүнәлгәс, үҙегеҙгә күп рәхмәт яуһын. Кешенең, бигерәк тә ололарҙың хәлен белеү - оло сауаплы шөғөл. һеҙҙең бик тә яуаплы, ауыр эш менән йөрөүегеҙ миңә билдәле. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Иң мөһиме- сәләмәт булыуығыҙ шарт. Ә һау-сәләмәт әҙәм балаһы үҙенең алдына ҡуйған бурысына өлгәшә.

Беҙ һый-хөрмәткә доға ҡылып, хәҙрәткә оло рәхмәттәр әйтеп, тышҡа сыҡтыҡ. Ныҡ тәьҫирләнеп машинабыҙға ултырып, үҙебеҙ торған еребеҙгә табан юл алдыҡ. Юлда нишләптер беребеҙ ҙә һүҙ ҡатырға баҙнат итмәй. Ҡөҙрәтле көскә эйә булған олуғ шәхес - Мөжәүир хәҙрәт менән осрашыуҙың тәьҫир көсө һәммәбеҙҙә лә тәрән эҙ ҡалдырғайны.

 

 

Автор:
Читайте нас