

1948 йылдың июнь айында Башҡорт АССР-ы мәғариф комиссариатының рөхсәте менән Хәйбулла районы Әбеш ете йыллык мәктәбенән, йәш укытыусы булараҡ Баймаҡ РОНО-һы ҡарамағына ҡайтарылдым. Әсәйем фронтовик ҡатыны, уның ҡарамағында минән башҡа тағы ла ике ҡустым һәм ҡарындашым булыуын, өҫтәүенә әсәйемдең үтә ҡартлығын Мәғариф комиссариаты, әлбиттә, иҫәпкә алған.
1948 йылдың 15 авгусында ул йылдарҙағы РОНО мөдире булып эшләгән үтә итәғәтле, иғтибарлы Әҙһәм ағай Чанышев ҡыҫҡа ғына әңгәмәнән һуң: "Әйҙә, Манһыр башланғыс мәктәбенә мөдир булып барығыҙ. Бөгөн үк приказ алығыҙ ҙа эшләй башлағыҙ", - тине лә уңыштар теләп хушлашты.
Ул йылдарҙа уҡытыусылар өсөн закон да, хөкөм ҡарары ла аяуһыҙ ҡаты булды: әгәр ҙә дәрескә, 20 минутҡа ғына һуңлаһаң да былай ҙа саҡ ҡына алған эш хаҡыңдың 25 процентын тотоп, 6 айға хөкөм итеп, етмәһә, шул эшендә бушлай эшләтерҙәр ине.
Манһыр башланғыс мәктәбендә 1948-49 уҡыу йылында, бер йыл буйы уҡытыусы булып эшләп йөрөгәнемдә, миңә Мөжәүир хәҙрәт менән бергә ултырып, бишбармаҡ ашап, сәй , ҡымыҙ эсеп аш-һыу мәжлестәрендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мине һуғым, ураҙа, ҡорбан ғәйеттәренән дә ҡалдырманы.
Беренсе тапҡыр мәшһүр хәҙрәт олатай менән 1948 йылдың август айының аҙағында күҙмә-күҙ осрашыуым бөгөнгөләй хәтеремдә. 1948-1949 йылдарҙа Мөжәүир хәҙрәт сағыштырмаса йәш ине, энергияһы, сихри көсө, табиплыҡ таланты, күрәҙәселек һәләте, мин аңлай ҙа алмаған башҡа иҫ киткес көскә эйә булған башҡа ғәжәйеп сифаттарының ташып торған сағы ине. Мин кергән ошо хәҙрәт йортона төрлө диндән, төрлө милләттән, төрлө сәйәси ҡарашлы, бөгөнгө көндә тарҡалып бөткән элекке СССР-ҙың бөтә төбәктәренән дә, магнит тартҡан һымаҡ, меңдәрсә кешеләр ағыла ине. Мин ҡыйыуһыҙ ғына изге йортҡа индем, сәләм бирҙем. Хәҙрәт олатай ҡаршы алды, урын бирҙе, доға уҡыны.
Миңә ул йылда (1948) 20 йәш тә тулмаған ине. Хәҙрәт олатайҙың мине шул тиклем йылы ҡаршы алып, йәш уҡытыусы менән ябай ғына итеп, ихлас әңгәмәләшеүенә хайран ҡалып ултырҙым. Мөжәүр хәҙрәттән ниндәйҙер йәнлелек килгәнен һиҙҙем мин. Уның ошо ихласлығы минең ҡурҡыуымды ла, шикләнеүемде лә икеләнеүемде лә еңеләйтеп ебәргәндәй булды. Хәҙрәт олатайҙан изгелек, кешелеклелек, ябайлыҡ, ихласлыҡ сифаттары бөркөлөп тора ине. Уның йортонан ғәжәйеп бер тулҡынланыу, әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ изге бер кисереш менән ҡанатланып сыҡҡандай тойҙом үҙемде.
Манһыр башланғыс мәктәбендә ошо уҡыу йылында 2-3 кластарында бөтәһе 10 бала уҡыны, ә ауылда 10-12 самаһы йорт булыуын хәтерләйем.
Урғаҙа колхозының йылҡысылыҡ-тауар фермаһы Баймак заготскотының эре мөгөҙлө мал һимертеү базаһы бар ине, эшселәр ҙә байтаҡ булды.
Мөжәүир хәҙрәттең ике балаһы миндә уҡыны: ҡыҙы Мәҡсүдә һәм улы Мөхәммәт. Икеһе лә тәртипле, әҙәпле, кешелекле булдылар, яҡшы уҡынылар.
Хәҙрәт олатай мәктәпкә матди ярҙам да күрһәтә торғайны. Сөнки ул ваҡыттарҙа Баймырҙа ауыл Советының бюджеты ярлы ине, хәҙер ҙә шәптән түгел инде. Мөжәүир хәҙрәт йыш ҡына мәктәпкә яғыу өсөн утын алдыртыр булды.
Мин бер йыл буйына Манһыр ауылында Заһита инәйҙәрҙә фатирҙа торҙом, ә ул үҙе мәктәптә ут яғыусы булып эшләне: тал утыны яғып уны йылытты, таҙа, бөхтә, йылы тотто.
Мөжәүир хәҙрәттең үтә ғилем эйәһе, белемле шәхес булыуы мине хайран ҡалдыра торғайны. Хәҙрәт йортона бер ингәнемдә, ул күҙлек кейеп, ниндәйҙер газета уҡый ине. Сәләмемде алғас, йылмайып, кеткелдәп көлдө лә: „Улым, күрәһеңме: мин хәҙрәт, ә һин замана мөғәллиме. Шулай ҙа мин тормоштан артта ҡалмаҫ өсөн, аллаға шөкөр, „Ҡыҙыл Башҡортостан " газетаһын һәр ваҡыт уҡып барам,"-тип минең менән ихлас күңелдән әңгәмәләште. Мин:,, Рәхмәт олатай,"- тип, оло ихтирам, илаһи эске бер изге ҡәнәғәтләнеү белдереүҙән башҡа бер яуап та бирә алманым.
Мөжәүир хәҙрәттән үҙем дә бер нисә тапҡыр ҡаралдым. 1948-1951 йылдарҙа ни сәбәптәндер һирәкләп күҙҙәрем ауырыны, башым да ауыртты. Хәҙрәт олатай тоҙ өшкөреп бирҙе, доғалыҡ һәм бетеү яҙҙы. Иншалла, төҙәлдем. Шул бетеүҙең сихри көсөн, әһәмиәтен яҡшы аңланым мин. Әсәйем мәрхүмә һуңынан да һандыҡ төбөндәге бетеүҙе оҙаҡ йылдар ҡәҙерләп һаҡланы.
1949 йылдың июнь айында Баймаҡ РОНО-һы Манһыр мәктәбен япты. Ауыл халҡы, эш булмау сәбәпле, күпләп күсеп китергә мәжбүр булды. Балалар һаны ҡырҡа кәмене, мине Ибраһим башланғыс мәктәбенә күсерҙеләр. Хәҙрәт олатай менән хушлашып китергә ниәтләнем.
Июнь айы ине булһа кәрәк. Хәҙрәткә индем. Сәләм биреп, хәлемде һөйләнем. Миңә доға ҡылды, үҙенең оло фатихаһын биреп, аҡ юл, сәләмәтлек теләп, йылмайҙы.
- Рәхмәт, улым. Аллаһы тәғәлә ҡайҙа ғына йөрөһәң дә бәхетеңде, абруйыңды, тәүфиғыңды бирһен. Үҙеңдәге яҡшы сифаттарҙы артабан үҫтерергә, ғилемеңде арттырырға тырыш, замана ла шулай ҡуша бит. Йәш быуынға Фирғәүендәр кеүек булырға ынтылырға кәрәк, - тине.
Беҙ бик йылы хушлаштыҡ.
Ҡайҙа ғына эшләһәм дә (45 йыл уҡытыусы булып эшләнем), юғары белем алыуым да, ғүмер буйы халыҡ араһында ҡайнап йөрөуем дә Мөжәүир хәҙрәт биргән доғалар ҙа, изге фатихалары ла ярҙам иткәндер, тип бөтә йөрәктән әйтергә иманым камил. Сөнки мин уға бөтә күңелем менән ышандым.
Хәҙрәт олатай менән беҙҙең арала бәйләнеш дауам итте. Фронтовик ҡоҙам Мазһар Кәримов (ул күптән вафат инде) 1950 йылдың 20 майында хәҙрәт олатайҙың Хәҙисә исемле ике туған һеңлекәшенә өйләнеп, әсәйем менән миңә лә ҡоҙа булып барып, туйҙа ҡатнашырға насип булды. Ә 1950 йылдың Октябрь байрамында Байыш ауылында ҡалым бирҙек, унда Мөжәүир хәҙрәт тә ҡоҙа булып килде.
1994 йыл. Ниһайәт, изге хәбәр ишеттек: Мөжәүир хәҙрәттең өлкән улы Ғәбделварис Сиражетдиновтың шәхси инициативаһы менән Йылайыр ауыл хакимиәте етәкселәре ярҙамында Мөжәүир хәҙрәт тыуған ерҙә, Манһыр ауылындағы мәсетте аяҡҡа баҫтырыу эштәре башланасаҡ.
Мәктәп итеп файҙаланып килгән ошо изге мәсет 1881 йылда төҙөлгән булған, 100 йылдан ашыу тарихы бар. Мәсет ауылдан ситтәрәк, бәләкәй ҡалҡыулыҡ өҫтөндә урынлашҡан. Стеналары ныҡ булғанлыҡтан уға капиталь ремонт үткәрмәксе булдылар. Урындағы хакимиәт башлығы Рим һатыбал улы Сыңғыҙов төҙөлөш материалдары бүлеп, эшселәр беркетте. Оҫталар ялтыр ҡалай менән мәсеттең ҡыйығын ябып та ҡуйҙылар.
Совхоз-техникум етәкселәре һәм Ғәбделварис Мөжәүир улы киләсәктә был изге урынды музейға әйләндерергә хыялланды. Ул саҡта был изге аҙым арҙаҡлы шәхес, халыҡ табибы, күрәҙәсе, оло дин әһеле Мөжәүир хәҙрәттең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү, уға тере һәйкәл ҡуйыу, тигән үтә ҙур ваҡиға булыр ине. Мәсеткә капиталь ремонт бөтмәгән әле, эштең масштабы ла ҙур. Шулай уҡ хәҙрәт олатай йәшәгән йортто ла ремонтларға кәрәк. Заманында ошо мәсеткә Мөжәүир хәҙрәт йома намаҙына йөрөгән, дин өсөн йәнен-тәнен биргән, шуға күрә лә ул үтә ҡәҙерле.
Оло йөрәкле дин әһеле Мөжәүир хәҙрәттең әбейе Гөлйемеш абыстай ҙа (хәҙрәттең икенсе ҡатыны) белемле, изге мөслимә ине. Ул кеселекле, ябай, йомарт, алсаҡ йөҙлө ҡатын булды: Мөжәүир олатайға йөҙәрләгән сырхау кешеләр килһә лә, бер ваҡытта ла тарыҡманы, ризығын йәлләмәне. Шуға ла кешеләр уны ихтирам итте.
Ғәбделварис Мөжәүир улы кесе йәштән эш һөйөүсән булып үҫте. Тәүге йылдарҙа элекке Урғаҙа колхозында, ә 1957 йылдың апрель айынан Йылайыр совхозында бына 50 йылға яҡын йылҡы ҡарай. Тырышып, фиҙаҡәр эшләй, ҙур яуаплыҡ тоя. Сезон осоронда хужалыҡ өсөн ҡымыҙ етештерә, үҙенең сәләмәтлеген дә, ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Шуның өсөн дә Ғ. М. Сиражетдиновҡа 1994 йылдың 9 ноябрендәге Президент Указы менән "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.
...Мин был мәҡәләмдә, килтерелгән хәтирәләрҙә тулы мәғлүмәт бирергә йыйынманым һәм үҙемә ундай маҡсат ҡуйманым. Әммә Бөрйән ырыуының арҙаҡлы шәхесе Мөжәүир хәҙрәт тураһында уны күреп белеүселәрҙең газета биттәрендә сығыш яһаусыларҙы күрергә бик риза булыр инем.