

Бишнәк – тар итеп йырып, сит-ситен көпләп ағыҙған һыу
Әлтә – күлдең ҡыш көнө лә туңмай ятҡан урыны.
Шәре – боҙ өҫтөнә сыҡҡан һыу
Һеүән – йылғаның ағын урыны.
Сәперт – һыуҙың һай ғына сите.
Әнһар – йылға, һыу
Нәһер – йылға
Шын – 1. Һыу өҫтөндәге туңып бөтмәгән ҡар ҡатыш боҙ 2. Ҡар аҫтына төшкән һыу.
Шыбаҡшы – ҡойоп яуған ямғыр.
Саңырт – һибәләп, томанлап яуған ваҡ ҡына көҙгө ямғыр йәки ҡар.
Сыйҙым – көҙгө һыу өҫтөндә туңа башлаған ҡар ҡатыш боҙ, шыя.
Сығанаҡ – ер аҫтынан тәбиғи рәүештә һыу сығып ятҡан урын.
Болаҡ – бәләкәй йылға
Сол – бәләкәй йылға
Күҙләүек – бәләкәй генә шишмә.
Күләң – йылғаның ҡамалып ҡалған ҡолағы.
Күлмәк – үлән баҫҡан күлдең асыҡ урыны; күл мәкеһе.
Монтар – аҡмай ятҡан һыуҙа барлыҡҡа килгән бысраҡ
Тойоҡ – йылғаның яй ғына ағып, төбө тәрән батҡаҡ булып, кисеү бирмәй ятҡан ере.
Тоба – һыуҙың ҡолаҡланыңҡырап, аҡмай ятҡан бик тәрән ере; ятыу.
Кәүсәр – охмахтағы һыуы татлы һыу.
Ҡылымыҡ – йылғаның төп үҙәндән айырылған тармағы.
Керәкә – үлән, мүк баҫҡан күл.
Күл яғаһы – күл башындағы яр буйы.
Һары һыу – яҙ көнө ирей башлаған мәл.
Һыуһаҡ – һыу йыйып һаҡлау өсөн быуылған урын; быуа.
Баҡай – йылғаның бәләкәй тармағы.
Сахил – ҙур һыу яры.
Быуаҡ – тәҙрәгә һәм башҡа нәмәгә ҡунған дым, бөрсөк-бөрсөк тир; быу.
Гөрөн – ямғыр яуғандан һуң йылға булып аҡҡан һыу.
Йүшә – ағас башына боҙланып ҡатҡан ҡар.
Лүшә – ағас башына ҡунған епшек ҡар.
Лайғы – яҙ көнө тау башынан шыуған ҡар.
Ҡуръяҡ – ағасҡа ҡунған епшек ҡар; лүшә.
Бөҙөр – һыу өҫтөндәге ваҡ тулҡын.
Йәйет – йәйелеп ятҡан яҙғы ташҡын һыу.
Йылыу – һыуҙың ҡыш көнө туңмай ятҡан урыны; ҡаран.
Күскен – тауҙан ябылылып төшкән ҡар ишелмәһе.
Ҡайырсаҡ – өҫтө боҙланып туңған көрт.
Ялдым – һыуҙың тәрән урыны; ятыу.