+30 °С
Болотло

Аҡ балсыҡ файҙаһы

Ҡунаҡта матур йөҙлө бер апайға иғтибар итә ҡуйҙым. Бите балҡып тора, һырҙары ла юҡ. Һеҙ бигерәк матурһығыҙ, тип һүҙ ҡушҡайным. “Миңә тиҙҙән алтмыш йәш тула инде”, -ти күҙҙәрен көлдөрөп. “Нисек һаҡлап ҡала алдығыҙ, биттәрегеҙ шыма, һырҙарығыҙ юҡ, сере менән уртаҡлашығыҙ әле”-тигәйнем. Ошо серен систе.

Аҡ балсыҡ файҙаһыАҡ балсыҡ файҙаһы
Аҡ балсыҡ файҙаһы

Көн һайын иртәнсәк битемә аҡ балсыҡ һөртәм, маска кеүек итеп. Ун минуттан һуң йыуып өшөрәм. Әллә ҡасандан бире шулай эшләйем, тине. Аҡ балсыҡты тәбиғәттән алалар икән.

Баҡтиһәң, аҡ балсыҡ төрлө минераль тоҙҙарға, кремний, тимер, цинк, литий кеүек химик элементтарға бай. Был матдә косметологияла мөһим урынды алып т ора. Унан йәшәртеүсе, туҡландырыусы маскалар эшләйҙәр, сәстәргә лә файҙаһы ҙур.

Бынан тыш аҡ балсыҡтан эшләнгән һауытта һөт тиҙ әсемәй. Ә яңылыш бармағыңды киҫһәң, балсыҡ ҡанды тиҙ туҡтата, яраны тиҙ уңалта һәм микробтарҙан һаҡлай. Шулай уҡ организмдан төрлө шлак, ағыуҙарҙы сығара, матдәләр алмашыныуға булышлыҡ итә. Гайморит, ҡолаҡ шешеү, остеопороз, бронхит, агина кеүек ауырыуҙарҙы дауаулағанда ла аҡ балсыҡты ҡулланаар икән.

Балсыҡты тик дарыухананан алғанын ғына ашарға ярай. Егерме бер көндән артыҡ ашарға ярамай.

 

Автор:
Читайте нас