+30 °С
Болотло


Дүрт йомортҡа алып, һарыһын ағынан айырабыҙ. Һарыһына йөҙ грамм шәкәр ҡушып туҡыйбыҙ. Ағына ла йөҙ грамм шәкәр ҡушып, һарыһынан айырым туҡыйбыҙ. Аҙаҡ ағын һарыһына ипләп кенә һалып бутайбыҙ.
Онға сода (разрыхлитель) һалып бутайбыҙ һәм әҙер йомортҡаға әҙ-әҙләп ҡушып, ҡалаҡ менән болғатабыҙ, ҡамыр килеп сыға.
Табаны майлап әҙерләгәс, туралған алмаларҙы төбөнә йәйеп һалабыҙ. Уның өҫтө ҡапланғансы әҙер ҡамырҙы ағыҙып һалабыҙ.
180 градуҡа тиклем йылытылған духовкала бешерәбеҙ. Бешкәс өҫтөнә шәкәр пудраһын һибеп сығырға мөмкин.