

Ҡәҙерле редакция, Лира Яҡшыбаеваның ''Мөжәүир хәҙрәт" исемле китабын уҡығас, һеҙгә яҙырға булдым. 2005 йыл Президент тарафынан наркоманияны, алкоголизмды, һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы итеп иғлан ителде, шуға ла гәзит уҡыусыларға үҙем менән булғанды еткергем килә.
Миңә Мөжәүир хәҙрәт менән өс мәртәбә осрашыу бәхете тейҙе ул тере саҡта. Беҙ Матросов урамындағы 16-сы өйҙә оләсәй, әсәй, ҡустылар һәм тормош иптәшем менән мин-бөтәһе 7 кеше йәшәнек. 1953 йыл Мөжәүир хәҙрәт Сибайға килгәнен белеп, өйгә саҡырып ҡунаҡ иттек. Хәҙрәт әсәйемде, өләсәйемде өшкөрөп дауаланы, тоҙ өшкөрөп бирҙе. Мөжәүир хәҙрәт менән икенсегә күрешеү былай булды. Күсей ауылында йәшәгән ҡәйнәм Мусина Файза ныҡ ауырып Түбә дауаханаһында ята ине. Ҡатыным менән икәүләп уны атта Сибайға килтерҙек, Мөжәүир хәҙрәткә алып барып күрһәтергә булдыҡ. 1954 йыл, бесән ваҡыты. Хәҙрәт бесәндә йөрөһә, өйҙә булмай торған, тип ишеттек тә, Әбдерәхмән ауылы аша, тау юлынан тура бесәнлегенә төштөк. Ат тирләп бик арып барҙы. Хәҙрәт тә, башҡа кешеләр ҙә күренмәй, ҡайын ботағында 5-6 салғы эленеп тора. Манһырға барҙыҡ. Унда ла тап итмәй кире бесәнлегенә барҙыҡ. Мөжәүир хәҙрәт унда ине, беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алды. Миңә атты туғарырға ҡушты, ҡатыным Шәһәрбаныуға самауыр ҡуйырға әйтте. Үҙ ризығы менән яҡшы итеп сәй эсергәс, ҡәйнәмде өшкөрҙө, тоҙ өшкөрөп бирҙе. Дауаханала үлер тип ҡайтарғайнылар, бынан һуң 1983 йылға хәтлем йәшәне. Мине, ҡатынымды һәм 8 айлыҡ ҡыҙыбыҙҙы өшкөрҙө. Барған юлдан ҡайтырға сыҡһаҡ, ни күрәбеҙ - кеше йөрөгәне күренмәһә лә, беҙ килгәндә генә үҫеп ултырған бесән сабып ҡуйылған ине!
Өсөнсө тапҡыр 1955 йылда күрештек. Йыл аҙағы ине, беҙгә Нуғай - Әбдрәш ауылынан Кәримов Фитрат ҡоҙа килде, ул ауырый ине. Иптәш итеп мине Мөжәүир хәҙрәткә алып бармаҡсы. Мин барғым килмәй, сөнки бер көн алда иптәштәр менән эскәйнем, баш ауырта, һин күренмәйһең бит, мин күренәм, тигәс, ризалаштым. Фәйзулла туҡталышында төшөп, ары йәйәү атланыҡ. Түбәлекте үткәс, кисеү йылғаны аша сыҡтыҡ, шунда 1 ярты араҡы ултыра ине, беҙ уға теймәнек, ары киттек. Түбәндә йылғала һыу инеп алдыҡ.
Беҙ барғанда Мөжәүир хәҙрәт урындыҡта ултыра ине, беҙҙе сәйгә саҡырҙы. Мине мәрәкәләп: " Улым, башың ауыртҡас, йылға буйында төҙәтеп алырға ине, иптәштәрең көтөп ултырғанда", - тине. Мин уңайһыҙланып, юҡ, тигән булдым. Кәримов Фитрат ҡоҙаны ҡараны ла, беҙ һаубуллашып ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡайтышлай баяғы араҡы ултырған ерҙә туҡтарға булдыҡ. Ҡараһаҡ шул урында ҙур ҡара йылан ята ине.
Тәмәкене 19 йәштән, ололарға күрһәтмәй тарта инем. Шул өсөнсө барыуҙан 25 йәшемдә тәмәкене ташланым. Араҡыны һирәк, ҡунаҡ булғанда ғына әсәм.