+29 °С
Облачно

Кер йыуыу машинкаһын нисек таҙаларға

Уның өсөн кәрәк: - һауыт-һаба йыу торған губка; - “Доместос”; - быяла таҙалай торған һиптергес шыйыҡса; - кәрәкмәгән иҫке таҫтамал (сепрәк).

Кер йыуыу машинкаһын нисек таҙаларғаКер йыуыу машинкаһын нисек таҙаларға
Кер йыуыу машинкаһын нисек таҙаларға

Һауыт-һаба йыуа торған губканы алып, уның ҡаты яғын айырып алаһың. Кер йыуыу машинаһының порошок һала торған бүлеменә губканы урынлаштырып, өҫтөнә әҙерәк “Доместос” ағыҙаһың һәм ярты сәғәт торғоҙаһың.

Кәрәкмәгән иҫке таҫтамалды (серәкте) жгут итеп әйләндерәһең һәм кер йыуыу машинкаһының ишегендә торған резинаһының эсенә индереп, аҫҡы яғына оҙонсалай итеп ҡыҫтырып тығып сығаһың. Сепрәктең өҫтөнә буйлатып ҡына“Доместос” ағыҙып сығаһың һәм ярты сәғәт көтөп тораһың.

Кер йыуыу машинкаһының ишегенә эс яҡлап быяла таҙартыу шыйыҡсаһын һиптереп сығаһың һәм ун биш көтәһең.

Шунан “Сайҡатыу” режимына ҡуйып, машинканы эшләтеп ебәрәһең.

Кер йыуыу машинаһын тап-таҙа булып, ялтырап китәсәк!

Автор:
Читайте нас