+30 °С
Болотло

Башҡортса уйнайыҡ! Ҡот һаҡлай этнотирмә

Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге тегенсеһе, «Оҫта ҡулдар» түңәрәге етәксеһе Гүзәл НОҒМАНОВА, «Мәрйенкәй»   клубы  хужабикәләре  Әлфиә           ДАУЫТОВА, Минзилә ҒӘЙНУЛЛИНА  «Этнотирмә» уйынсығын тәҡдим итә.

Башҡортса уйнайыҡ! Ҡот һаҡлай этнотирмәБашҡортса уйнайыҡ! Ҡот һаҡлай этнотирмә
Башҡортса уйнайыҡ! Ҡот һаҡлай этнотирмә

Ул бизиборд формаһында эшләнгән. Бөтә өлөштәре лә тәбиғи материалдарҙан башҡарылған. Тирмәне уратып эленгән әйберҙәрҙең һәр береһе баланы милли мәҙәниәткә өйрәтә. Ишеге милли орнаменттар менән биҙәлгән. Уның янында һүрәтләнгән башҡорт ҡыҙына маңлайса кейҙерелгән. Төрлө биҙәүестәр, сәсенә сулпылар тағылған. Камзулы һәм муйынындағы биҙәүестәре йәбешмәккә тегелгән. Ваҡ элементтар моториканы үҫтерә, шулай уҡ милләтебеҙҙең костюмдары менән танышырға мөмкинлек бирә. Балалар үҙ теләге менән башҡа төрлө камзул һәм биҙәүестәр йәбештереп ҡуя ала – был уларҙа күҙ алдына килтереү, хәтер, ижади һәләттәрҙе үҫтерә. Артабан тирмә буйлап ете ырыуҙың тамғаһы эленгән. Уларҙы тартып алып, кире йәбештереп ҡуйырға була. Шулай уҡ тирмә буйлап «шнуровка» рәүешендә төрлө ептәр һуҙылған. «Барыһы ла балаларҙа фекерләү, хәрәкәттәрҙе координациялау, хәтерҙе нығытыу, ныҡышмаллыҡ, уйлап эш итеү сифаттарын тәрбиәләй. Сөнки аҡтарып алынған йәбешмәктәрҙе тик үҙ урындарына ғына ҡуйырға мөмкин, ә инде ептәрҙе алдан һалынған формаға килтереп тағырға кәрәк. Ептәрҙә ваҡ элгестәр (прищепка) бар. Муйынсаҡтарҙан ямғыр һәм күләүек эшләнгән. Уйынсыҡтың түбәһе болоттар, йондоҙҙар, ҡояш, ай менән биҙәлгән. Был һүрәттәр балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә ҡыҙыҡтыра. Йәнгә йәм, йылылыҡ һәм тыныслыҡ бирә», – ти авторҙар.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас