+30 °С
Болотло

Ҡыр өйрәктәренә икмәк ашатыу ҡоштарға ғына түгел, тәбиғәткә лә зыян килтерә

Ҡыр өйрәктәргә икмәк ашатыу киң таралған практика, әммә ул ҡоштарҙың һаулығы һәм дөйөм алғанда экосистемаға өсөн етди эҙемтәләргә килтереүе мөмкин:

Ҡыр өйрәктәренә икмәк ашатыу ҡоштарға ғына түгел, тәбиғәткә лә зыян килтерәҠыр өйрәктәренә икмәк ашатыу ҡоштарға ғына түгел, тәбиғәткә лә зыян килтерә
Ҡыр өйрәктәренә икмәк ашатыу ҡоштарға ғына түгел, тәбиғәткә лә зыян килтерә
  • 1⃣ беренсенән, икмәк ҡыр өйрәге өсөн тәбиғи аҙыҡ түгел. Ул артыҡ ауырлыҡҡа һәм ҡоштарҙың аш һеңдереү проблемаларына килтереүе ихтимал;
  • 2⃣ икенсенән, ҡыр өйрәге аҙыҡты еңел генә тапҡан урындарҙа улар күберәк йомортҡа һала башлай. Был экосистемаға өҫтәмә баҫым яһай һәм уның балансын боҙа;
  • 3⃣ өсөнсөнән, ҡалған икмәк серей, ҡыр өйрәге аспергиллез менән ауырыуы ихтимал, был үпкә менән етди проблемалар тыуҙыра һәм тотош көтөү өсөн үлемесле булыуы мөмкин
  • 4⃣ дүртенсенән, даими туҡландырыу һөҙөмтәһендә, ҡыр өйрәге үҙ аллы аҙыҡ эҙләү күнекмәләрен юғалта. Белгестәр билдәләүенсә, йәйге осорҙа ҡоштарға өҫтәмә аҙыҡ кәрәкмәй. Был ваҡытта уларҙы тыныслыҡта ҡалдырыу яҡшыраҡ.

 

                                              

Автор:
Читайте нас