+30 °С
Болотло

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.Кеше күңелен аңлаған шәхес

АБДУЛЛИНА Рәйхана, 75 йәш. Баймак калаһы. Бер көндө уҡып ятҡанда йоҡлап киткәнмен, ә иптәш ҡыҙҙар ҡайтҡан. Уянып китһәм, күкрәгем аша йылан шыуышып бара, ҡысҡырып, йүгереп ҡаса башланым, тын ҡурылды. Иптәштәрҙе саҡырам, ләкин үҙ тауышымды ишетмәйем, һөйләшә алмайым.

Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.Кеше күңелен аңлаған шәхесМөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.Кеше күңелен аңлаған шәхес
Мөжәүир хәҙрәт. Лира Яҡшыбаева. Хәтирәләр.Кеше күңелен аңлаған шәхес

Темәс педучилищеһында укыған ваҡытта, 1948 йылдың июнендә, миңә Мөжәүир хәҙрәт менән ике тапкыр осрашырға тура килде. Беҙ һуңғы курста имтихандарға әҙерләнәбеҙ. Йәшәгән ятаҡхананың тирә-яғы сауҡалыҡ, шунда һалҡында әҙерләнә торғайныҡ. Бер көндө уҡып ятҡанда йоҡлап киткәнмен, ә иптәш ҡыҙҙар ҡайтҡан. Уянып китһәм, күкрәгем аша йылан шыуышып бара, ҡысҡырып, йүгереп ҡаса башланым, тын ҡурылды. Иптәштәрҙе саҡырам, ләкин үҙ тауышымды ишетмәйем, һөйләшә алмайым. Хәҙер ни эшләргә? Табипҡа мөрәжәғәт иттем. Ул мине Баймаҡ дауаханаһына ебәрҙе. Атай-әсәйемдәргә хәбәр иткәндәр. Әсәйем ат менән килеп етте. Дауаханаға түгел, тура Мөжәүир хәҙрәткә алып китте. Мин олатайға күренергә ҡурҡам, сөнки комсомол сафындамын. Комскомитетта тикшерерҙәр, комсомолдан сығарырҙар, ә олатай, дини кеше булараҡ, ҡабул итмәҫ тип уйлайым.

Ауылдан таң беленеү менән сыҡҡайныҡ, иртүк барып еттек. Олатай ишек алдында йөрөй ине. Ихлас сәләмләште, тик, атты туғармағыҙ, ҡапҡа тышына бәйләп тороғоҙ, оҙаҡламаҫһығыҙ, тип өйгә алып инде. Әсәйем хәлде һөйләй башлағайны:

  • Килен бөтәһен дә беләм. Ошондай һылыу ҡыҙҙың һөйләшмәй ҡалыуы мөмкин түгел. Сикәләре алма кеүек, сәс толомдары ҡыҫҡа булһа ла, ҡалын икән,-тип сәсемде тотоп, башымдан һыйпап һөйҙө лә инәйгә ҡымыҙ ҡойоп бирергә ҡушты. Миңә сынаяҡ өҫтө менән үҙе тотторҙо. Беҙ ҡымыҙ эскән арала әсәйемә:
  • Килен, Баймаҡҡа инеп, килендәшеңдә сәй әсегеҙ. Тик бында булғанығыҙҙы әйтмә, ә юл һорашҡан бул, - тине. Ә миңә: - һылыу ҡыҙым (һылыу булыу ҡайҙа ул), ҡурҡма, тикшермәҫтәр, һорашмаҫтар, үҙең һөйләмә, - тине.

Баймаҡҡа беҙ сәғәт 3-4-тәргә әйләнеп килдек, һәм... самауыр ҡайнағансы мин һөйләшә лә башланым (башҡа нескәлектәрен һөйләп тормайым).

Хәҙер имтиханға барып етергә кәрәк. Синыфҡа барып ингәндә, дәрес башланғайны (алгебранан яҙма эш). Бөтәһе лә тын да алмай миңә төбәлгән. Мәрйәм Зариповна урынынан торҙо.

- Һаумыһығыҙ, ултырырға мөмкинме? - тигәс, бөтә синыфташтарым, йылмайып, эшкә тотондо.

Ысынлап та, ни өсөн хәҙрәткә барҙың, нисек булды, тигән һорауҙар булманы, тәртибемде комскомитетҡа ла ҡуйманылар. Хатта үҙемдең бер туған ҡустым, һеңлеләрем, 40 йылдан ашыу бергә йәшәгән ирем дә һорашманы. Рәхмәт уларға.

Хәҙрәт олатайҙың әйткән дүрт һүҙенең (ҡурҡма, тикшермәҫтәр, һорашмаҫтар, ябылма) асылы бик тә тылсымлы булыуын, уның кешене аяныслы фәжиғәнән ҡотҡарыуын аңлайым һәм ғүмерем буйы уның рухы алдында баш эйәм. һөйләмәҫкә ҡушһа ла, һөйләнем, ғәфү итер. Тәбиғәттең фажиғә лә, тылсымлы мөғжизә лә бирә алыуын инҡар итергә ярамай.

Бөтөнләй һораманылар түгел. Бик күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, иҫкә төшөрөүселәр бар. Мин ундайҙарға иғтибар итмәҫкә тырышам.

Ә икенсе осрашыу былай булды. Беҙ йәшәгән ауылда олатайҙың туғандары, ауылдаштары бар ине. Шуларҙың береһе хәҙрәтте ҡунаҡҡа саҡырған һәм бөтә ауыл халҡы уны хөрмәтләп ҡунаҡ итте. Беҙ ҙә, һарыҡ һуйып, олатайҙы ҡунаҡ итергә булдыҡ. Ул өйгә етәрәк:

- Ә-ә-ә, һылыу ҡыҙым, һаумы, нисек йәшәйһең? - тине.

  • Һәйбәт, һеҙҙең фатихала, - тип яуапланым.
  • Шулай булырға тейеш, - тип, ул түргә үтте. Ашъяулыҡ алдында шаян һүҙҙәр һөйләп, көр күңел менән ултырҙы (минең менән булған хәлде иҫкә алманыҡ). Йола буйынса, оло кешегә башты ла һалғайныҡ. Үҙе киҫеп һоғона ла беҙгә лә өлөш итә. Иремә һоғондора ла:

- Баш та ҙур икән, һоғондороусы ла шәп икән, - тип мәрәкәләй.

Мине дауалауы тураһында өндәшмәне. Тик һаман да: "һылыу ҡыҙым, бирешмә, ныҡ бул", - тине. Шуға күрә мин уны кеше күңелен, кисерештәрен аңлаған, кеселекле, изге, тылсымлы мөғжизәгә эйә булған шәхес тип иҫемдә тотам.

Автор:
Читайте нас