+30 °С
Болотло

«Бер ҡасан да балабыҙ булмаясаҡ… Икенсе ҡатын алһаң, мин ҡаршы түгел»

Ғаилә ҡорғандарына өс йыл була, тик балалары юк. Инде һуңғы тикшеренеүҙе үтеп, табиптың һөҙөмтә яһауын – һуңғы ҡарарын көтәләр. Ирҙәр һөйләшеп торғанда, поликлиника ишеге асылып, унан күҙҙәре йәш менән тулған ҡатын килеп сыҡты. Ауыр аҙымдар менән иренә килде лә күкрәгенә ҡапланып илай башланы. «Бер ҡасан да балаң булмаясаҡ, тинеләр…»

«Бер ҡасан да балабыҙ булмаясаҡ… Икенсе ҡатын алһаң, мин ҡаршы түгел»«Бер ҡасан да балабыҙ булмаясаҡ… Икенсе ҡатын алһаң, мин ҡаршы түгел»
«Бер ҡасан да балабыҙ булмаясаҡ… Икенсе ҡатын алһаң, мин ҡаршы түгел»

Поликлиникала ғәҙәти эш көнө ине. Гөлзәйнәп менән Азат йәше яңы тулған улдарын балалар табибына күрһәтергә килделәр. Шөкөр, улдары һау-сәләмәт уларҙың, инде тәпәй йөрөй башланы. Икеһе лә Йософто – көтөп алған улдарын һөйөп туймайҙар. Малай үҙе лә бик һөйкөмлө, гел үҙенә генә ҡаратып тора торған наҙлы, иркәләгәнде-һөйгәнде бик ярата. Хәйер, балаларҙың ҡайһы үҙенә иғтибар итеүҙәрен теләмәй ҙә, ҡайһы һөйҙөрмәй инде уларҙың. Табиб та баланы бик мактаны, үҫеше йәшенә тура килә, тине. Килмәйсә һуң, бала ут бөрсәһе кебек, бер туҡтамай тегендә-бында саба, аҙымдары көндән-көн нығый. Күрмәй ҡалһаң, әллә ҡайҙарға инеп китә. Атай менән әсәй, һөйөнөстәрен тышҡа сығарып, йөҙҙәрен балҡытып, улдарын кейендерҙеләр дә машинаға йүнәлделәр. Машина ҡуйыу урыны янында Азат йәш бер иргә иғтибар итте. Йөҙө борсоулы был кешене поликлиника коридорында күргән ине инде ул. Ҡатынын гинекологка алып килеүен дә шәйләп ҡалған иде. Уларҙың мосолмандар булыуы ла күҙгә ташланды: ҡатыны –  хиджаптан, ире һаҡаллы. Гөлзәйнәп Йософ менән машинаға урынлашҡан арала, Азат ҡәрҙәшенә сәләм биреп, хәлен белешеп алаһы итте. Йәш кенә ир ҡатыны сығыуын көтә икән. Ғаилә ҡорғандарына өс йыл була, тик балалары юк. Инде һуңғы тикшеренеүҙе үтеп, табиптың һөҙөмтә яһауын – һуңғы ҡарарын көтәләр. Ирҙәр һөйләшеп торғанда, поликлиника ишеге асылып, унан күҙҙәре йәш менән тулған ҡатын килеп сыҡты. Ауыр аҙымдар менән иренә килде лә күкрәгенә ҡапланып илай башланы. «Бер ҡасан да балаң булмаясаҡ, тинеләр…» Ҡатын тыйыла алмыйынса үкһей ине. «Бер ҡасан да балаң булмаясаҡ …» Был һүҙҙәрҙе Азат белән Гөлзәйнәп табиптан дүрт йыл элек ишеткәндәр иде. Әле лә хәтерендә Азаттың: Гөлзәйнәптең күҙҙәре әлеге ҡатындыҡы кеүек үк йәшле ине. «Балаларың булһын өсөн, икенсе ҡатын алһаң, мин ҡаршы түгел», – тигән ине ул Азатҡа. «Юҡты һөйләмә, табиптар әйтер ул, ләкин баланы Аллаһ бирә, Аллаһтан өметтө өҙмәйбез». Ир ҡатынына ул сакта шулай яуап бирҙе. Баланы икеһе лә теләйҙәр ине. Табипҡа йөрөүҙән туҡтанылар, бер ни ҙә булмағандай йәшәй башланылар. Азат ҡына, төндәрен уянғанда, Гөлзәйнәптең тәхәҗҗүд намаҙында Аллаһҡа сәҗдәгә китеүен йыш күрә башланы. Ҡатынға эйәреп үҙе лә сәхәр вакыттарында намаҙға торорға, Аллаһтан үҙҙәренә хәйерле бала биреүен һорарға ғәҙәтләнде. Өс йылдан артыҡ төнгө намаҙлы ғүмер үткәс, көндәрҙең береһендә Гөлзәйнәп, серле йылмайып, иренең ҡулын эсенә ҡуйҙы. Эстә, үҙенең доньяға киләсәген хәбәр итеп, яралғы тибә ине. Ир шатлығынан шөкөр сәҗдәһе яһаны шунда. Инде Гөлзәйнәптең ҡарынында яңы бала тибеп ята. Балалары күп булыуын теләйҙәр улар. Аллаһтан ялбарып һорап алған беренсе улдары ана, шөкөр, һәйбәт кенә үҫеп ята.

– Ҡарағыҙ әле, – тине Азат хәсрәтле парға, – бынан ике йыл элек беҙ ҙә табиптарҙың нәҡ шундай ҡарарын ишеттек. Ана, күрәһегеҙме, улым белән ҡатыным машинала. Икенсеһен алып ҡайтырға йыйынабыҙ инде… Һәм үҙҙәренең ғаилә тарихын йәш ғаиләгә ҡыҫҡа ғына итеп һөйләп бирҙе. Әле генә хәсрәтле йөҙөнән йәш ағыҙыусы ҡатын елмаеп ҡуйҙы шунда. Күҙҙәрендә өмөт сатҡысы ҡабынды. Был осрашыуҙан һуң алты йыл уҙаһын, поликлиника ишеге янында хәсрәтләнеп торган был парҙың беренсе балалары тыуыу уңайнан Гөлзәйнәп белән Азатты ғакиҡа ҡорбаны ашына сакыраһыларын, үҙҙәренең ул ашҡа дүрт улдарын эйәртеп бараһыларын Азат әле белми иде.                                                          Рәшит Фәтхрахманов

“Ватаным Татарстан” сайтынан

Автор:
Читайте нас